Күбрауыйлыҡ
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Күбраүилек (рус. Кубравия) — Урта Азияла таралған суфый тәриҡәте. Нигеҙ һалыусы хиуалы Нәжметдин Күбра исеме менән аталған (1145—1221).
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Күбраүилек суфый тәриҡәтенә нигеҙ һалыусы Нәжметдин Күбра (1145—1221) Исмәғил Кәсри, Әбү Йәсир Ғәммәр Бидлиси һәм Рузбехан Вәззән Мисриҙә уҡый. Хорезмға ҡайтҡас, үҙенең суфый тәғлимәте мәктәбен аса. Күбрауи шәйехтәренең Бохарала, Сәмәрҡәндтә, Ирандың бер нисә ҡалаһында, Кашмирҙа һәм Ҡытайҙа үҙ үҙәктәре булған[1].
Доктринаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Башҡа суфый шәйехтәре кеүек, Нәжметдин Күбра кеше рухи юлдан барып, Аллаһты тоя һәм, остаҙының (мөршидтең) кәңәштәрен тотоп, Уға яҡыная ала, тип һанаған. Нәжметдин буйһоноусанлыҡ, донъяуилыҡтан ситләшеү һәм яңғыҙ ғибәҙәттәргә бирелеү тарафдары була.
Күбраүиҙәр төҫтәрҙең төрлө төҫмөрҙәренә һәм уларҙың суфыйлыҡ алымдарына һәм практик гармонияһына ҙур әһәмиәт бирә һәм үҙҙәрен Али ибн Әбү Талиптың рухи вариҫтары тип иҫәпләй. Ғәләүиҙәрҙең ике сектаһы — нурбахшы һәм зәһәбиҙәр — күбраүиҙәрҙән айырылып сыҡҡан.
Күбраүи әс-Симнәни XIV быуатта шәһәҙәттең берҙән-берлеге (үәхдәт әш-шүһүд; ғәр. وحدة الشهود) концепцияһын эшләгән һәм мистик «юл» формулаһын үҙгәртеп, хәҡиҡәт — тәриҡәт — шәриғәт өслөгөнә таянып ҡына ысын ғилемгә һәм илаһи ҡанунға өлгәшеп була тип һанаған [1] 2022 йылдың 27 июнь көнөндә архивланған.
10 принцип[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Тәүбә;
- Зүһд (заһитлыҡ-аскетлыҡ);
- Тәүәккүл;
- Ҡәнәғәтлек;
- Үҙгәлек
- Зекер
- Тәүәжүһ
- Сабырлыҡ
- Мураҡҡаба
- Ризалыҡ.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Из истории суфизма: источники и социальная практика. Т., 1991
- Маликов А. М. Последователи ордена Кубравия и культурное влияние Хорезма в Центральной Азии и Китае (XIII—XVIII вв.) // Казахи и Хивинское ханство. Каскелен: Университет имени Сулеймана Демиреля, 2020. C.81-117
- Снесарев Г. П. Реликты домусульманских верований и обрядов у узбеков Хорезма. М.: Наука, 1969
- DeWeese D. The Eclipse of the Kubraviyah in Central Asia // Iranian Studies, Volume XXI, Number 1-2, 1988
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Маликов А. М. Последователи ордена Кубравия и культурное влияние Хорезма в Центральной Азии и Китае (XIII—XVIII вв.) // Казахи и Хивинское ханство. Каскелен: Университет имени Сулеймана Демиреля, 2020. C.81-117
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- 10 принципов Кубравии
- Ал-Кубра, Наджм ад-дин, Шайх Абу-л-Джаннаб Ахмад б. 'Умар
- Суфийские ордены и братства 2007 йылдың 6 октябрь көнөндә архивланған.