Күркәм диңгеҙ ҡошо

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күркәм диңгеҙ ҡошо
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Fregata magnificens Mathews, 1914

Һаҡлау статусы
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : 106003843

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Күркәм диңгеҙ ҡошо (Fregata magnificens) — диңгеҙ ҡоштары ғаиләһендә ҡош төрө.

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәш ҡош

Күркәм диңгеҙ ҡошо — ярайһы уҡ ҙур ҡош, ҙурлығы 102 см- ға етергә мөмкин, ә ҡанат оҙонлоғо — 217 см-ҙан 229 см-ға тиклем. Ауырлығы 1,1 килограмдан алып 1,6 килограмға тиклем. Был төр оҙон һәм икегә бүленгән ҡойроҡло. Тар һәм оҙон ҡанаттары осошта W хәрефен барлыҡҡа килтерә. Ҡауырһыны ялтыр ҡара төҫтә, инә заттарҙа тәненең аҫ яғында аҡ һыҙаты бар. Йәш ҡоштарҙың ҡауырһындары башында һәм эс яғында аҡ төҫтә, ә тәненең өҫкө яғында аҡһыл-көрән һыҙыҡтар менән көрән-ҡара төҫтә. Өлкән ҡауырһындары дүрт-алты йәшендә генә барлыҡҡа килә. Ҡауырһыны һыуҙы кире ҡаҡмағанға күрә, күркәмдиңгеҙ ҡоштары йөҙмәй тиерлек. Ата заттарҙың ҡыҙыл тамаҡ муҡсалары бар, ул парлашыу миҙгелендә шар кеүек тула. Тәпәйҙәре ҡыҫҡа, ә дүрт бармағы көслө тырнаҡ менән ҡапланған, бер-береһе менән ҙур булмаған ярылар менән тоташҡандар. Суҡышы ҡыҫҡа һәм көсһөҙ булғанға күрә, күркәм диңгеҙ ҡошо ерҙә йөрөй алмай, ботаҡтарға ғына тотона. Әммә һауа стихияһында был ҡош иң оҫтаһы булып тора, ул акробатик маневрҙар яһарға һәләтле һәм ҡанаттарын һелтәмәйенсә сәғәттәр буйы өҫкә күтәрелә. Ергә төшмәйенсә күп көндәр оса ала.

Таралыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күркәм диңгеҙ ҡошо Үҙәк һәм Көньяҡ Американың Тымыҡ океан ярҙарында Түбәнге Калифорниянан Эквадорға тиклем, шул иҫәптән Галапагос утрауҙарында йәшәй. Был ҡоштарҙы Көньяҡ Американың Атлантик яр буйында Флориданан Бразилияның көньяғына тиклем дә осратырға мөмкин. Көнбайыш Палеарктикала реликт популяцияһы бар, шул иҫәптән Кабо-Верде мороно утрауҙарында ла. Уларҙың һаны ни бары ун зат тип баһалана. Европала күркәм диңгеҙ ҡошо — Европа ярҙарына дауыл һәм насар һауа торошо арҡаһында төшкән бик һирәк ҡунаҡ. Бөйөк Британиялағы күркәм диңгеҙ ҡоштарының һуңғы күҙәтеүҙәре 1998 йыл менән билдәләнә.

Үрсеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡош балаһы ояла

Парлашыу миҙгелендә ата заттар ботаҡтарға ултыра һәм көслө ҡысҡырыу оҙатыуында сағыу ҡабарған тамаҡ муҡсаларын күрһәтәләр. Оя төҙөүҙә, йомортҡа баҫыуҙа һәм балаларын ашатыуҙа ике ата-әсә лә ҡатнаша. Оялары мангр ағастарында, ҡыуаҡлыҡтарҙа йәки кактустарҙа урынлаша, ерҙә һирәгерәк осрай. Берешәр аҡ йомортҡа һалына, ул 40-50 көн эсендә баҫып сығарыла. 5-6 айында ҡош балаһы осорға өйрәнә, ләкин ата-әсәһе уны тағы ярты йыл самаһы ашатыуҙы дауам итә. Күркәм диңгеҙ ҡоштарының ғүмер оҙонлоғо 26 йылға етеүе мөмкин.

.

Fregata magnificens йомортҡаһы- Тулуз музеумы

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Күркәм диңгеҙ ҡошо балыҡтар һәм колеоидеялар менән туҡлана, уларҙы һыу өҫтөнә яҡын осоп тота. Шулай уҡ ул ҡайһы берҙә башҡа диңгеҙ ҡоштарына һөжүм итә, уларҙы үҙҙәренең табышын төшөрөп ебәрергә мәжбүр итә һәм уны ла һауала уҡ тота. Ерҙә ул йәш гөбөргәйелдәргә, шулай уҡ башҡа ҡоштарҙың йомортҡаларына һәм балаларына һунар итә.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • National Geographic Society: Field Guide to the birds of North America. 4th fully rev. and updated Ed., 2002, ISBN 0-7922-6877-6

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]