Кукулиева Калерия Васильевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кукулиева Калерия Васильевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 30 август 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}}) (82 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Иваново
Һөнәр төрө рәссам
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Кукулиева Калерия Васильевна (тыуған 1937) — совет һәм рәсәй халыҡ кәсептәре рәссамы, Палехский биҙәктәре өлкәһендәге белгес. РСФСР-зың РС ағзаһы (1966; СХР 1991). Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы лауреаты (1996). РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1980). Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кукулиева Калерия Васильевна 1937 йылдың 30 авгусында Иваново ҡалаһында рәссамдар ғаиләһендә тыуған, боронғо Палех рәсем сәнғәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе И. И. Зубковтың (1883—1938) ейәнсәре, РСФСР-зың РС ағзаһы (1934) .

1952 йылдан алып 1957 йылдар буйына К. В. Кукулиева А. М. Горький исемендәге Палех художество училищеһында уҡый, уның уҡытыусылары Ф. А. Каурец, А В. Котухин, М.. И. Шемаров, Д. Н. Буторин һәм А. В. Борунов була.

1957 йылда К. В. Кукулиева СССР Художество фондының Палех художество-производство оҫтаханаһында эшләй башлай. К. В. Кукулиева әҫәрҙәренең төп темаһы — фольклор, революция, заманса жанрҙар һәм дин тематикаһы[1].

1958 йылда В. К. Кукулиева ире Б. Н. Кукулиев менән бергә театр-декорацияһы һәм китап иллюстрациялары һынлы сәнғәте менән шөғөлләнә («Садко» (1974), «Сын России» (1981), «Красная строка», «Руслан һәм Людмила» (1983), «Жизнь Иисуса Христа в красках палеха» (1995), иконалар яҙа[1]. Борис һәм Калерия Кукулиевтарҙың китап графикаһындағы иң мөһим эштәренең береһе — «Здравствуйте, братушки» китап иллюстрацияһы Болгарияны ғосман иҙеүенән иазат итеүҙең 100-йыллығына арналған. Улар бер бөтөн монументаль әҫәр ижад итә, ул урыҫ-болгар дуҫлығының апофеозы булып тора. Был әҫәре өсөн 1978 йылда К. В. Кукулиева Болгарияның I дәрәжә «Кирилл һәм Мефодий» ордены менән бүләкләнә.

Б. Н. Кукулиевтың етәкселегендә һәм туранан-тура К. В. Кукулиеваның ҡатнашлығында Иваново пионерҙар һарайының балет бүлмәһе (1962), Иваново өлкәһенең Мугреево пионер лагеры (1966), Обнинскиҙың банкет залы «Руслан һәм Людмила» темаһына(1978), Кемерово өлкәһе Белово ҡалаһының пионерҙар һарайында «Гайдар бүлмәһе» биҙәлә (1986)[1].

1958 йылда К. В. Кукулиева төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. 1975 йылда үҙ эштәре өсөн — «Искусство книги» Бөтә Рәсәй конкурсының тәүге китап баҫыусы Федоров Иван дипломы менән бүләкләнә, 1977 йылда — Халыҡ-ара китап күргәҙмәһенең Ҙур Алтын миҙалына лайыҡ була[1].

К. В. Кукулиева 1966 йылда РСФСР рәссамдар союзы ағзаһы булып һайлана (1991 йылдан алып Рәсәй художниктар союзы).


1995 йылда «Евангелие в красках Палеха» серияһы пластиналары һәм лаклы таҡтала «Житие Александра Невского» тип яҙылған миниатюралары өсөн К. В. Кукулиева Рәсәй Федерацияһының сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһына лайыҡ була

1980 йылда В. К. Кукулиеваға РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы исеме, ә 1999 йылда — Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы исеме бирелә.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

