Кускова Екатерина Дмитриевна
Кускова Екатерина Дмитриевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 5 декабрь 1869 или 1869[1] |
Тыуған урыны | Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, Рәсәй империяһы[2][1] |
Вафат булған көнө | 22 декабрь 1958[3][4] |
Вафат булған урыны | Женева, Швейцария[2][1] |
Һөнәр төрө | иҡтисадсы, мөхәррир |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Рәсәй социал-демократик эшселәр фирҡәһе[d] |
Кускова Екатерина Дмитриевна Викимилектә |
Кускова Екатерина Дмитриевна (5 декабрь 1869 йыл — 22 декабрь 1958 йыл) — рус сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, публицист һәм нәшерсе, революцион, либераль һәм масон хәрәкәттәре активисы. Иҡтисадсы С. Н. Прокоповичтың ҡатыны.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормошо һәм революцион эшмәкәрлегенең башы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Екатери́на Дми́триевна Куско́ва (Прокопо́вич) ҡыҙ фамилияһы Есипова, 1869 йылда Өфөлә гимназия уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуа. Атаһы урындағы гимназияла тел һәм әҙәбиәт фәндәренән уҡыта, шунан акциз чиновнигы була, әсәһе — ябай, саҡ ҡына уҡый-яҙа белгән татар ҡатыны. Кускова башланғыс белемде Һарытау ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында ала. 1884 йылда 15 йәшендә үкһеҙ етем ҡала: атаһы атылып үлә, әсәһе туберкулёздан вафат була. Үҙен һәм һеңлеһен туйындырыу өсөн Кускова әсәһенең эшен — ҡарт-ҡоролар йортона идара итеүҙе үҙ өҫтөнә алырға мәжбүр була. Дәрестәрен ҡалдырған өсөн гимназиянан сығаралар, әммә 1885 йылда ул, имтихандарҙы экстерн менән тапшырып, уны уңышлы тамамлай. Шул уҡ йылда гимназия уҡытыусыһы И. П. Ювеналиевҡа кейәүгә сыға, унан ике балаһы була. Ювеналиев элек народниктар түңәрәктәрендә ҡатнашҡан була, улар ҡатыны менән үҙ фатирҙарында йорт шарттарында университет ойоштора, унда гимназист ҡыҙҙарға тәбиғәт фәндәрен уҡыта, яҙыусы-народниктарҙың хеҙмәттәрен уҡыйҙар. 1889 йылда Ювеналиев туберкулёздан вафат була, Кускова тол ҡала[5].
1890 йылда Кускова Мәскәүгә күсенә һәм акушер курстарына уҡырға инә. Бында ул студенттар араһындағы народниктар түңәрәгенә барып эләгә, йәшерен әҙәбиәт таратыу менән шөғөлләнә. 1891 йылда Һарытауға ҡайта һәм фельдшер курстарына уҡырға инә. Ваба эпидемияһы менән көрәштә ҡатнаша, ваба болаһы шаһиты була. Һарытауҙа ла йәшерен эшмәкәрлеген дауам итә, Н. М. Астыревтың народниктар түңәрәгендә ҡатнаша, танылған революционерҙар М. А. Натансон һәм В. М. Чернов менән таныша. Аҙаҡ полиция тарафынан тотошо менән юҡҡа сығарылған «Народное право» революцион партияһын ойоштороуҙа ҡатнаша. Революцион түңәрәктә ҡатнашҡаны өсөн енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыла, 1 йыл төрмәлә ултырып сыға һәм 3 йыл полиция күҙәтеүе аҫтында була. Аслыҡ иғлан иткән студент-«народник» Кусковты төрмәнән сығарыу өсөн, уның менән фиктив никахҡа инә. Шул ваҡыттан алып Кускова фамилияһында йөрөй, һәм шул фамилия аҫтында ул таныла.
