Күк көртмәле

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Күк көртмәле
Күк көртмәле
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Үҫемлектәр
Бүлексә: Ябыҡ орлоҡлолар
Класс: Ике өлөшлөләр
Тәртип: Арса сәскәлеләр
Ғаилә: Арсалар
Ырыу: Вакциниум
Төр: Күк көртмәле
Латинса исеме
Vaccinium uliginosum L.typus
ITIS 23574
NCBI 190548

Күк көртмәле[1][2] (лат. Vaccínium uliginósum)- йылтыр ваҡ япраҡлы, алһыу сәскәле, ҡыҫҡа һабаҡлы ҡыуаҡ үҫемлек.

Атамаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Фәнни һәм фәнни-популяр әҙәбиәттә һаҙ күк көртмәлеһе, батҡыл күк көртмәлеһе, тәбәшәк күк көртмәле тигән варианттар осрай[3].

Урыҫ телендә уның атамалары күп төрлө: водопьянка, голубец, голубица, гонобоб, гонобо́бель, гонобой, гоноболь, дураха, дурника, дурниха, дурница, пьяная ягода, пьяника, пьяничка, пьяница, синий виноград, синика.

Таралыуы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был төр Төньяҡ ярымшарҙың уртаса һәм һалҡын климатлы, тундралы, урманлы зоналарында һәм тауҙарҙың өҫкө бүлкәтендә, йыш ҡына һаҙлыҡлы, торфлы бөтә төбәктәрендә осрай. Евразияла көнбайышта Исландиянан һәм Бөйөк Британиянан алып Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышына һәм Японияға тиклем таралған (көньяҡ ареалы - Испания, [[Италия], элекке Югославия илдәре , Төркиә, Монголия ). Төньяҡ АмерикалаАлясканан Ньюфаундлендҡа тиклем үҫә (көньяҡта — Калифорнияға)[4].

Йылға, шишмәләр буйында ваҡ майҙандар биләһә, Байкал аръяғында, мәҫәлән, тиҫтәләрсә кв. километр майҙандарҙа үҫә.

Агротехника[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күк көртмәле — талымһыҙ үлҫемлек, ҡоротҡостар һәм ауырыуҙар менән зарарланмай тиерлек.

Күк көртмәле әсе тупраҡ ярата (pH 4—5)), шуға күрә әселек кимәлен даими күҙәтеп торорға кәрәк. Бигерәк тә дымға талапсан. Күк көртмәленең тамырҙары таралған тупраҡ ҡатламы 20 см тәрәнлеккә тиклем һәр ваҡыт дымлы булырға тейеш, ләкин ул артыҡ һыулы ерҙе яратмай.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Голубика Эши
  • Голубика высокорослая

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Викикитапхана логотибы
Ошо темаға Викикитапханала текстар бар
Vaccinium uliginosum
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә « :ru:голубика» мәҡәләһе бар
  • ГОСТ Р 54696-2011. Черника и голубика свежие. Технические условия

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Русско-башкирский словарь (З.Г.Ураксин, Ю.З.Ураксин, 2004)
  2. Русско-башкирский словарь по ботанике (С.И.Янтурин, Г.А.Хисамов, 1981)
  3. Тюриков, Е. А. Брусничные: старт в новое столетие // Сад и огород : журнал. — М., 2000. — № 3 (44). — С. 30—31.
  4. По данным сайта GRIN (см. раздел Ссылки).