Эстәлеккә күсергә

Кувыкин Степан Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Степан Иванович Кувыкин
Кувыкин Степан Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 ноябрь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Алай[d], Вольский уезд[d], Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (70 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Үлем сәбәбе лейкоз[d]
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Рәсәй дәүләт нефть һәм газ университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр кандидаты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XIX съезы[d], КПСС-тың XXII съезы[d], КПСС-тың XXI съезы[d] һәм КПСС-тың ХХ съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Почёт Билдәһе» ордены «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы

Кувыкин Степан Иванович (7 ноябрь 1903 йыл — 16 сентябрь 1974 йыл) — инженер-нефтсе, СССР-ҙың хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, 1942—1957 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһе начальнигы, 1965—1970 йылдарҙа СССР нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. Техник фәндәр кандидаты (1957). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1948),БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957). СССР-ҙың 3—6-сы саҡырылыш, РСФСР-ҙың 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһы лауреаты, дүрт Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957) һәм «Почёт Билдәһе» (1973) ордендары кавалеры.

Степан Иванович Кувыкин 1903 йылдың 7 ноябрендә Һарытау губернаһы (хәҙер Һарытау өлкәһе) Балтай районы Алай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Беренсе һәм икенсе баҫҡыс ауыл мәктәбендә уҡый. 1925 йылда Ҡыҙыл Армияға алына, хәрби хеҙмәтен 1927 йылдың октябрендә рота политругы вазифаһында Баҡы ҡалаһында тамамлай һәм «Азнефть» тресының быраулау партияһында ябай эшсе булып хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай.

  • 1938 йылдан — «Востокнефть», «Бугурусланнефть» трестарында (Ырымбур өлкәһе) эшләй.
  • 1942 йылдан — «Башнефтекомбинат», 1945 йылдан «Башнефть» берекмәһе етәксеһе. 1947 йылда И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефть институтын тамамлай.
  • 1957 йылдан — Башҡортостан иҡтисади-административ районы Халыҡ хужалығы совнаркомының Нефть сығарыу сәнәғәте идаралығы етәксеһе.
  • 1958 йылдан — Башҡортостан иҡтисади-административ районы Халыҡ хужалығы совнаркомы рәйесе урынбаҫары, рәйесе.
  • 1963 йылдан — РСФСР Халыҡ хужалығы совнаркомы рәйесенең 1-се урынбаҫары.
  • 1965 — 1970 йылдар — СССР-ҙың нефть сәнәғәте министры урынбаҫары. 1970 йылдан - Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.
  • 1970—1974 йылдар — И. М. Губкин исемендәге Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте институтының баш консультанты.

Кувыкин Степан Иванович ҡатнашлығында девон нефтенең ҙур ятҡылыҡтары асыла, респ. нефть сығарыу сәнәғәте үҫеш ала. Уның етәкселегендә Туймазы нефть ятҡылығында нефть ҡатламдарына контур аръяғы буйлап һыу ебәреү индерелә. Ул — «Уфимец» быраулау ҡулайламаһын эшләп сығарыусыларҙың береһе. 60 фәнни хеҙмәт авторы. Күп тапҡырҙар КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы, КПСС-тың өс съезына делегат, шулай уҡ 3—6-сы саҡырылыш СССР Юғары Советының һәм 2-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн ике тапҡыр (1946, 1950) Сталин премияһына лайыҡ була, дүрт Ленин (1942, 1948, 1953, 1965), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1945, 1957) һәм «Почёт Билдәһе»(1973) ордендары һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ул — БАССР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957).

С. И. Кувыкин 1974 йылдың 16 сентябрендә Мәскәү ҡалаһында вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнгән.

  • Алмазное бурение нефтяных скважин. — Уфа, 1962 (авторҙ.);
  • Бурение нефтяных и газовых скважин малого диаметра. — М., 1967 (авторҙаш).

Нефтекама, Октябрьский һәм Өфө ҡалаларында урамдар һәм Октябрьский нефть колледжы Степан Кувыкин исемен йөрөтә, баш ҡалалағы ул эшләгән бинаға (Пушкин урамы, 95) мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  • Кувыкин С. И. //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. — Уфа, 1970;
  • Кувыкин С. И. //Герои труда. — Уфа, 2011.