1894 йылда Түбәнге Новгородҡа күсенә, унда В. Г. Короленко, Н. Ф. Анненский, М. Горький һәм үҙенең буласаҡ ире Сергей Прокопович менән таныша. Ошонда ул народниктар хәрәкәтенән яңы марксизм тәғлимәтенә күсә. Сормов заводы эшселәре араһында өгөт-нәсихәт менән шөғөлләнә. 1895 йылда С. Н. Прокоповичҡа кейәүгә сыға, ә 1896 йылда уның менән бергә туберкулёздан дауаланыу өсөн сит илгә сыға. Сит илдә Г. В. Плеханов һәм урыҫ социал-демократияһының башҡа юлбашсылары менән таныша, ире менән бергә "Сит илдә урыҫ социал-демократтар союзы"на инә. Брюссель университетында социаль фәндәр буйынса лекциялар тыңлай, Европа профсоюз хәрәкәтен өйрәнә. Тиҙҙән үҙ ҡараштарының урыҫ социал-демократтары идеологияһы менән тап килмәүен аңлай.
Социал-демократия, ревизионизм һәм экономизм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сит илдә йәшәгәндә Кускова менән Прокопович Европа социал-демократияһындағы яңы ревизионист юҫыҡтағы йүнәлештәр менән таныша. Башында Э. Бернштейн торған был ағым, сәйәсәттән ситләшеп, эшсе синыфтың көрәшен иҡтисади йүнәлештә генә алып барыуҙы өҫтөн күрә. Рәсәйгә ҡайтҡас, Кускова менән Прокопович социал-демократияның ошо йүнәлешен пропагандалай башлай, был, әлбиттә, урыҫ марксистары менән дошманлашыуға килтерә. 1899 йылда Кускова үҙенең ревизион ҡараштарын сағылдырған хеҙмәт яҙа. Матбуғатта баҫтырыу өсөн тәғәйенләнмәгән был документ «Кредо» (лат. «Credo») тип аталған марксистик түңәрәктәрҙә киң танылыу ала. Документта Кускова Рәсәй шарттарында сәйәси власты ҡулға алыуҙың мөмкин булмауын раҫларға тырыша. Шуға күрә урыҫ социал-демократтары власты алыу өсөн түгел, ә эшселәрҙең капиталистарға ҡаршы иҡтисади көрәшендә ҡатнашырға һәм башҡа оппозицион көстәргә сәйәси азатлыҡ өсөн көрәшендә ярҙам итергә кәрәк, тип иҫәпләй[6]. Бындай ҡараш «экономизм»[7] тип атала башлай.
Ортодоксаль марксистар Кускованың «Кредо»һына ҡарата ҡырҡа кире ҡарашта була. А. И. Ульянова-Елизарованың инициативаһы буйынса «Кредо» уның ҡустыһы В. И. Ленин ултырған Минусин ссылкаһына ебәрелә. Документ менән танышҡандан һуң Ленин «Рәсәй социал-демократтарының протесы» тигән мәҡәлә яҙа. Мәҡәләһендә Ленин, был документ социал-демократияны хата юлға йүнәлтә, тип белдерә. «Пролетариат үҙаллы сәйәси эшселәр партияһын булдырыуға ынтылырға һәм сәйәси власты тартып алыу уларҙың маҡсаты булырға тейеш», — тип раҫлай Ленин.
Сит илдә Лениндың протесын башында Г. В. Плеханов торған урыҫ социал-демократтар башлыҡтары ла хуплай. Артабан Кускова менән Прокопович бер ниндәй йүнәлешкә лә ҡушылмай, үҙҙәренең көрәштән ситләшеүҙәрен Кускова әхләҡи яҡтан фекер айырымлығы булыуы менән бәйләй[8].
«Азатлыҡ союзы» һәм беренсе урыҫ революцияһының башланыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революцион партиялар менән бәйләнештәрен өҙгәндән һуң Кускова менән Прокопович 1900-сы йылдар башында либераль хәрәкәткә ҡушыла һәм «Азатлыҡ союзы» йәшерен ойошмаһын булдырыуҙа ҡатнаша. Ойошма ойоштороу тураһындағы ҡарар 1903 йылда Шафгаузендағы съезда ҡабул ителә, унда 20 кеше, шул иҫәптән Кускова менән Прокопович та[9] ҡатнаша. «Азатлыҡ союзының» маҡсаты — Рәсәйҙә сәйәси азатлыҡҡа өлгәшеү, шул осраҡта ғына төрлө сәйәси ҡарашлы кешеләрҙе бергә берләштереү мөмкин буласаҡ, тип фекер йөрөтә улар. Кускова менән Прокопович Союз эшендә әүҙем ҡатнаша. 1904 йылдың ғинуарында союздың съезында Кускова менән Прокопович уның етәкселек итеүсе Советына һайлана.
