Кузнецов һарайы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кузнецов һарайы
Нигеҙләү датаһы 1889
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Александр Григорьевич Кузнецов[d]
Нигеҙләүсе Александр Григорьевич Кузнецов[d]
Дәүләт  Рәсәй
 Украина
Административ-территориаль берәмек Форос[d]
Входит в состав списка памятников культурного наследия Q27601631?
Мираҫ статусы Украинаның күсерелмәй торған ҡомартҡыларының дәүләт реестры[d], объект культурного наследия России федерального значения[d] һәм памятник архитектуры национального значения Украины[d]
Указания, как добраться улица Форосский спуск, 1 (корпус №1, территория санатория "Форос")
Карта
 Кузнецов һарайы Викимилектә

Кузнецов һарайы (Йортта А. М. Горький һәм Ф. И. Шаляпиндар эшләгән) — классик стилдәге йорт, Форостағы сәй плантацияһы магнаты Александр Кузнецов төҙөгән. Федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булып тора.

Хәҙер Кузнецов һарайында китапхана һәм «Форос» шифаханаһының конференц-залы урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Форос паркы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кузнецов Александр Григорьевич

Һарай тарихы 1862 йылда башлана, билдәле «сәй һәм фарфор короле» Александр Кузнецов Фороста йәшәү өсөн участка һатып ала. Александр Григорьевич Һиндостанда һәм Цейлонда сәй плантациялары хужаһы булған А. Губкиндың ейәне була[1].

Парк 1834 йылдан уҡ картала билдәләнгән була. Кузнецов уны яңынан планлаштырырға ҡарар итә. 1889 йылда Форос паркында рус классицизмы стилендә йыйнаҡ ике ҡатлы һарай төҙөлә. Проектты шул ваҡытта билдәле булған архитектор Биллианг төҙөй[2]

Һарайы төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарай интерьерын мәрмәр баҫҡыстар, италия оҫталары эшенең паркеты, каррар мәрмәренән камин биҙәй. Һарайҙы киң терраса уратып ала, унан паркҡа, яр буйҙарына, тауҙарға һәм диңгеҙгә матур күренеш асыла[3]

Кузнецов йорто йәшәү һәм ял итеү өсөн уңайлы урын ғына түгел, бында милексенең хужалыҡ эшмәкәрлеге лә әүҙем үҫешә. Кузнецов шарап етештереү өсөн 30 гектар майҙанды виноград баҡсаһы итеп тотона. Әлегә тиклем ҙур шарап мөгәрәптәре бар, әммә тәғәйенләнеше буйынса эшләмәй.

Усадьба биләмәһендә тағы ике ҡатлы йорт бар, уларҙа имение менән идара итеүсе, ҡунаҡтар өсөн бүлмәләр һәм ярҙамсы бүлмәләр урынлашҡан.

Кузнецовтарҙан һуң[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1895 йылда Александр Кузнецов вафат булғандан һуң усадьбаны сәнәғәтсе К. К. Ушков һәм уның улы Г.К. Ушков мираҫ итеп алып ҡала. Улар алпауыт хужалығын һәм паркты төҙөкләндереүҙе дауам итә. Г.К. Ушков үҫентеләр өсөн шәхсән Америка һәм Африкаға бара, бассейндар һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөй, роза баҡсаһы булдыра. Ул имениеға һуңғы техника ҡаҙаныштары индерергә һәм Форостан зиннәтле курорт — казино, кегельбан, теннис корты һәм хатта ат аҙбарҙары менән ипподром төҙөргә тырыша. Ул Севастополдән алып Ялтаға тиклем Форос станцияһы менән электр тимер юлы ҡороуҙы планлаштыра. Әммә проектты Октябрь революцияһы туҡтата.

1916 йылда был йортта яҙыусы Максим Горький һәм йырсы Шаляпин Федор алты аҙна Шаляпин тураһында «Страницы из моей жизни» автобиографик китап өҫтөндә эшләй.

Совет осоронда усадьба КПСС Үҙәк Комитетының эштәр менән идара итеү элитаһы өсөн шифахана була. Һарайҙа хәҙер китапхана һәм «Форос» шифаханаһының конференц-залы урынлашҡан[4]. Килешеү буйынса экскурсиялар үткәрелә.

Картиналар галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һарайҙың интерьерын икенсе ҡатта 15 ҙур пейзаж полотноһы биҙәй. Картиналарҙы рәссам Юлий Клевер яҙған һәм улар дымлы штукатуркаға махсус уйымдарҙа беркетелеп ҡуйылған. Был панноларҙы кире алыуы, зыян итмәйенсә, мөмкин түгел, был картиналарҙың һаҡланып ҡалыуына ярҙам иткән. Уларҙа Рәсәй пейзаждары һүрәтләнгән, сөнки Александр Григорьевич ауырыған һәм бөтә ваҡытын Ҡырымда үткәргән. Картиналар йыйылмаһы $3 млн баһалана.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исиков В. П., Литвинов П. А., Литвинова Г. Б. Атлас достопримечательностей Крыма. — Судак: СТАЛКЕР, 2008.
  • Курорт Форос. Путеводитель. — Симферополь: МИР, 2010.
  • Ена В. Г., Ена Ал. В., Ена Ан. В. Краткий географический словарь Крыма. — Симферополь: Бизнес-Информ, 2009.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Церковь Воскресения Христова (Форос)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Дворец графа Кузнецова. Дата обращения: 14 август 2016. Архивировано из оригинала 6 апрель 2015 года. 2015 йыл 6 апрель архивланған.
  2. В Форосе начали реставрацию дворца Кузнецова. Дата обращения: 14 август 2016. Архивировано из оригинала 30 октябрь 2013 года.
  3. Дворец Кузнецова и Меллас, райский парк и Дракон: главные достопримечательности Фороса
  4. Журнал Крым 2020 йыл 17 ғинуар архивланған.