Эстәлеккә күсергә

Куйбышев Валериан Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Куйбышев Валериан Владимирович
рус. Валериа́н Ку́йбышев
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 РСФСР
 СССР
Тыуған көнө 25 май (6 июнь) 1888[2]
Тыуған урыны Омск, Рәсәй империяһы[3]
Вафат булған көнө 25 ғинуар 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[3][4][5][…] (46 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР[3]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе Миокард инфаркты
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Бер туғандары Куйбышев, Николай Владимирович[d] һәм Куйбышева Елена Владимировна[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, хәрби хеҙмәткәр
Биләгән вазифаһы Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзаһы[d]
Уҡыу йорто Омск кадет корпусы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы VII съезд РКП(б)[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d]
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитетының сәйәси бюроһы[d], СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты[d] һәм Общество старых большевиков[d]
 Куйбышев Валериан Владимирович Викимилектә

Куйбышев Валериан Владимирович (6 июнь1988 йыл — 25 ғинуар 1935 йыл) — революционеры, СССР-ҙың партия һәм сәйәси эшмәкәре. Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры.

СССР-ҙың 1-6 саҡырылыш Үҙәк Башҡарма комитетының ағзаһы, ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат (19211922), ВКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы (1922—1923, 19271935), ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы (1927—1935),ВКП(б) Үҙәк Комитеты Ойоштороу бюроһы ағзаһы (1922—1923, 1934—1935), ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары (1922—1923), ВКП(б) Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы (1923—1927).

Төмәндә атаһы В. Я. Куйбышев ҡәберлеге. 2013 йыл.
Валериан Владимирович Куйбышев 1888 йылдың 25 майында (6 июнь) Рәсәй империяһының Аҡмулла өлкәһе Омск ҡалаһында күп балалы ғаиләлә тыуған.

Атаһы — Куйбышев Владимир Яковлевич (1909 йылдың 24 ноябрендә вафат була), дворян, хәрбиҙәр нәҫеленән, подполковник, 1904-1905 йылғы рус-япон һуғышында ҡатнашыусы. Төмәндә хәрби присутствиены етәкләгән, элекке Текутьев зыяратында ерләнгән[6][7].

Әсәһе — Куйбышева Юлия Николаевна (ҡыҙ фамилияһы — Гладышева), уҡытыусы, Семипалатинск ҡалаһында чиновник ғаиләһендә тыуған, Владимир Яковлевич шунда хеҙмәт иткән, 1883 йылда өйләнешәләр[7]. Валериан тыуған саҡта уның атаһы Омск гарнизонында хеҙмәт итә. 1889 йылда Владимир Яковлевич Күксәтауға өйәҙ хәрби начальнигы итеп тәғәйенләнә. Артабан подполковник Куйбышев Владимир Яковлевич Төмән хәрби командаһы начальнигы Тубыл губернаһы Төмән ҡалаһында хеҙмәт итә, шунда 1909 йылдың 24 ноябрендә вафат була[8][9][10].

Үҫмер сағы. Кадет корпусы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1898 йылдың авгусында үҙенең тыуған ҡалаһы Омскиҙа Себер кадет корпусында хәрби кешенең улы булараҡ тулы дәүләт тәьминәтендә уҡый башлай. 1903 йылда, кадет корпусының алтынсы клас тәрбиәлеүсеһе булараҡ, йәшерен социал-демократик түңәрәк ағзаһы булып китә[11]. Бындай тәүге түңәрәктәр Омскиҙа 1896—1897 йылдарҙа барлыҡҡа килә. Уларҙы сәйәси һөргөнселәр ойоштора. Әсәһе яғынан олатаһы — Александр Гладышев — революция идеялары менән уны ағыулай. Күксетауҙа һөргөндә Петербургтан Благоев төркөмө ағзаһы В. Г. Харитонов була.

1900 йылдың июлендә Валериан Куйбышев тәүге тапҡыр Омск ҡалаһынан Күксетауға революцион прокламациялар алып еткерә. Аҙаҡ ҡалала йәшерен типография булдырыла, 1904 йылдың июлендә — йәштәр араһында марксизмды пропагандалау буйынса беренсе түңәрәк ойошторола.

Ун алты йәшендә (1904 йылда) Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһына (РСДРП) инә.