Составы буйынса «Азатлыҡ союзы» уң һәм һул ҡанатҡа бүленә. Уң ҡанатҡа либераль земстволар вәкилдәре, һулына ортодоксаль марксизм менән араларын өҙгән социал-демократтар инә[10]. Һул ҡанатҡа П. Б. Струве, Н. А. Бердяев, С. Н. Булгаков, С. Л. Франк, Б. А. Кистяковский, В. Я. Яковлев-Богучарский кеүек танылған йәмәғәт эшмәкәрҙәре инә. Кускова менән Прокопович һул ҡанатҡа ҡушыла. Айырыуса Петербургта улар күп була. Ирекле-иҡтисади йәмғиәт, Техник йәмғиәт һәм башҡалар «Азатлыҡ союзының» йоғонтоһонда була. 1904 йылдың көҙөндә урыҫ-япон һуғышындағы еңелеүҙән һуң илдә «Азатлыҡ союзы» инициативаһы менән земство петициялары башлана. Земстволар һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары батшаға конституция һәм халыҡ вәкиллеген индереүҙе талап итеп мөрәжәғәт итә.
1905 йылдың 9 ғинуарында Петербургтың 200 меңдән ашыу эшсеһе дин әһеле Гапон менән, сәйәси азатлыҡ һәм халыҡ вәкиллеген талап итеп, Ҡышҡы һарайға йүнәлә. Батша ғәскәренең ошо халыҡты аттырыуы 1905—1907 йылдарҙағы Беренсе урыҫ революцияһын башлап ебәрә.
17 октябрь Манифесы һәм «Исемһеҙ» төркөмө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905—1907 йылдарҙағы революция осоронда Кускова азатлыҡ хәрәкәтендә әүҙем ҡатнаша. Сәйәси азатлыҡты өгөтләгән «Беҙҙең тормош» гәзитен мөхәррирләүен дауам итә. «Азатлыҡ союзы» съездарында ҡатнаша, самодержавиеға ҡаршы булған бөтә оппозицион көстәрҙең берҙәм эшләүе яҡлы була.
17 октябрь Манифесынан һуң «Азатлыҡ союзы» сафтарындағы берҙәмлек юғала. Уң ҡанаттағы ойошмалар хөкүмәт инициативаһын хупларға ҡарар итә һәм Конституцион-демократик партия (кадеттар) тип аталған парламент партияһын ойоштора башлай. Башында Кускова торған һул ҡанат хөкүмәтте хуплауҙан баш тарта һәм монарх ҡоролошон ҡолатыу өсөн көрәште дауам итеүҙе талап итә. Был төркөм, Учредителдәр йыйылышын саҡырып, демократик республика урынлаштырыу өсөн сығыш яһай. Был йәһәттән һул ҡанат вәкилдәре 17 октябрь Манифесын ҡабул итмәгән революцион партияларға — социал-демократтарға һәм эсерҙарға ҡушыла.
1905 йылдың октябрендә Конституцион-демократик партияның ойоштороу съезында Кускова шул партияның Үҙәк Комитеты составына һайлана, әммә ул был партияға инеүҙән баш тарта. Бер төркөм фекерҙәштәре менән «Азатлыҡ союзын» һаҡлап ҡалырға тырыша, ә союз тарҡалғандан һуң бер ниндәй партияға ла ҡарамаған «Исемһеҙ» төркөмөн булдыра. Е. Д. Кускова, С. Н. Прокопович һәм В. Я. Яковлев-Богучарский төркөмдөң төп өлөшөн тәшкил итә; уларҙан башҡа төркөмгә В. В. Хижняков, В. В. Водовозов, В. В. Португалов, А. С. Изгоев, В. С. Голубев, Л. Я. Гуревич һәм башҡалар инә. 1906 йыл башынан төркөм «Исемһеҙ» тип аталған журнал да сығара башлай. «Исемһеҙ» журналының нәшерсеһе тип Кускова һанала, мөхәррире — Прокопович[11]. Кускова үҙенең Э. Бернштейндың «тәнҡитле социализмы» яҡлы булыуын иғлан итә[12].
