Кулибаев Илдус Хәйбрахман улы
Кулибаев Илдус Хәйбрахман улы | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Гражданлығы |
![]() ![]() |
Тыуған көнө | 12 июнь 1937 |
Тыуған урыны | Түбә, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 1 май 2001 (63 йәш) |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Кулибаев Илдус Хәйбрахман улы (12.05.1937—1.05.2001) — ауыл хужалығы, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Илдус Хәйбрахман улы Кулибаев 1937 йылдың 12 июнендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Түбә ауылында тыуған.
Тормош һәм хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1960 йылдан Хәйбулла районы «Матрай» совхозының баш агрономы, 1974 йылдан «Аҡъяр» совхозы директоры.
1978 йылдан КПСС-тың Хәйбулла район комитетының икенсе, 1980 йылдан — беренсе секретары итеп тәғәйенләнә.
1984 йылдан «Хәйбулла» совхозы директоры, бер үк ваҡытта 1992—1995 йылдарҙа Сиҙәм ауыл Советы рәйесе.
1997 йылдан — Өфө ауыл Советы рәйесе.
1998—2001 йылдарҙа «Һаҡмар» шифаханаһы директоры.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған агрономы (1974)
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
- Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1997)