Агитатор һәм подпольщик. Ҡулға алыуҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Куйбышев Валериан 1917 йылда

1905 йылда Валериан Куйбышев Себер кадет корпусын тамамлай һәм Санкт-Петербург ҡалаһына юллана, унда Хәрби-медицина академияһына уҡырға инә. 1905 йылдың көҙөнән Санкт-Петербургта йәшәй һәм дәрестәрҙән буш ваҡытта РСДРП ҡала ойошмаһында төрлө йомоштар үтәй: легаль булмаған әҙәбиәт ташый, Финляндиянан ҡорал һәм шартлатҡыс матдәләр алып килә. 1905 йылдың 9 ғинуарында тыныс демонстрацияны атыуға ҡаршы студенттар протесында ҡатнашҡан өсөн Рәсәй империяһы полиция күҙәтеүе аҫтына эләгә, бер нисә тапҡыр һорауҙар алыуға дусар булған, һәм, һөҙөмтәлә, 1906 йылда академиянан ҡыуыла[11].

1906 йылдың март айында ата-әсәһенә янына Кузнецк ҡалаһына китә (уның атаһы хеҙмәте буйынса ошо ҡалаға күсерелгән була). Кузнецкиҙа йәшәгән осорҙа легаль булмаған социал-демократик түңәрәк ойоштора. Уның ҡатнашлығында сауҙагәр Фонарев йортонда йәшерен типография урынлаштырыла һәм бер нисә листовка сығарылаы[11][12].

1906 йылдың көҙөндә полициянан Омск ҡалаһында йәшенә, әммә ноябрь айында әүҙем революцион эшмәкәрлеге һәм легаль булмаған әҙәбиәтте һаҡлау өсөн ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла. 1906 ноябренән 1907 йылдың февраленә тиклем тикшереү бара. 1907 йылдың март айында хәрби-огруг суды Куйбышевты аҡлай, ләкин Омск генерал-губернаторы уны полиция күҙәтеүе аҫтына Томск губернаһының Каинск ҡалаһына (атаһы хеҙмәт иткән ҡала) ебәрә[11]. Валериан Каинскиға тиклем барып етмәй, 1907 йылдың апрелендә Томск ҡалаһында тороп ҡала, унда ул агитация төркөмө ағзаһы булып китә. Төркөм гарнизон һалдаттары һәм эшселәр араһында агитацион эш алып бара. Тайга станцияһында эшселәр забастовкаһын ойоштора. 1907 йылдың йәйендә һәм Каинск һәм Барабинск ҡалаларында революцион түңәрәктәр ойоштора, пропаганда алып бара, легаль булмаған әҙәбиәт менән тәьмин итеүҙе һәм прокламацияларҙы нәшер итеүҙе хәстәрләй. Артабан, яңы ҡулға алыуҙан ҡасып, Петропавловскиға күсенә, унда партия легаль гәзитенең 4 һанын баҫтырып сығара.

1908 йылдың февралендә ҡулға алына һәм төрмәгә урынлаштырыла. шул уҡ йылдың июлендә төрмәнән Санкт-Петербургка ҡаса, унда 11 июлдә үк ҡулға алына. Бер ай «Кресттар» төрмәһендә үткәргәс, Каинскиға һөрөлә, унда ул административ-һөргөнсө сифатында йәшәй.

1909 йылдың 30 апрелендә Куйбышев, уға Киевтан легаль булмаған әҙәбиәт менән посылка килгәндән һуң, ҡулға алына. Каинск төрмәһенә ябыла, май уртаһында Томск ттөрмәһенә күсерелә. Уликалар етешмәү сәбәпле тиҙҙән азат ителә.

1909 йылдың көҙөндә Куйбышев Томск университетының юридик факультетына уҡырға инә. 1910 йылдың башына тиклемуҡый, әммә революцион эшмәкәрлеге арҡаһында ҡыула. 1910 йылдың февралендә дүртенсе тапҡыр ҡулға алына, биш ай Томск төрмәһендә тикшереүҙәр үткәрелә, артабан ике йылға Нарымға һөрөлә. Унда Яков Свердлов менән берлектә большевистик ойошмаһын булдыралар.

1912 йылдың май айында Омск ҡалаһына ҡаса, тағы ла ҡулға алына һәм бер йыл төрмәлә ултырғандан һуң Тамбовҡа йәшерен полиция күҙәтеүе аҫтына оҙатыла. Ҡабаттан ҡаса, 1913 йылдың июленән 1914 йылдың июленә тиклем Санкт-Петербургта, Вологдала, Харьковта революцион эш алып бара.