«Исемһеҙ» төркөмө киң сәйәси йоғонто яһауға өлгөшө алмай, Столыпин реакцияһынан һуң журнал ябыла, һәм төркөм дә таркала. Артабан Кускова башҡа баҫмаларҙа публицистик эшмәкәрлеген дауам итә. «Товарищ» (1906—1907), «Русские ведомости» (1908) гәзиттәрендә, «Наш современник» (1912—1914) журналында мәҡәләләре сыға.
Масондар эшмәкәрлегендә ҡатнашыуы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1905—1907 йылдарҙағы Революция еңелгәс, Кускова һәм уның фекерҙәштәре Рәсәйҙе сәйәси йәһәттән азат итеү өсөн көрәштең яңы формаларын табырға тырыша. Кускованың фаразы буйынса масонлыҡ шундай көрәш формаларының береһе була. Масонлыҡ Рәсәйҙә 18 быуатта барлыҡҡа килә. Ул алдарына дөйөм маҡсат ҡуйған кешеләрҙе берләштереүсе йәшерен ойошма.
- Хәрәкәт 1905—1907 йылдар Революцияһы тар-мар ителгәндән һәм артабанғы сәйәси эҙәрлектәүҙәрҙән һуң барлыҡҡа килә;
- Хәрәкәттең сит ил масондары менән бәйләнеше юҡ; унда бер ниндәй йола ла үтәлмәй һәм мистика ла булмай;
- Масон хәрәкәте сәйәси маҡсатта булдырыла — «Азатлыҡ союзын» яңы формала тергеҙеү һәм Рәсәйҙе азат итеү өсөн подпольела эшләү;
- Хәрәкәткә юғары синыф вәкилдәрен һәм хаким итеүсе даирәләрҙе ылыҡтырыу өсөн масон формаһы һайлана;
- Хәрәкәттә булыу өсөн ойошманың эше тураһында бер кемгә лә һөйләмәү хаҡында ант биреү генә лә етә.
Кускованың әйтеүе буйынса, хәрәкәттә ҡатнашыусыларҙың береһе лә был антты боҙмаған. Тарихсы Г. М. Катковтың тикшеренеүҙәре Полиция департаментына, ғәмәлдә, сәйәси масон хәрәкәте тураһында бер ни ҙә билдәле булмауын раҫлай: был ведомство архивтарында бер ниндәй документ та табылмай[13]. Масон хәрәкәтендә агентв-шымсылар булмай. Февраль революцияһынан һуң батша архивтарын ҡарау мөмкинлегенә эйә булған А. Ф. Керенский ҙа (Рәсәй халыҡтары Бөйөк көнсығышы Юғары советының Генераль Секретары) тап шуны раҫлай[14].
Февраль революцияһы һәм большевиктарҙың еңеүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Февраль революцияһы еңгәндән һуң Кускова тулы инаныс менән яңы ҡоролош яҡлы була. А. Ф. Керенский һәм Ваҡытлы хөкүмәт башлыҡтары менән тығыҙ бәйләнештә тора, аҙаҡҡа тиклем Февраль революцияһы идеалдары өсөн сығыш яһай.
Большевиктар власы һәм Рәсәйҙән ҡыуылыу
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Власҡа большевиктар килгәндән һуң Кускова һәм Прокопович Рәсәйҙә ҡалырға ҡарар итә. Граждандар һуғышында ҡыҙылдарға ла, аҡтарға ла ҡушылмай, ҡыҙылдар диктатураһына ла, аҡтар диктатураһына ла ҡаршы сығыш яһайҙар.
