Эстәлеккә күсергә

Кудрявцев Валерий Борисович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кудрявцев Валерий Борисович
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Егорьевск[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 декабрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[2] (85 йәш)
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Ташкенттағы филиалы[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Росток университеты[d][3]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Лупанов Олег Борисович
Аспиранттар Oleg A. Shcherbina[d][3] һәм Алёшин, Станислав Владимирович[d][3]
Кемдә уҡыған Вольфганг Энгель[d][3]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Кудрявцев Валерий Борисович (4 июль 1936 йыл — 23 декабрь 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, физика-математика фәндәре докторы. 2008—2020 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт университетының Ташкенттағы филиалы директоры.

Валерий Борисович Кудрявцев 1936 йылдың 4 июлендә Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр-табип ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.

1960 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1960—1963 йылдарҙа факультет аспирантураһында уҡый, һуңынан факультетта ассистент булып эшләй башлай.

1964 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә ләғүә итеп диссертация яҡлай, диссертацияның темаһы: «Вопросы полноты для некоторых функциональных систем, связанных с автоматами», ғилми етәксеһе — О. Б. Лупанов.

1969 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһы Бөтә Рәсәй ғилми үҙәгенең таныу проблемалары лабораторияһында төркөм етәксеһе булып эшләй[4].

Физика-математика фәндәре докторы (1980, фәнни консультанты С. В. Яблонский һәм О. Б. Лупанов), диссертацияһының темаһы «Вопросы полноты для функциональных систем»[5].

1963 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡыта, 1966 йылдан доцент, дискрет математика кафедраһы профессоры (1982—1991). 1986 йылдан теоретик кибернетика проблемалары лабораторияһы мөдире, 1991 йылдан интеллектуаль системаларҙың математик теорияһы кафедраһы мөдире.

Механика-математика факультетының ғилми эштәр һәм тышҡы бәйләнештәр буйынса декан урынбаҫары (1976—1986).

2008—2020 йыл — Мәскәү дәүләт университетының Ташкенттағы филиалы директоры.

2021 йылдың 23 декабрендә вафат була[6].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Автоматтар, дискрет функциялар теорияһында фундаменталь һөҙөмтәләр, ҡушымталарҙа киң ҡулланылышлы образдарҙы, мәғлүмәт базаларын һәм интеллектуаль системаларҙы таныу. Яңы, автоматтарҙың функциональ системалары йүнәлешен үҫтерә.

Ғилми мәктәп булдыра, уның уҡыусылары араһында 20-нән ашыу доктор һәм 50-нән ашыу фән кандидаты бар.

  • Элементы теории автоматов (с соавт.). М.: Изд-во МГУ. 1978. 216 с[7].
  • Функциональные системы. М.: Изд-во МГУ. 1982. 157 с.[8],
  • Основы теории однородных структур (с соавт., 1990),
  • Теория хранения и поиска информации (с соавт., 2002),
  • Лекции по теории конечных автоматов (1976),
  • Введение в теорию автоматов (с соавт., 1985).
  • Введение в теорию абстрактных автоматов (с соавт.) М. Изд-во МГУ. 1985. 187 с.[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Identifiants et Référentiels (фр.)ABES, 2011.
  2. Скончался В.Б.КудрявцевМДУ-ның механика-математика факультеты, 2021.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  4. 50 лет ВЦ РАН: история, люди, достижения 2013 йыл 16 октябрь архивланған.. М.: ВЦ РАН, 2005. 320 с. ISBN 5-201-09837-1. С. 175
  5. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  6. Валерий Борисович Кудрявцев 1936—2021. Дата обращения: 25 декабрь 2021. Архивировано 25 декабрь 2021 года.
  7. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  8. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  9. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.