Кугультинов Давид Никитич
Кугультинов Давид Никитич | |
ҡалм. Көглтин Дава | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 март 1922[2] |
Тыуған урыны | Эсто-Алтай[d], Яшалтинский район[d], Калмыцкая АССР[d], СССР |
Вафат булған көнө | 17 июнь 2006[2] (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Элиста, Рәсәй |
Яҙма әҫәрҙәр теле | Ҡалмыҡ теле |
Һөнәр төрө | шағир |
Уҡыу йорто | А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ойошма ағзаһы | СССР Яҙыусылар союзы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кугультинов Давид Никитич (ҡалм. Көглтин Дава; 13 март 1922 йыл— 17 июнь 2006 йыл) — Ҡалмыҡстандың халыҡ шағиры (1969), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990). СССР дәүләт премияһы лауреаты(1976). Ҡалмыҡ АССР-ы Юғары советы депутаты (1980, 1985 йыл). СССР-ҙың халыҡ депутаты (1989—1991).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Давид. Никитич Кугултинов 1922 йылдың 13 мартында Абганер Гаханкин ауылында (хәҙер Ҡалмыҡ Республикаһы Яшалтин районы Эсто-Алтай[3]) хәлле ғаиләлә тыуған. 1931 йылда олатаһын кулак тип бөтә ғаиләһе менән бергә Алтай крайына һөргөнгә ебәрәләр. Дауыт атаһы менән бергә Приютненский районының 107-се «Тангчин Цзян» совхозына күсеп килә һәм шунда мәктәпкә бара. 12 йәшендә буласаҡ шағир уңышлы быҙаулау кампанияһы темаһына үҙенең тәүге шиғырын баҫтырып сығара, бының өсөн ул Карл Маркстың томын бүләк итеп ала.1937 йылдан 1-се Элиста мәктәбендә уҡый. Был мәктәптә «Мәңгелек дуҫтарҙың йәшерен союзына» инә. Мәктәп уҡыусыларының береһенең ошағына (донос) ярашлы, уға ҡарата эш асылған. Район партия комитетының буласаҡ секретары В. П. Козлов ҡыҫылыуы арҡаһында уның эҙемтәләренән ҡотолоуға өлгәшә. 1939 йылда Ҡалмыҡ педагогия институтына уҡырға инә. Шул ваҡыттан әҫәрҙәрен республика матбуғаты биттәренә баҫтыра башлай[4].
1940 йылда үҙенең шиғырҙарын айырым «Стихи юности» йыйынтығы итеп баҫтырып сығара. Был шиғырҙар йыйынтығы яҙыусы Александр Фадеевтың ыңғай баһаһын алған. 18 йыл йәшендә уны СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр. Ҡалмыҡ педагогия институтының икенсе курсынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Монгол Халыҡ Республикаһында сержант, ә һуңғараҡ Совет ғәскәрҙәрендә кесе лейтенант булып хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа ебәреүҙе һорап ғариза яҙа. 1942 йылдан 2-се Украина фронтында сәйәси хеҙмәткәр (политработник) һәм 252-се уҡсы Харьков-Братислава дивизияһының дивизион гәзите хәбәрсеһе булып хеҙмәт итә. Днепрҙы кисеүҙә һәм Корсуньско-Шевченко операцияһында ҡатнаша.
1944 йылдың майында ҡалмыҡтарҙы депортациялау сиктәрендә фронттан саҡырыла һәм Себергә һөргөнгә ебәрелә. Бийск ҡалаһында автомобиль техникумында уҡытыусы булып эшләй. 1945 йылдың апрелендә ҡалмыҡ халҡын яҡлаған шиғырҙары һәм сығыштары өсөн 58/10 статьяһы буйынса ҡулға алына һәм хөкөм ителә, Норильскиға һөрөлә, унда 10 йыл тирәһе ултыра. Норильск ҡала лагеры заводында эшләй. Норильскиҙа ҡатыны Алла Пахомова менән таныша (2006 йылда вафат була). 1956 йылдың сентябрендә аҡлана һәм шул уҡ йылда Ҡалмыҡ АССР-ына ҡайта. 1957 йылдың июненән сентябренә тиклем Ҡалмыҡстан Яҙыусылар союзының яуаплы секретары була.1957 йылдың сентябрендә Горький әҙәби институтында Юғары әҙәби курстар студенты була, уны 1959 йылдың июнендә тамамлай. 1961 йылда Горький әҙәби институтын экстерн булып тамамлай[4]:
30 көн эсендә 50 имтихан тапшырып, экстерн менән диплом алдым. Минең мәктәбем бар ине. Ул Норильскиҙа академик Фёдоровский һәм геолог Урванцев (ҡасандыр урындағы ятҡылыҡтарҙы асҡан, һуңынан уларҙы зектар үҙләштергән), математик Шмидт, Элекке әҙәби тәнҡитселәр үҙҙәренең белемдәрен < кәм тигәндә бер өлөшөн ҡотҡарыу маҡсатында миңә һала… > «Литва эхоһы» гәзитен мөхәррирләгән һәм Чемберлен менән Сталиндан интервью алған, ун дүрт тел буйынса белгес Гитлер һәм Муссолиниҙан интервью алған, миңә грек телендә һәм Жуковский тәржемәһендә уҡып, текстҡа аңлатма биргән ҡарт профессор филолог.— Курбатов В. Я. Подорожник: Встречи в пути, или Нечаянная история литературы в автографах попутчиков. — Иркутск: Издатель Сапронов, 2006. — 416 с. — С. 161.
