Эстәлеккә күсергә

Кузнецов Иван Павлович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузнецов Иван Павлович
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 15 апрель 1918({{padleft:1918|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Луховка[d], Саранский уезд[d], Пенза губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 20 август 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (68 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Һамар дәүләт архитектура-төҙөлөш университеты[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Почёт Билдәһе» ордены Ленин ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Александр Невский ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы

Кузнецов Иван Павлович (15 апрель 1918 йыл20 август 1986 йыл) — инженер-төҙөүсе, төҙөлөш тармағы һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1970—1978 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары[1]. БАССР-ҙың VII—IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты[1][2][3][4].

Иван Павлович Кузнецов 1918 йылдың 15 апрелендә Пенза губернаһының Луховка ауылында тыуған[5] һәм хәлле крәҫтиән ғаиләһендә үҫкән. Дүрт ағалы-ҡустылы туғандары араһынан бер үҙе юғары белем алған. Михаил ағаһы 1930 йылда коллективлаштырыу барышында кулак тип юҡҡа сығарыла, шунан һуң репрессияларҙан ҡасып, йылдан ашыу Ҡазанда туғандары янында йәшеренә.

1941 йылдың июленән алып — Ҡыҙыл Армия сафында; 24 гвардия кавалерия полкының ҡылыс взводы менән етәкселек итә (5-се гвардия кавалерия дивизияһы), алыштарҙа өс тапҡыр яралана, (13.8.1942, 1943, 4.7.1944)[6][7] Һуғыш ваҡытында ВКП(б)-ға инә[7]}}. Бөйөк Ватан һуғышында бер өлкән ағаһының ғүмере өҙөлә.

1948 йылда Куйбышев төҙөлөш институтын инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса тамамлай. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 21-се трест прорабы вазифаһында башлай (Өфө). 1953 йылда 21-се трестың баш инженеры, ә ике йылдан һуң СУ-6 начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1958 йылдан — 21-се трестың баш инженеры һәм идарасыһы[8]. 1968 йылда — начальник урынбаҫары, ә 1970 йылдан — Башҡорт АССР-ының төҙөлөш буйынса Баш идаралығы начальнигы. 1970—1978 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Министрҙар советының рәйес урынбаҫары[1][9].

Иван Павлович Кузнецов етәкселеге аҫтында КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында таҙартҡыс ҡоролмалар (ОАО «Өфөнефтехим»), Өфө синтетик спирт заводында (ОАО «Өфөоргсинтез») һәм Өфө «Химпром» производство берекмәһендә (ОАО «Химпром») яңы етештереү цехтары төҙөлә.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советының депутаты итеп һайлана[1][9]:

  • 238 -се Арыҫлан һайлау округынан VII саҡырылышы[2]
  • 200-се Күгәрсен һайлау округынан VIII саҡырылышы[3]
  • 177-се Йылайыр һайлау округынан IX саҡырылышы[4].

Ҡатыны Венера менән Иван Павловичтың ике ҡыҙы — Марина (1947) һәм Лариса (1950) тыуған.

Иван Павлович Кузнецов ағалары араһында
Иван Павлович ҡатыны Венера һәм туғаны Василий менән (уңда)
Иван Павлович ҡыҙҙары Лариса (һулда) һәм Марина (уңда) менән

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]