Совет власы осоронда улар йәмәғәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеп ҡарай. 1918 йылдың көҙөндә В. Г. Короленко тәҡдиме буйынса Кускова һәм бер нисә йәмәғәт эшмәкәре «Балаларҙы ҡотҡарыу лигаһын» ойоштора. «Лига» ҡараусыһыҙ ҡалған балаларҙы приюттарға һәм колонияларға урынлаштырыу менән шөғөлләнә. "Лига"ның етәкселегенә Е. Д. Кускова, Н. М. Кишкин, Е. П. Пешкова һәм башҡа билдәле шәхестәр инә. «Лига» Халыҡ комиссарҙары Советы раҫлаған легаль ойошма була. Был ойошма ҡаранаты аҫтында 18-ҙән ашыу колонияһы, 11 балалар баҡсаһы, санаторий, балалар клубтары һәм йәшелсә баҡсалары эшләй. Ике йыл ярымда «Лига» өс мең биш йөҙ йәтим балаға ярҙам итеп өлгөрә. 1920 йылда «Лига», асығыусы балалар өсөн сит илдәрҙән ярҙам алыуға рөхсәт һорап, совет хөкүмәтенә мөрәжәғәт итә. Әммә большевиктар был тәҡдимдә сәйәси хөсөтлөк күрә. Кускова менән Кишкинға сит илгә сығыу тыйыла, ә 1921 йылдың башынан "Лига"ның бөтә балалар приюттары хөкүмәт ҡарамағына тапшырыла.
1921 йылда, Рәсәйҙә ҡаты аслыҡ башланғас, Кускова, Прокопович һәм Кишкин асығыусыларға ярҙам итеү өсөн йәмәғәт комитеты ойошторорға ҡарар итә. М. Горький аша был тәҡдим менән совет властарына мөрәжәғәт итәләр, мәсьәләне тикшергәндән һуң уларға был рөхсәт бирелә. 1921 йылдың июлендә Мәскәүҙә «Бөтә Рәсәй асығыусыларға ярҙам комитеты» (ҡыҫҡартып алынғанда ВКПГ) ойошторола, уның составына революцияға тиклемге интеллигенцияның күренекле вәкилдәре инә. В. Г. Короленко ВКПГ-ның почетлы рәйесе итеп һайлана, комитет етәкселегенә С. Н. Прокопович, Е. Д. Кускова, Н. М. Кишкин, Ф. А. Головин, H. Н. Кутлер, М. В. Сабашников һәм башҡа элек билдәле булған эшмәкәрҙәр инә[15]. Большевиктар комитетҡа «Прокукиш» (ойоштороусылар фамилияларының тәүге ижектәре) тигән ирониялы атама тағып ҡуя. Большевиктар комитетҡа бик шиклләнеп ҡарай, әммә сит илдән аҙыҡ-түлек ярҙамы алыу өсөн уларҙы файҙаланырға ҡарар итәләр. Лениндың Н. А. Семашкоға яҙған хатында түбәндәге юлдар бар: «Кускованың исеме, ҡултамғаһы менән уның хәленә ингәндәрҙән бер ике вагон ғына алырбыҙ…».
Асығыусыларға ярҙам комитеты әллә ни оҙаҡ эшләй алмай. Август айында уҡ Ленинға комитеттың бер кәңәшмәһендә Прокоповичтың «хөкүмәткә ҡаршы телмәр» менән сығыш яһауы тураһында еткерәләр. Ленин кисекмәҫтән И. В. Сталинға хат яҙа, унда Политбюроның комитетты ябыуын һәм уның етәкселеген ҡулға алыуын йөкмәтә. Ленин комитет эшмәкәрлегендә совет власына ҡаршы йәшерен заговор булыуын күрә. Кускованы, Кишкинды һәм башҡаларҙы Мәскәүҙән ҡыуып сығарыу, Прокоповичты эштең асылына төшөнгәнсе өс ай төрмәлә тотоу йөкмәтелә. Ленин шулай уҡ комитет ағзаларына ҡаршы гәзиттәрҙе һөсләтергә ҡуша. Һөҙөмтәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр комитеты ҡарары менән 1921 йылдың ноябрендә Кускова менән Прокопович рәсми рәүештә Вологод өлкәһенә ҡыуыла, артабан улар Рәсәйҙең төньяҡтағы башҡа өлкәләрендә йәшәй. Киләһе йылына уларҙы кире Мәскәүгә ҡайтаралар, ә 1922 йылдың июнендә сит илгә ҡыуып сығаралар.
Эмиграциялағы тормошо һәм эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙән ҡыуылғандан һуң Кускова менән Прокопович Берлинда урынлаша. Йәмәғәт эшмәкәрлеге һәм публицистика менән шөғөлләнеүҙе дауам итәләр. Берлинда Кускова Рәсәй тотҡондарына һәм һөргөндә булғандарға ярҙам комитеты (Сәйәси Ҡыҙыл Тәре йәмғиәте) рәйесе итеп һайлана. Был ойошма Рәсәй сәйәси тотҡондарына ярҙам итеүҙе ойооштороу менән шөғөлләнә. Кускованың таныштары Е. П. Пешкова менән М. Л. Винавер Мәскәүҙә ошондай уҡ ойошмаға етәкселек итә. 1924 йылда Кускова Прагаға күсенә, унда төрлө гәзиттәргә мәҡәләләр яҙа.
