Кулагин Евгений Анатольевич
| Кулагин Евгений Анатольевич | |
| Зат | ир-ат |
|---|---|
| Тыуған көнө | 7 октябрь 1953 (72 йәш) |
| Тыуған урыны | Өфө, РСФСР, СССР |
| Биләгән вазифаһы | Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты |
| Уҡыу йорто | ӨДНТУ |
Кулагин Евгений Анатольевич (7 октябрь 1953 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, 1992 йылдан халыҡ депутаттарының Октябрь районы советы башҡарма комитеты рәйесе — Өфө ҡалаһының Октябрь рйоны администрацияһы башлығы. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кулагин Евгений Анатольевич 1953 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған. Милләте буйынса рус, юғары белемле — 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлын, 1975 йылда Өфө нефть институтын тамамлағас, Өфө ҡалаһында эре панелле йорттар төҙөү (КПД) тресында башлай. 1976—1979 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Өфө ҡалаһы Калинин райкомының икенсе секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан Өлкә комитетының инструкторы. 1979—1986 йылдарҙа КПД тресында бүлек мөдире, баш инженер. КПСС-тың Өфө ҡалаһы Октябрь районы инструкторы, КПСС-тың Өфө ҡала комитетында бүлек мөдире урынбаҫары, Октябрь райкомының икенсе секретары. 1992 йылдан халыҡ депутаттарының Октябрь районы советы башҡарма комитеты рәйесе — Өфө ҡалаһының Октябрь районы администрацияһы башлығы.[1]
Өфө ҡалаһының Октябрь районы 35-се Лесопарковый һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.[2]
Ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104