1914 йылдың июлендә Иркутск губернаһы Верхоленск өйәҙе тутура ауылына һөрөлә. 1916 йылдың яҙында ҡаса, шул уҡ йылда ҡулға алына һәм биш йылға Турухан крайына һөрөлә. Һөргөн урынына барып етмәй, Һамарҙа туҡтала. Икмәкханала табелсы булып эшләй, «Самопомощь» кооперативында — конторщик, Торбалар заводында — фрезеровщик. 1916 йылдың 18 сентябрендә Волга буйы большевиктарының большевиктар конференцияһын әҙерләү өсөн ҡулға алына һәм 1917 йылдың 7 февралендә Турухан крайына һөрөлә. 1917 йылдың февраль революцияһынан һуң Казачинское ауылында азат ителә[13].

1917 йылғы революция

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1917 йылда Валериан Куйбышев Һамарға килә, бында ул РСДРП-ның Һамар ойошмаһын етәкләй һәм Совет рәйесе итеп һайлана. 1917 йылдың октябрендә Һамарҙа Һамар революцион комитеты һәм большевиктар партияһының губерна комитеты урәйесе була. Чехословакия легионы ғәскәрҙәре 1918 йылдың 8 июнендә Һамарға һөжүм иткән саҡта Валериан Куйбышев ҡала етәкселеге менән бергә ашығыс рәүештә Сембергә эвакуциялана[14]. Комуч хөкүмәте ҡолатылғандан һуң шул уҡ йылдың октябрендә Һамарға әйләнеп ҡайта. Ҡайтҡандан һуң башҡа большевиктар менән сауҙагәр Покидышев йортонда йәшәй (Һарытау урамы)[15]. 1918-1920 йылдарҙағы Граждандар һуғышы осоронда комиссар һәм 1-се һәм 4-се армияларының (РККА) революцион хәрби Советы ағзаһы була, Һамар партия ойошмаһы менән етәкселек итә[16].

Граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1919 йылдан Валериан Куйбышев РККА-ның Көнсығыш фронты Көньяҡ төркөмөнөң Революцион хәрби советы (РВС) ағзаһы була, төркөм адмирал Колчак хөкүмәте ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыша. Куйбышев — Әстерхандың оборонаһы, һуңынан Урта Азияла ғәскәрҙәр менән етәкселек итә, Төркөстан фронты XI армияһының РВС ағзаһы, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма комитеты комиссияһы һәм Төркөстан буйынса РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эштәре буйынса рәйесе урынбаҫары (1919—1920).

ВКП(б) Үҙәк комитеты политбюроһы (1934) — Кировты үлтергәнгә тиклем. Куйбышев — Киров эргәһендә, үрге рәттә һулдан беренсе.

Граждандар һуғышынан һуң профсоюз һәм хужалыҡ эшендә етәксе булып эшләй. 1920 йылдың декабрендә ВЦСПС президиумы ағзаһы итеп һайлана, иҡтисад бүлеге менән етәкселек итә. 1921 йылдың апреленән — ВСНХ президиумы ағзаһы һәм ноябрҙә — Главэлектр начальнигы; ГОЭЛРО планын тормошҡа ашырыу менән етәкселек итә. 1923—1926 йылдарҙа — Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы комиссары, Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм Хеҙмәт һәм оборона Советы рәйесе урынбаҫары. 1926 йылдан ВСНХ рәйесе. 1930 йылдың ноябренән СССР Госпланы рәйесе, ошо уҡ ваҡытта — Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм Хеҙмәт һәм оборона Советы рәйесе урынбаҫары; 1-се һәм 2-се биш йыллыҡтар халыҡ-хужалыҡ пландарын төҙөүҙә туранан-тура ҡатнаша. 1934 йылдың февраленән Совет контроле комиссияһы рәйесе, 1934 йылдың майынан — Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм Хеҙмәт һәм Оборона Советы рәйесе урынбаҫары. Ҙур совет энциклопедияһының 1-се баҫмаһын баҫып сығарыу инициаторы, Баш редакция ағзаһы. 7, 8,12 −17-се партия съездары делегаты. РКП (б)-ның 10-сы съезында партияның Үҙәк Комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана. 11 съезда РКП(б) Үҙәк Комитеты ағзаһы. 1922 йылдың апрелендә РКП (б-ның Үҙәк Контроль комиссияһында секретары итеп һайлана. 12-се съезда Үҙәк Контроль комиссияһы ағзаһы итеп һайлана, Үҙәк Контроль комиссияһының Эшсе-крәҫтиән инспекцияһы рәйесе була (1923—1926). 15-17- се партия Үҙәк Комитеты ағзаһы итеп һайлана; 1927 йылдан ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзаһы.