1961 йылдың июненән Ҡалмыҡ Яҙыусылар союзы рәйесе итеп һайлана.
1970—1990 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. 1971—1972 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһының эшсе секретары булып эшләй. 1973 йылдың декабренән 1991 авгусына тиклем йылдың Ҡалмыҡстан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. 1980 йылда Ҡалмыҡ АССР-ы Юғары советы депутаты итеп һайлана һәм 1985 йылда яңынан һайлана. 1991 йылда Рәсәй Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты һәм Политбюро ағзаһы итеп һайлана[4].
2003 йылда Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһына ПВР һәм РПЖ блогынан тәҡдим ителә. 17 июнь 2006 йылдың 17 июнендә вафат була. Элистала ерләнә[4].
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү].Күп шиғырҙар китабы, «Аҡыл фетнәһе» («Бунт разума») поэмаһы, шиғри әкиәттәр авторы. Шағир ижадына ҡалмыҡтарҙың «Джангар» милли эпосы ҙур йоғонто яһай. 1965 йылда «Шиғырҙар» йыйынтығын баҫтырып сығара, ул Ленин премияһына тәҡдим ителә. 1970 йылда Мәскәүҙә «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә Семен Липкиндың баш һүҙе менән ике томлыҡ әҫәр баҫылып сыға. 1977 йылда «Нәфис әҙәбиәт» нәшриәтендә өс томлыҡ тағы бер әҫәрҙәр йыйынтығы нәшер ителә.
Урыҫ теленә шиғырҙарын Юлия Нейман тәржемә итә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1990);
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены (1997)[5];
- Ике Ленин ордены (12.03.1982; 26.10.1990);
- Ватан һуғышы ордены II дәрәжә (11.03.1985);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (10.03.1972);
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены (16.11.1984);
- СССР Дәүләт премияһы (1976);
- М. Горький исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы (1967);
- Ҡалмыҡ АССР-ының халыҡ шағиры (1969);
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт Хаты (5 июнендә 2002 йыл)[6];
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Почёт грамотаһы (22 апрель 1997 йыл)[7]
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Элистала Геройҙар аллеяһында Давид Кугультиновҡа барельеф урынлаштырылған.
- Давид Кугультинов исеме теркәлгән планета астрофизик обсерваторияһы Смитсоновский № 2296.
- Мәҙән-тарихи комплекс «Двор кириллицы» Яҙыусылар аллеяһында Давид Кугультиновҡа бюст ҡуйылған.[8]
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кугультинов Д. Глазами сердца. — М.: Советский писатель, 1958.
- Кугультинов Д. Разнотравье. Стихи. Пер. с калм. — М.: Современник, 1975. — 367 с. Тираж — 20000 экз.
- Кугультинов Д. Собрание сочинений в трех томах. Пер. с калм. — М.: Художественная литература, 1976. — Тираж 75000 экз.
- Кугультинов Д. Сказки. — М.: Детская литература, 1986. — 352 с. Тираж — 100000 экз.
- Я — россиянин. Расул Гамзатов. Давид Кугультинов. Кайсын Кулиев. Мустай Карим. Стихотворения. — Уфа: Инеш, 2007. — 352 с. — ISBN 978-5-903622-03-0
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #103423877 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 2,0 2,1 Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Давид Кугультинов, Автобиография, статьи, выступления, Элиста, Калмыцкое книжное издательство, 1997, стр. 8, ISBN 5-7539-0381-9
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 Герои страны «Кугультинов Давид Никитич»
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 марта 1997 года № 216 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ III степени Кугультинова Д. Н.»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 5 июня 2002 года № 266-рп «О поощрении Кугультинова Д. Н.»
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 22 апреля 1997 года № 533-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Кугультинова Д. Н.»(недоступная ссылка)
- ↑ Открытие бюста памятника Давиду Кугультинову в комплексе «Двор кириллицы» .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ю. Б. Розенблюм. Давид Кугультинов. — М., 1969 (Писатели Советской России)
- Давид Кугультинов, Автобиография, статьи, выступления, Элиста, Калмыцкое книжное издательство, 1997, ISBN 5-7539-0381-9
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кугультинов Давид Никитич . «Герои страны» сайты.
- Осиянное слово: Давид Кугультинов тураһында Велимир Хлебников
- 13 мартта тыуғандар
- 1922 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 17 июндә вафат булғандар
- 2006 йылда вафат булғандар
- Ҡалмыҡстанда вафат булғандар
- М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаусылар
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- 11-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы лауреаттары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Соцреалист яҙыусылар
- СССР-ҙа репрессияланғандар
- XX быуат Рәсәй яҙыусылары
- XX быуат шағирҙары
- Рәсәй шағирҙары
- СССР шағирҙары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ҡалмыҡстандың халыҡ шағирҙары