Күзбәков Фәнил Тимерйән улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Фәнил Тимерйән улы Күзбәков
Тыуған көнө:

2 декабрь 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (66 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы, Мәләүез районы, Әбет ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Эшмәкәрлеге:

шағир, әҙәби тәнҡитсе, педагог

Ижад йылдары:

1983-тән

Йүнәлеше:

журналистика тарихы, әҙәби тәнҡит

Жанр:

шиғриәт

Премиялары:

Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия (2017), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2017)

Наградалары:

Рәсәйҙең почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (2003).

Күзбәков Фәнил Тимерйән улы (2 декабрь 1952 йыл) — башҡорт тарихсыһы, шағир, әҙәби тәнҡитсе һәм ғалим-педагог. Профессор (2007), тарих фәндәре кандидаты (1983), филология фәндәре докторы (2001). Башҡортостан Республикаһының һәм Рәсәй Федерацияһының Журналистар һәм Яҙыусылар союздары ағзаһы. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2017).

Биография[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнил Тимерйән улы Күзбәков 1952 йылдың 2 декабрендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Мәләүез районы Әбет ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған: ул һигеҙ бала араһында алтынсыһы була. Төньяҡ флотта хеҙмәт итә, өлкән матрос. 1979 йылда Урал дәүләт университетының (Екатеринбург) журналистика факультетын тамамлай. Санкт-Петербургта аспирантурала уҡый, докторантура үтә. «Тарих фәндәре кандидаты» һәм «филология фәндәре докторы» ғилми дәрәжәләренә эйә.

Ике улы, ҡыҙы, ейәне, ейәнсәре бар. «Йәшәйеш ҡанундары» (Өфө, 2007) шиғри йыйынтығында шәжәрәһе баҫылған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғилми хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнил Күзбәков өс йөҙ самаһы фәнни, фәнни-популяр хеҙмәт, шулай уҡ Башҡортостан мәҙәниәте буйынса студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн әсбаптар авторы.

  • Газета жанрҙары. Публицистика. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. — 48 бит.
  • История культуры башкир. — Уфа: Китап, 1997. — 128 с. (рус.)
  • Башкирская журналистика как явление этнической культуры. — Уфа: Китап, 2006. — 384 с. (рус.)
  • Рухиәт ҡотҡарыр. — Өфө: Китап, 2011. — 448 бит.
  • Современные средства массовой информации Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2013. — 76 с. (рус.)

Шиғри йыйынтыҡтары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Бәйге: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1993. — 34 бит.
  • Өмөт шәмдәлдәре: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 1996. — 144 бит.
  • Һағыш: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2002.
  • Йәшәйеш ҡанундары: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2007. — 264 бит.

Башҡорт шиғриәте антологияларында (Өфө, 2001, 2007; М., 2008) шиғри шәлкемдәре баҫылған. Шиғырҙары рус, төрөк, татар, ҡалмыҡ, балҡар һ. б. телдәргә тәржемә ителгән. Матбуғат биттәрендә, йыйынтыҡтарҙа уның хаҡында, ижады тураһында ҡырҡтан ашыу мәҡәлә донъя күргән. Биобиблиографик характерҙағы тулыраҡ мәғлүмәтте «В упряжке наука и творчество» (Уфа: БИРО, 2009, 40 стр.), «Фәнил Күзбәков» (Мәләүез, 2012, 58 бит)исемле баҫмаларҙа табырға мөмкин.

Гәзит һәм журналдарҙа баҫылған мәҡәләләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелгән 25 ноябрь 2017)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]