Кукольник йорто (Таганрог)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Кукольник йорто (Таганрог)
Нестор Кукольник йәшәгән йорт
Нестор Кукольник йәшәгән йорт
Ил Рәсәй
Ҡала Таганрог, Петр урамы, 74
Нигеҙләүсе Амалия Ивановна Кукольник
Беренсе тапҡыр 1860-сы йылдар
Нигеҙләнгән 1861 йыл
Статус мәҙәни мираҫ объекты

Кукольник йорто — төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты[1], Ростов өлкәһенең Таганрог ҡалаһында Петровская урамы, 74 адресы буйынса урынлашҡан. Бина XXI быуатҡа тиклем һаҡланған[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1857 йылда Таганрогта, таш фундаментта төҙөлгән ағас өйҙә Нестор Васильевич Кукольник һәм уның ҡатыны Амалия Ивановна ғаиләһе урынлаша. 1861 йылда Амалия Кукольник төҙөлөш комитетына ике ҡатлы кирбес йорт проекты эшләтеү маҡсаты менән ғариза бирә. Һөҙөмтәлә был йорт төҙөлә һәм Петр урамы, 74 адресы буйынса беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлана. Шулай итеп, 1860-сы йылдарҙан алып йорт уның милке булып иҫәпләнә. Уның ире был йортта 1859 йылдан 1868 йылға тиклем йәшәй. Таганрог тарихында Нестор Васильевич билдәле шәхес була: ул Харьков ҡалаһынан Таганрогҡа илтеүсе тимер юл проекты өҫтөндә эшләй. Һуңынан ул Кавказға тиклем оҙайтыла һәм Төньяҡ-Кавказ тимер юлы тип атала башлай. Ул музыка йәмғиәтенә нигеҙ һала, ә 1865 йылдан Дума Гласныйы[3] итеп һайланған. Ул әүҙем йәмәғәт эшмәкәре булараҡ ҡына түгел, ә ижади кеше булараҡ та билдәле була. Нестор Кукольник «Аллаһы тәғәлә ҡулы Ватанды ҡотҡарҙы» драмаһын яҙа, ошо драма арҡаһында уның исеме бик күптәргә, император Николай I-гә лә билдәле була. Ул романстар яҙа, уның һүҙҙәренә Глинка Михаил Иванович музыка яҙа. Уның романстарының береһен — «Сомнение» — Федор Шаляпин башҡара. Уның таныштары араһында Антон Чеховтың атаһы Павел Егорович Чехов була. Император Александр I Нестор Кукольниктың Крестный атайы була.

Нестор Кукольник Таганрогта ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы асыу һәм ижтимағи-сәйәси гәзитте булдырыу өсөн сығыш яһай. Кукольник Азов диңгеҙенең[4] экология торошо тураһында хәстәрлек күрә.

Петр урамындағы 74-се йорттоң юғары ҡатындағы фатирҙар ҡуртымға бирелгән. Бының тураһында белдереү «Полицейский листок» гәзитендә 1865 йылда баҫылып сыҡҡан. Ошо уҡ йортта нотариаль эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән Константин Работин йәшәй. 1868 йылдың 8 декабрендә Нестор Кукольник кинәт вафат була. Уларҙың ғаиләһендә балалары булмай.

Амалия Ивановна доктор Пантелеймон Иванович Работинға кейәүгә сыға. Ул Таганрог Ирҙәр гимназияһында белем ала һәм уны 1851 йылда тамамлай. Ирҙәр гимназияһында һөнәре буйынса эшләй. Өлкә суды ихтыяжы өсөн 1869 йылдан 1882 йылға тиклем Амалия Работинаның йортон һатып алыу планы булған документтар һаҡланған, әммә ғәмәлдә Өлкә суды 1869 йылдан 1879 йылға тиклем йорттоң икенсе ҡатын ғына биләй. Өлкә судының тап Таганрогта барлыҡҡа килеүе Нестор Кукольниктың эшмәкәрлеге арҡаһында мөмкин булған. Күпмелер ваҡыттан һуң Работин Пантелеймон ҡатыны Амалияны ҡалдырып китә.

1898 йылдан алып 1915 йылға тиклем йорт Аҙау-Дон коммерция банкы милегендә була. Банк идаралығы 1904 йылдан башлап Таганрогта түгел, ә Санкт-Петербургта урынлашһа ла, барыбер ҡалала уның бүлексәһе ҡала. 1912 йылда бинала присяжный поверенный К. Е. Адабашев эшләй. Фатирҙы йәшәү өсөн нотариус Иван Кирпичев ҡатыны Александра менән ҡуртымға алалар. Александра француз теле уҡытыусыһы булып эшләй.

1920 йылда Петр урамындағы 74-се йортта финанс бүлеге һәм халыҡ мәғарифы бүлеге урынлаша. Халыҡ мәғарифы бүлеге 4 бүлексәне үҙ эсенә ала: мәктәпкәсә, мәктәп, мәктәптән тыш һәм музыка-театр. 1947 йылда йорттоң беренсе ҡатында ҡала архивы урынлашҡан, ә күршелә һаҡлыҡ банкы, Үҙәк статистика идаралығы һәм Ленин районының финанс бүлеге урынлаша. 1992 йылдан алып төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булараҡ һаҡлана. XXI быуатта Нестор Кукольник йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]