Чехословакияла Кускова урыҫ эмиграцияһы тормошонда күренекле урын биләй. Уның Прагалағы фатиры үҙенсәлекле сәйәси салонға әйләнә.
1939 йылда Гитлер Чехославияны баҫып алғас, Кускова Прокопович менән бергә Женеваға күсенә, улар ғүмерҙәренең аҙағынаса шунда йәшәй. Кускова публицистик эщмәкәрлек менән шөғөлләнеүен дауам итә. Икенсе донъя һуғышы осоронда Советтар Союзы яҡлы була, фашизмды еңгәндән һуң Рәсәйгә ҡайтыу мөмкинлеге тыуыр, тип уйлай. Әммә был хыялдары тормошҡа ашмай. Кускова 35 йылдан ашыу эмиграцияла йәшәй, аҙаҡҡа тиклем Рәсәйгә ҡайтырына ышана. 1955 йылда Сергей Прокопович вафат була, ә Кускова Женевала 1958 йылдың 22 декабрендә яҡты донъя менән хушлаша.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Наш спор с Вами решит жизнь»: Письма М. Л. Винавера и Е. П. Пешковой к Е. Д. Кусковой. 1923—1936. Сост., предисл. и коммент. Л. А. Должанской. — М.: Братонеж, 2009. — ISBN 978-5-7873-0421-3
- Е. Д. Кускова «Месяц соглашательства: Воспоминания)». Фрагменты из писем Е. Д. Кусковой к М. А. Бегман и Н. А. Рубакину//О. Л. Воронин «Силуэты Востока и Запада», Иркутск, 2006.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 https://www.wechanged.ugent.be/wechanged-database/
- ↑ 2,0 2,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #130497126 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Yekaterina Dmitriyevna Kuskova // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Yekaterina Kuskova // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ «Наш спор с Вами решит жизнь»: Письма М. Л. Винавера и Е. П. Пешковой к Е. Д. Кусковой. 1923—1936. Сост. Л. А. Должанской. М., «Братонеж», 2009.
- ↑ В. И. Ленин. Протест российских социал-демократов / Полное собрание сочинений. М., 1967, том 4.
- ↑ Статья «Экономизм» в Большой Советской энциклопедии.
- ↑ Е. Д. Кускова — В. Л. Бурцеву. Прага, 29 сентября 1936 г.
- ↑ В. П. Волков. Либеральная идея в жизни и деятельности В. И. Вернадского. 2007 йыл 4 май архивланған.
- ↑ Р. Пайпс. Струве. Биография. Том 1. Струве: левый либерал. 1870—1905. М., 2001 г.
- ↑ Без заглавия. Политический еженедельник. Издание Е. Д. Кусковой. 1906, № 1.
- ↑ Е. Д. Кускова. Ответ на вопрос — кто мы? / Без заглавия. Политический еженедельник. 1906, № 3.
- ↑ Г. М. Катков. Февральская революция. Париж, YMCA-Press; М., Русский путь, 1997 г.
- ↑ А. Ф. Керенский о масонстве / А. Ф. Керенский. Россия на историческом повороте. Мемуары. М., 1993 г.
- ↑ В. Г. Макаров, B. C. Христофоров. К истории Всероссийского комитета помощи голодающим.
- 5 декабрҙә тыуғандар
- 1869 йылда тыуғандар
- Өфөлә тыуғандар
- 22 декабрҙә вафат булғандар
- 1958 йылда вафат булғандар
- Женевала вафат булғандар
- Рәсәйҙәге аслыҡ (1921—1922)
- Рәсәй йәмәғәт эшмәкәрҙәре
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса Рәсәй яҙыусылары
- Алфавит буйынса сәйәсмәндәр
- Алфавит буйынса публицистар
- Рәсәй революционерҙары
- Өфө губернаһында тыуғандар
- Рәсәй социалистары