Иҡтисад мәсьәләләре буйынса И. В. Сталиндың иң яҡын көрәштәше һәм кәңәшсеһе.

1934 йылдың февраль-апрелендә челюскинсыларға ярҙам итеү буйынса хөкүмәт комиссияһы рәйесе.

1934 йылдың ноябрендә ВКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһынан «бай-кулак ҡаршылашыуы менән көрәш» алып барыу өсөн сәйәси комиссияһын төҙөүгә рөхсәт алыуға өлгәшә һәм үҙе уның составына инә. Сәйәси комиссия атып үлтереү хөкөмдәрен раҫлау хоҡуғына эйә була.[17]

В. В. Куйбышев 1935 йылдың 25 ғинуарында 46 йәшендә ҡапыл ғына үҙенең кабинетында вафат була. Рәсми үлем версияһы — йөрәктең уң коронар артерияһының тромбы[Прим. 1]. Куйбышевтың урнаһы Кремль диуары некрополендә ерләнә.

Музыкаль һәләтле кеше була, Пушкин, Лермонтов һәм Некрасовтың әҫәрҙәрен яттан уҡырға ярата. Үҙе бала саҡтан шиғырҙар яҙа. В. М. Молотов һүҙҙәренсә, Куйбышев бер аҙ алкоголь менән мауыҡҡан:

Куйбышев та минең урынбаҫар, ул киреһенсә, эсергә күп һорамай ине. Уның шундай кәмселеге бар ине: берәй һәйбәт компанияға эләктеме, шундуҡ шәп егеткә әйләнә. Шиғырҙары килеп сыға, йырҙары — бер аҙ компания йоғонтоһона бирелә ине.

Ошолар тураһында уҡ 1933 йылдың 1 сентябрендәге Сталиндың Молотовҡа яҙған хатында:

Политбюроны һәм СНК-ны Куйбышевҡа (уның эсеп китеүе бар) һәм Кагановичҡа оҙаҡҡа ҡалдырып китергә ярамағанлығын аңлыуы шундай ауырмы ни?

Дүрт тапҡыр өйләнгән булған. Беренсе ҡатыны — Пана Афанасьевна Стяжкина (18901962), 1908 йылдан — РСДРП ағзаһы. 1917 йылдың 3 мартында Владимир төрмәһендә Владимир улын таба[Прим. 2].

Улы Владимир диңгеҙ техникумын тамамлай. Куйбышев улы менән тығыҙ бәйләнештә була, ярҙам итә, улар бергә Ҡырымда ял итәләр. Атаһы улын хеҙмәткә өйрәтергә тырыша[18]. Артабан скульптор һәм архитектор булып эшләй, Күксәтауҙағы атаһы һәйкәленең авторҙашы.[19].

Икенсе ҡатыны — Евгения Соломоновна Коган (18861938), 1907 йылдан — РСДРП ағзаһы[20]. Ленин ордены кавалеры (1931). Законлы никахта тормайҙар[Прим. 3]. 1919 йылда Е. С. Коган Галина исемле ҡыҙ таба. Галина йыш ҡына атаһында ҡунаҡта була, хатлашалар[18].

Өсөнсө ҡатыны — Галина Александровна Трояновская[7].

Лежава Ольга Андреевна (1901—1984) — һуңғы һәм рәсми никахлашҡан ҡатыны. 1928 йылдан алып 1935 йылға, Куйбышевтың вафатына тиклем, бергә йәшәйҙәр. 1966 йылда Куйбышевтың биографияһы буйынса китап авторҙашы[21].

Оло террор ваҡытында Куйбышевтың икенсе ҡатыны Евгения Коган һәм ҡустыһы Куйбышев Николай репрессияланалар:

