Кукубаев Анатолий Кукубаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кукубаев Анатолий Кукубаевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Вафат булыу көнө 1 август 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (65 йәш)
Һөнәр төрө композитор
Уҡыу йорто Өфө сәнғәт училищеһы

Кукубаев Анатолий Кукубаевич (1 июль 1937 йыл — 1 август 2002 йыл) — композитор, 1964-2002 йылдарҙа Өфө сәнғәт училищеһы педагогы. 1998 йылдан Башҡортостан Республикаһының Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1967).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Анатолий Кукубаевич Кукубаев 1937 йылдың 1 июлендә БАССР-ҙың Бөрө районы Бахтыбай ауылында Куғыбай Ҡотлосатов ғаиләһендә тыуа. Кукубаев — композитор псевдонимын урман ҡошоноң «ку-ку» йырынан алған.

Анатолий Кукубаевич 1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһының баян класын (педагогы И. П. Фоменков), 1966 йылда — Гнесиндар исемендәге Музыка-педагогия институтын тамамлай (А. А. Лубенниковтың баян класын, С. П. Горчаковтың дирижерлыҡ класын).

1964 йылдан алып Өфө сәнғәт училищеһы уҡытыусыһы булып эшләй, 1971 йылға тиклем «Салауат Юлаев» культура йортонда музыка етәксеһе һәм халыҡ бейеүҙәре ансамбленың оркестр дирижеры була.

Милләте буйынса мари, ул үҙен башҡорт музыкаһы ижадына арнай. 2002 йылдың 1 авгусында вафат була. Тыуған Бахтыбай ауылында ерләнә.

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1996 йылда Өфө сәнғәт училищеһында йыл һайын Кукубаев исемендәге конкурс ойошторола. 2004 йылда училищела уның исемендәге уҡыу класы асыла.

Әҫәрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Легенда» симфоник поэмаһы (1996),

Ғ.Сәләм шиғырҙарына «Республика иртәһе» ораторияһы (1989).

Ю. А. Андрианов шиғырына «Башҡортостан — тыуған ер» кантатаһы (1987).

«Ирәндек үҙәнендә» поэма-фантазияһы (1982),

«Халыҡ байрамы» увертюраһы (1983), Мари рапсодияһы (1986), Салауат маршы (1993);

Аккордеон, балалайка, баян, гармун, думбыра, ҡурай һ. б. өсөн пьесалар

И. Х. Йомағолов «Нәркәс» пьесаһы буйынса «Ҡыуыпған» спектакленә музыка

«Совет һалдаттары йыры» йырҙары (1955), «Киске вальс» (1956);

Баян өсөн пьесалар «Ете ҡыҙ», «Башҡорт темаларына вариациялар», «Интермеццо».

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1987).
  • Ғ. Сәләм исемендәге премия (1967).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]