Күмертау тау колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Күмертау тау колледжыКүмертау ҡалаһындағы уҡыу йорто.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1958 йылда киске тау‑механика техникумы булараҡ асылған, 1979 йылдан алып тау‑механика техникумы, 1993 йылдан хәҙерге исемен һәм статусын йөрөтә.

Тармаҡтары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр буйынса алып барыла: менеджмент, хоҡуҡ белеме, иҫәпләү техникаһын һәм автоматлаштырылған системаларҙы программа менән тәьмин итеү, компьютер системаларын программалау, биналар һәм ҡоролмаларҙы төҙөү һәм файҙаланыу, электр һәм электр‑механик ҡорамалдарҙы техник файҙаланыу һәм хеҙмәтләндереү, йылылыҡ менән тәьмин итеү, йылылыҡ‑техник ҡорамалдар, автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе, хоҡуҡ һәм социаль тәьминәтте ойоштороу.

Эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күмертау тау колледжы эргәһендә прелприятие эшселәрен һәм инженер‑техник хеҙмәткәрҙәрҙе 60 һөнәр буйынса әҙерләү, яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү буйынса уҡыу курсы комбинаты эшләй (2001). Китапханаһы, 2 музейы, уҡыу‑производство оҫтаханалары, һауыҡтырыу комплексы, спорт һәм тренажер залдары, кондитер цехы һ.б. бар. 13,5 меңдән ашыу белгес әҙерләнгән (2012), улар араһында А.К.Панов.

Күмертау тау колледжы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

http://www.moeobrazovanie.ru/org/12373