Куприянова Маргарита Николаевна
Куприянова Маргарита Николаевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
![]() ![]() ![]() |
Тыуған көнө | 18 сентябрь 1918 |
Тыуған урыны | Өфө, РСФСР |
Вафат булған көнө | 3 ғинуар 2003 (84 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Һөнәр төрө | архитектор |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Куприянова Маргарита Николаевна (18 август 1918 йыл— 3 ғинуар 2003 йыл) — архитектор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе, 1947—1956 йылдарҙа Черниковск[1] ҡалаһының баш архитекторы. Өфөнөң төньяғындағы район архитектураһы менән башҡа ҡалаларҙан айырыла, үҙ стилен ала. 2023 йылдың 25 октябренән Черниковканың 1950-сы йылдарҙағы төҙөлөш биналары төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты сифатында Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының мәҙәни мираҫ объекттарының берҙәм дәүләт реестрына индерелә[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маргарита Николаевна Куприянова 1918 йылдың 18 авгусында Өфөлә инженер-тимер юлсы ғаиләһендә тыуған, 3-сө мәктәптә уҡый. 1936 йылда мәктәпте тамамлағас, Мәскәү транспорт инженерҙары институтының архитектура факультетына уҡырға инә. 1941 йылда уҡыу йортон тамамлағас, СССР-ҙың көнбайыш райондарының береһенә эшкә китергә тейеш була, ләкин Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, Өфөгә ҡайта. Өфөнөң архитектура ойошмаларында эшләй. 1948 йылда Маргарита Куприянованы Черниковск ҡалаһының баш архитекторы итеп тәғәйенләйҙәр. Куприянова етәкселегендә элекке буш ерҙә биналар һалына, киң урамдар, ихаталар, парктар һәм скверҙар проектлана[3].
1954—1957 йылдарҙа уның етәкселегендә Черниковкала беренсе бейек йорттар — Беренсе май (Первомайская) урамындағы һигеҙ ҡатлы данлыҡлы биналар төҙөлә, Еңеү паркы, «Победа» кинотеатры һәм башҡалар барлыҡҡа килә. Өфөнөң төньяғындағы район, башҡа ҡалаларҙан архитектураһы менән айырылып, үҙ стилен ала. Йорттар «сталин ампиры» («сталинский ампир») стилендә, ХХ быуат архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Биналар 1960-сы йылдар уртаһына тиклем ҡалала иң бейек бина булып ҡала. Бынан тыш улар Өфөлә лифт барлыҡҡа килгән тәүге биналарҙың береһе.
Черниковск ҡалаһы 1956 йылдың 24 июлендә Өфөгә ҡушыла, ә ҡаланың баш архитектор вазифаһы бөтөрөлә. Маргарита Николаевна 1975 йылға тиклем «Башпроектта» эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ата-әсәһе менән Цюрупа һәм Коммунистик урамдары мөйөшөндә урынлашҡан күп ҡатлы йортта йәшәй[4].
Архитектор 2003 йылдың 3 ғинуарында Өфөлә вафат була, Көньяҡ зыяратта ерләнә.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өфө ҡала Советының 83-сө ултырышында баш ҡаланың Орджоникидзе районындағы аллеяға Маргарита Куприянова исемен биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ул Беренсе Май урамында Тыныслыҡ урамынан алып Ульяновтар урамына ҡәҙәр киҫелештә урынлашҡан[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе ()
- РСФСР-ҙың Почёт грамотаһы ()
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ хәҙер Черниковка
- ↑ О включении выявленного объекта культурного наследия ««Ансамбль застройки г. Черниковска 1950-х годов. 7 февраль 2025 тикшерелгән.(недоступная ссылка)
- ↑ Куприянова Маргарита Николаевна, Коммерсантъ. 7 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ "История в лицах " Маргарита Куприянова, Уфа 450. 7 февраль 2025 тикшерелгән.
- ↑ В Уфе увековечили память главного архитектора Черниковки Маргариты Куприяновой, Горсовет Уфы. 7 февраль 2025 тикшерелгән.