Кучин Александр Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кучин Александр Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 31 май 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:31|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Баҡы, Әзербайжан Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө химик
Эшмәкәрлек төрө органик химия
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме РФА ағза-корреспонденты[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә химия фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кучин Александр Васильевич (31 май 1949 йыл) — ғалим-химик, Рәсәй ФА ағза-корреспонденты (2000), органик синтез һәм метал органик синтез өлкәһендәге күренекле белгес, А.Н. Несмеянов исемендәге премия лауреаты (1999).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1949 йылдың 31 майында Баҡыла тыуған

1971 йылда — Өфө нефть институтының технология факультетын тамамлай

1976 йылда — «Исследования реакции гидроаллюминирования непредельных соединений» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1990 йылда «Разработка методов получения алюминийорганических соединений и использование их в органическом синтезе» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1990 йылдан алып — РФА Коми ғилми үҙәге Урал бүлегенең химия бүлеге мөдире.

1995 йылдан — Коми ғилми үҙәгенең химия бүлеге базаһында ойошторолған Химия институты директоры

Химия институтының урман химияһы лабораторияһы етәксеһе, 2000 йылда РФА ағза-корреспонденты итеп һайлана

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: органик синтез, биологик актив матдәләр алыу, терпеноид, фенол, хлорофилл һәм уның сығарылмалары, сеймал үҫемлектәрҙең компоненттарын айырыу, окисланыу, тергеҙеү, физиологик актив матдәләр, металлоорганик синтез, асимметрик синтез, катализ, урман химияһы.

Төп ғилми һәм ғилми-техник ҡаҙаныштары:

  • Оксирандарҙың, оксетандарҙың полимеризация катализаторҙары, һәм фенолдарҙы алкилизациялау.
  • Көйләгестәрҙең реологик үҙенсәлектәренең һәм микроэлектрон сәнәғәт өсөн резистив һәм диэлектрик эретмәләрҙең металлоорганик регуляторҙары.
  • Эре мөгөҙлө малдарҙы ҡанһураҡ бөжәктәрҙән һаҡлау өсөн сесквитерпен репелленттар
  • Урман сәнәғәте комплексының етештереү ҡалдыҡтары нигеҙендә органик минерал ашламалар.
  • Үҫемлекселек өсөн үҫергә көс биреүсе һәм һаҡлаусы препараттар.
  • Сульфат скипидарын көкөрт органик берләшмәләрҙән таҙартыу ысулы менән ҡиммәтле продукт тауарҙары алыу.
  • Ылыҫлы тоҡомдарҙың ағас йәшеллеген эшкәртеү ысулы.
  • Техник һәм медицина маҡсаттары өсөн сорбенттар.

Ижтимағи эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

РФА Коми ғилми үҙәгенең Урал бүлеге химия институтын ойоштороуға ҙур өлөш индерә, Институттың патент хеҙмәтенә нигеҙ һалыусы булып тора.

Йәмәғәт ойошмаларында ағзалығы:

  • РФА ОХНМ органик һәм элементоорганик химия буйынса Ғилми совет ағзаһы
  • химия буйынса РФА Урал бүлеге Берләштерелгән совет ағзаһы.
  • Д.И. Менделеев исемендәге Рәсәй химия йәмғиәтенең идара ағзаһы.
  • РФА Урал бүлегенең йәштәр менән эшләү буйынса комиссия ағзаһы.
  • РФА Коми ғилми үҙәгенең Урал бүлеге Президиумы ағзаһы.
  • Бөтә Рәсәй конференцияларын ойоштороу комитеты ағзаһы

Институтта йыл һайын конкурстар үткәреү инициаторы: февралдә — йыл йомғаҡтары буйынса иң яҡшы фундаменталь эштәр конкурсы һәм йәш ғалимдар өсөн иң яҡшы ғилми-тикшеренеү эше һәм проекты («Химиктар көнө» һөнәри байрамына арналған).

Уның туранан-тура ҡатнашлығында һәм етәкселегендә Сыктыкварҙа «Урман химияһы һәм органик синтез» темаһына өс Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе һәм «Химия һәм үҫемлек матдәләренең технологияһы» исемендәге биш Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелә (Сыктывкар, Ҡазан, Һарытау, Өфө).

ФХБ юғары академия уҡыу-ғилми үҙәгендә аспиранттар һәм студенттар менән педагог эшмәкәрлеге алып бара, СДУ-ның химия кафедраһы мөдире.

Уның етәкселегендә 12 кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлана.

300-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы һәм авторҙашы, шул иҫәптән монографиялары бар. 60 авторлыҡ танытмаһына һәм РФ-ның 75 патентына эйә.

Наградалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


  • II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орден миҙалы
  • ВДНХ һәм А.С. Попов исемендәге фәнни асыштар һәм уйлап табыуҙар буйынса Халыҡ-ара авторҙар академияһы миҙалдары (2001)
  • Коми Республикаһының Почет грамотаһы (2005)
  • П.А. Сорокин исемендәге Коми Республикаһы хөкүмәте премияһы (2006)
  • «Алюминий органик синтез» (Ишморатов Ғ.Й һәм Г А. Толстиков менән берлектә) — эше өсөн А.Н. Несмеянов исемендәге премия

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кучин Александр Васильевич РФА рәсми сайтында
  • Кучин Александр Васильевич (ИС АРАН) (неопр.). isaran.ru. Дата обращения 29 июля 2016.
  • Кучин Александр Васильевич - Уральское отделение РАН (неопр.). uran.ru. Дата обращения 29 июля 2016.
  • Кучин Александр Васильевич - Коми научный центр (неопр.). komisc.ru. Дата обращения 29 июля 2016.
  • Александр Васильевич Кучин (неопр.) (pdf). chem.asu.ru. Дата обращения 29 июля 2016.
  • Александр Васильевич Кучин (к 60-летию со дня рождения) (неопр.). libed.ru. Дата обращения 29 июля 2016.