Күк экваторы
| Күк экваторы | |
| Склонение | 0 ° |
|---|---|

Күк экваторы — күк сфераһының ҙур түңәрәге, уның яҫылығы донъя күсәренә перпендикуляр һәм Ер экваторы яҫылығы менән тап килә[1]. Күк экваторы күк сфераһын ике ярымшарға бүлә: төньяҡ ярымшар, уның түбәһе төньяҡ донъя полюсында, һәм көньяҡ ярымшар, уның түбәһе көньяҡ донъя полюсында[2].
Экватор һәм эклиптика яҙғы һәм көҙгө көн менән төн тигеҙләнеше нөктәләрендә киҫешәләр, әммә Ер күсәренең прецессияһы арҡаһында экватор яҫылығы үҙенең торошон үҙгәртә һәм был нөктәләр 26 000 йыллыҡ период менән хәрәкәт итәләр. Экватор һәм эклиптика яҫылыҡтары араһындағы мөйөш 23°26' тәшкил итә, һуңғы 5 миллион йылда прецессия арҡаһында был мөйөш 22,0°-тан 24,5°-ҡа тиклем үҙгәргән[3].
«Астрономик альманах 2010» мәғлүмәттәре буйынса, экватор менән эклиптика араһындағы мөйөш яҡынса түбәндәге формула менән һүрәтләнә[4]:
бында Т - J2000.0 эпохаһынан алып үткән быуаттар һаны. Был формула бер нисә быуат ваҡыт арауығы өсөн генә етерлек теүәллеккә эйә[5].
Күк экваторы беренсе һәм икенсе экватор күк координаталары системаһының нигеҙе булып тора: ауышлыҡ (Ер экваторынан үлсәнгән географик киңлек аналогы) унан үлсәнә. Икенсе координата — беренсе экватор координаталар системаһы өсөн был сәғәт мөйөшө, ул күк экваторы менән күк меридианы киҫешкән нөктәнән үлсәнә, йәки, икенсе экватор координаталар системаһы өсөн, тура күтәрелеш ( географик оҙонлоҡ аналогы) — яҙғы көн менән төн тигеҙлегенән үлсәнә. Нисек кенә булмаһын, күк экваторындағы бөтә нөктәләрҙең ауышлығы нульгә тигеҙ, йәғни күк экваторындағы теләһә ниндәй нөктәне Ерҙең теләһә ниндәй нөктәһенән күҙәтергә мөмкин[2].
Күк экваторы үткән йондоҙлоҡтарҙы экватор йондоҙлоҡтары тип атайҙар. J2000.0 эпохаһына ҡарата экватор йондоҙлоҡтары исемлеге түбәндәгесә:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ «Экватор» — статья в Малой советской энциклопедии; 2 издание; 1937—1947 гг.
- 1 2 Кононович Э.В., Мороз В.И. Общий курс астрономии. — 2-е, исправленное. — УРСС, 2004. — С. 19—28. — 544 с. — ISBN 5-354-00866-2.
- ↑ Berger, A.L. Obliquity and Precession for the Last 5000000 Years (инг.) // Astronomy and Astrophysics : journal. — 1976. — Т. 51. — № 1. — С. 127—135. —
- ↑ Astronomical Almanac 2010, p. B52
- ↑ Newcomb, Simon. A Compendium of Spherical Astronomy. — MacMillan Co., New York, 1906. , p. 226-227, at Google books
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- * Сурдин В.Г. Небесный экватор. Глоссарий Astronet.ru. Астронет. Дата обращения: 2 октябрь 2013.