К. В. Кукулиеваның иллюстрациялары ҡуйылған китаптарҙың исемлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1974 год — Садко. Новгородские былины: Садко. Василий Буслаевич. Смерть Василия Буслаева (ил. Кукулиева К. В.; Кукулиев Б. Н.). М., Советская Россия, 1974 г., 96 с.
  • 1976 год — Митяев А. В. Красная строка. Новеллы (ил. Кукулиев Б. Н.; Кукулиева, К. В.). М., Молодая гвардия, 1976 г., 96 с.
  • 1978 год — Здравствуйте, братушки! Альбом. К 100-летию освобождения Болгарии от исманского ига (ил. Кукулиев Б. Н.; Кукулиева К. В.). М., Изобразительное искусство; София, Септември, 1978 г., 108 с.
  • 1980 год — Садко. Новгородские былины (ил. Кукулиева К. В.; Кукулиев Б. Н.). М., Советская Россия, 1980 г, 80 с.
  • 1982 год — Лиханов А. А. Сын России. Книга-альбом (ил. Кукулиева, К. В.; Кукулиев Б. Н.). М., Молодая гвардия, 1982 г., 112 с.
  • 1985 год — Пушкин А. С. Руслан и Людмила. Поэма (ил. Кукулиев Б. Н.; Кукулиева К. В.). М., Художественная литература, 1985 г, 136 с.
  • 1987 год — Сын России. Открытки (ил. Кукулиева К. В.; Кукулиев Б. Н.; Ан О. В.). М., Изобразительное искусство, 1987 г, 16 откр.
  • 1995 год — Жизнь Иисуса Христа в красках Палеха (ил. Кукулиев Б. Н.; Адеянов, С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиева К. В.; Кукулиев Н. Б.). Сер. Сокровища Палеха. Иваново, Полинформ, 1995 г., 96 с.
  • 2000 год — Садко. Sadko. Новгородская былина (на рус. и анг. яз.) (ил. Кукулиева К. В.; Кукулиев Б. Н.). М., Художественная литература, 2000 г., 128 с.
  • 2004 год — Библия. Книги Священного Писания Ветхого и Нового Завета (подарочное издание в футляре) (ил. Кукулиев Б. Н.; Адеянов С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиева К. В.; Кукулиев Н. Б.). М., Классика, 2004 г., 1120 с.
  • 2005 год — Евангелие в красках Палеха (подарочное издание в футляре) (ил. Кукулиев Б. Н.; Адеянов С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиева К. В.; Кукулиев Н. Б.). М., Классика, 2005 г., 544 с.
  • 2009 год — Бажов П. П. Малахитовая шкатулка. Сказы (эксклюзивное подарочное издание в футляре) (ил. Адеянов С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиев Б. Н.; Кукулиев Н. Б.; Кукулиева К. В.). М., Классика, 2009 г., 560 с.
  • 2011 год — Библия в миниатюрах Палеха (коллекционное издание в футляре) (ил. Кукулиев Б. Н.; Адеянов С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиева К. В.; Кукулиев Н. Б.). М., Классика, 2011 г., 272 с.
  • 2011 год — Евангелие в миниатюрах Палеха (ил. Кукулиев Б. Н.; Кукулиева К. В.; Адеянов С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиев Н. Б.). СПб., Пушкинский фонд, 2011 г., 274 с.
  • 2015 год — Pushkin A.S. Ruslan and Ludmila. Поэма (на анг. яз.) (ил. Кукулиева К. В.; Кукулиев Б. Н.; Кукулиева С. Б.). М., Радуга, 2015 г., 136 с.
  • 2017 год — Святые покровители Земли Русской в миниатюрах Палеха (коллекционное издание в футляре) (ил. Кукулиев Б. Н.; Адеянов С. Я.; Бушков В. А.; Кукулиева К. В.; Кукулиев Н. Б.). М., Классика, 2017 г., 376 с.

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • I дәрәжә «Кирилл һәм Мефодий» ордены (Болгария) (1978)

Маҡтаулы исемдәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы (1999)
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған рәссамы (1980)
  • Палехтың Почетлы гражданы

Премиялары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (1996 — ""Евангелие в красках Палеха"серияһы пластиналары өсөн һәм лаклы таҡтала «Житие Александра Невского» яҙылған миниатюралары өсөн")

Ғаиләһе[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Художественная культура Ивановской области / Н. Б. Гущина. — Иваново : Иваново, 2007 г. — 286 с. — ISBN 978-5-85229-265-0
  • Кто есть кто: статусная элита Российской Федерации / составители: А. В. Мендюков [и др.]. — М. : Университет Дмитрия Пожарского, 2017 г. — 584 с. — ISBN 978-5-91244-215-5

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]