  • Е. С. Коган — ҡулға алғанға тиклем — Моссовет рәйесе урынбаҫары.
  • Н. В. Куйбышев, комкор, Граждандар һуғышы геройы, өс тапҡыр Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Ҡулға алынған саҡта Кавказ аръяғы хәрби округы командующийы була.
Мәскәүҙә Преображенск майҙанындғы һәйкәл
  1. Deutsche Nationalbibliothek Record #118864130 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. ЛаминНовосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
  3. 3,0 3,1 3,2 Куйбышев Валериан Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  4. Valerian Kuybyshev // SNAC (ингл.) — 2010.
  5. Walerian Wladimirowitsch Kuibyschew // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
  6. Петрушин А. А. «Тюмень без секретов, или Как пройти на улицу Павлика Морозова». — 1-е изд. — Тюмень: Мандр и Ка, 2011. — С. 277. — 320 с. — 1,000 экз. — ISBN 5-93020-449-7.
  7. 7,0 7,1 7,2 Николай Зенькович. Энциклопедия биографий «Элита»: «Самые секретные родственники». Куйбышев В. В. (стр. 205—212) // books.google.ru
  8. Некролог // Сибирская торговая газета. № 250. 25 ноября 1909 года. Тюмень
  9. Некролог // Сибирская торговая газета. № 253. 28 ноября 1909 года. Тюмень
  10. Некролог // Сибирская торговая газета. № 255. 1 декабря 1909 года. Тюмень
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Автор: Текст и иллюстрации предоставлены Управлением государственной архивной службы Самарской области. Личность в истории. Руководители советского периода. Валериан Владимирович Куйбышев. 8 октября 1917 г. — 3 апреля 1918 г. Портал «Самарская губерния: история и культура» // gubernya63.ru
  12. Хроника Новокузнецка. 1900 — 1920-её гг. Центральная городская библиотека имени Н. В. Гоголя города Новокузнецка // gogolevka.ru
  13. Е. Ярославский. 8 марта 1917 г. В. В. Куйбышев был освобождён из ссылки и 16 марта вернулся в Самару. «Образец пролетарского революционера» // Газета «Бурят-монгольская правда», № 021 (5800), 27 января 1936 года, стр. 2.
  14. https://weekend.rambler.ru/people/42408542-kakoy-epizod-biografii-valeriana-kuybysheva-skryli-sovetskie-istoriki/
  15. Самарские большевики: неизвестные адреса и штрихи к портретам
  16. Председатель Самарского губисполкома Валериан Владимирович Куйбышев. 2007 йыл 9 ноябрь архивланған. // info.samara.ru
  17. Хлевнюк О. В. Хозяин. Сталин и утверждение сталинской диктатуры. — М.: РОССПЭН, 2012. — С. 23.
  18. 18,0 18,1 Л.О. Данилина Взаимоотношения В.В.Куйбышева с детьми (по материалам личной переписки) // Известия Самарского научного центра Российской академии наук : журнал. — Самара, 2009. — Т. 11. — № 6. — С. 150—152.
  19. Владимир Валерианович Куйбышев — Куйбышевы — История города — Кокчетав
  20. Секретные родственники, 2005
  21. Музей «Дом на Набережной». Ольга Андреевна Лежава-Куйбышева (1901—1984). // museumdom.narod.ru
  1. По мнению Владимира Куйбышева (сына В. В. Куйбышева) в конце декабря 1934 года на заседании Политбюро Куйбышев потребовал дополнительного расследования убийства С. М. Кирова. В этой связи он высказывает предположение об отравлении Куйбышева по приказу Сталина (Фельштинский, стр. 370)
  2. В это время В. В. Куйбышев находился во внебрачной связи Е. С. Коган, секретарём самарского губкома РСДРП, председателем которого состоял Куйбышев (Зенькович, стр. 208).
  3. В это время первая гражданская жена Куйбышева — П. А. Стяжкина находилась в самарской тюрьме, где и родила сына Куйбышева — Владимира (Зенькович, стр. 208).
  • Куйбышев, Валериан Владимирович / Аксютин Ю. В. // Крещение Господне — Ласточковые. — М. : Большая российская энциклопедия, 2010. — С. 273. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов ; 2004—2017, т. 16). — ISBN 978-5-85270-347-7.
  • Алексушин Г. В. Статья про Валериана Владимировича Куйбышева
  • Зенькович Н. А. Самые секретные родственники. Энциклопедия биографий. — М.: Олма-Пресс, 2005. — 512 с. — 2000 экз. — ISBN 5-94850-408-5.
  • Куйбышев, Валериан Владимирович // Томск от А до Я: Краткая энциклопедия города. / Под ред. д-ра ист. наук Н. М. Дмитриенко. — 1-е изд. — Томск: Изд-во НТЛ, 2004. — С. 179. — 440 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-89503-211-7.
  • Ноздрин Г. А. Валериан Владимирович Куйбышев в Каинске // Личность в истории Сибири XVIII—XX веков. Сб. биограф. очерков / отв. ред. А. А. Кириллов. Новосибирск, 2007. С. 136—149.
  • Ю.Г.Фельштинский. Вожди в законе. — М.: Терра, 2008. — 384 с. — ISBN 5-275-01878-9.