Күгәш
| Күгәш | |
| Дәүләт |
|
|---|---|
| Административ-территориаль берәмек | Семекеевское сельское поселение[d][1] |
| Почта индексы | 423881 |
Күгәш[2][3] (Иҫке Күгәш; татар. Күгәш, рус. Кугашево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Күгәш йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 26 км алыҫлыҡта урынлашҡан[4].
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы татарҙары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бишинде-Останково административ-территориаль улусы составына керә[5].
XX быуат башында ауылда мәсет, мәктәп, тимерлек, хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[5][4].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Минзәлә районы, 1984 йылдан — Туҡай районы составына керә[4].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1795 йылда ауылда 17 башҡорт, 42 яһаҡлы татар һәм 73 типтәр; 1834 йылда — 18 аҫаба башҡорт, 8 керҙәш башҡорт, 53 типтәр һәм 20 татар; 1870 йылда — 460 башҡорт һәм 72 татар; 1912 йылда — 885 типтәр һәм татар иҫәпләнгән[5].
| 1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| 532 | 728 | 1016 | 970 | 674 | 262 | 184 | 196 | 145 | 97 | 80 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 393. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Күгәш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 1 2 3 4 Татарская энциклопедия.
- 1 2 3 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 60-63. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
