Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл таң (гәзит)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Кызыл таң (гәзит) битенән йүнәлтелде)
«Ҡыҙыл таң»
Тип

Республика ижтимағи-сәйәси гәзите

Форматы

4 A2 бите

Тиражы

29 мең (2015)

Веб-сайты

http://www.kiziltan.ru/ Наградалары: Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Ҡыҙыл таң (татар. Кызыл таң) — Башҡортостан Республикаһының татар телендә Өфөлә нәшер ителгән ижтимағи-сәйәси гәзите. Ойоштороусылары: Башҡортостан Республикаһы Дəүлəт Йыйылышы — Ҡоролтай, Башҡортостан Республикаһы Хɵкүмəте.

  • 1918 йылдың 1 мартында «Башҡортостан» гәзите менән бергә Ырымбурҙа баҫтырыла башлай. Ошо дата гәзиттең барлыҡҡа килеү көнө тип иҫәпләнә.
  • 1924 йылдың апреленән башлап «Башҡортостан» гәзитенең татар телендә ҡушымтаһы булып сыға. Ошо уҡ йылдың 2 авгусынан «Яңы ауыл» («Яңа авыл») исеме менән баҫыла.
  • 1930 йылдан 1941 йылғаса «Коммуна» исеме менән нәшер ителә.
  • 1941 йылдың 8 июленән 1944 йылдың 12 мартына хәтлем гәзитте сығарыу туҡтатылып тора — гәзиттең бар журналистары һуғышҡа китә.
  • 1944 йылдың 12 мартынан башлап үҙаллы баҫма булып хәҙерге исеме менән баҫтырыла.
  • 1918—????: Бәхтигәрәй Шәфиев.
  • 1924—1937: Муса Йосопов, Ғайса Ғәббәсов һәм Имай Насыри;
  • 1937—1941: Мөхәммәт Бикбулатов, Шәрәфи Шаймарҙанов;
  • 1944: Ғәли Ризуанов;
  • 1944—1948: Ғата Нурулла улы Алмаев;
  • 1948—1950: Ғарифулла Ғөзәйеров;
  • 1950—1951: Фәйзи Ғилметдин улы Шаяпов;
  • 1951—1964: Ғата Нурулла улы Алмаев;
  • 1964—1967: Таһир Ахунйәнов;
  • 1967—1986: Рәмил Мирғәзиән улы Дашкин;
  • 1986—1991: Муса Ғайса улы Мулюков;
  • 1991—1994: Рәсих Ханнанов;
  • 1994—2001: Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаев;
  • 2001 йылдың 1 февраленән — Фаил Фәтхетдинов.

Билдәле хеҙмәткәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гәзиттә Башҡортостандың күп танылған яҙыусылары һәм шағирҙары эшләгән:

  • «Ҡыҙыл таң» гәзите 2016 йылда Башҡортостанда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙы яҡтыртыу буйынса иң яҡшы киң мәғлүмәт сараларының береһе тип танылды[1].