Эстәлеккә күсергә

Күбәк (Татарстан)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күбәк
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Старокарамалинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423982
Карта

Күбәк[2] (Көбәк[3]; татар. Күбәк, рус. Кубяково) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Ауыл Ҡалмиә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көнсығышҡа табан 27 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].

Ауылға бүләр ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1747 йылдан билдәле. Ауыл Бүләр улусының Бүләр түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әмәкәй административ-территориаль улусы составына керә[5].

1848 йылда ауылда мәсет, мәктәп, тирмән теркәлгән[5].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[4].

1795 йылда ауылда 29 башҡорт һәм 39 типтәр; 1859 йылда — 425 башҡорт; 1912 йылда 519 башҡорт һәм 276 типтәр иҫәпләнгән[5].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [4][3])
17951834187018971913192019261938194919581970197919892002
63113412739795836482579409407397344249243
  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Күбәк (Татарстан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 4,2 Татарская энциклопедия.
  5. 5,0 5,1 5,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 521—523. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.