Эстәлеккә күсергә

Күсем хан тоҡомдары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күсем хан тоҡомдары

Күсем хан тоҡомдары (шулай уҡ себер батшаһы улдары һәм себер кенәздәре булараҡ билдәле) — Күсем (كوچم) хандың туғанының күп һанлы балалары һәм шулай итеп сыңғыҙиҙар (чингизиды) һәм шибаниҙар (шейбаниды). Рәсәйҙең Себер ханлығын яулап алыуы барышында күсемиҙәр әсирлеккә эләгә. Рәсәйҙә уларҙы Ярославлдә һәм Мещёрала, урынлаштырылалар, себер батшаһы улдары тип аталалар. Уларҙың күбеһе хәрби хеҙмәттә батырлыҡтары менән айырыла. Себер батша ҡыҙҙарының береһе Пётр I батша бабаһының ҡатыны була, икенсеһе грузин батшаһына кейәүгә сыға[1].

Әсирлеккә алынған Күсем ғаиләһенең Мәскәүгә инеүе. 1599. Рәссам Н. Н. Каразин

Сыуаш моронондағы хәл иткес алыштан һуң, Ермак, күсем улдары ҡулға алына һәм Рәсәйгә килтерелә . 1591 йылда Себер хандары династияһынан Күсемдең улы Әбүлхәйер иң беренсе булып православие диненә күсә. Бөтә ғаиләһе уның өлгөһөнә эйәрә, һәм был, ахыр сиктә, уларҙың ассимиляцияһына килтерә һәм рәсәй дворянлығын тулыландыра. Уның улы Василий Абулгарович исемен, ә ейәне — Роман Васильевич, һәм быны ғәҙәти урыҫ исеменән айырып булмай.

1686 йылда рәсәй батшаһы Имеретия батшаларын, Себер батшаһы улдарын һәм Ҡасим кенәздәрен рус дворянлығының шәжәрә китабына индереү тураһында указ сығара. Пётр I батшаның 1718 йылғы указы себер батша улдарын кенәз тип атарға ҡуша.

Күсем хандың ғаиләһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡатындары
Салтаным, Сөйдежан, Йәндәүләт, Аҡтолом, Аҡсөйрүн, Шәүләл, Ҡубул һәм Чепшан.
Балалары
  • Али бин Күсем — себер ханы (1600—1607). 1607 йылда әсирлеккә эләгә. Рәсәйҙә себер батшаһы тип атала. Ярославледә йәшәгән. 1641/1642 йылдарҙа Ҡасимовҡа күсеп килә, шунда вафат була.
  • Алтанай бин Күсем — себер батшаһы улы, Ярославлдә йәшәй. Основатель рода князей Себер кенәздәре нәҫеленә нигеҙ һалыусы. Ҡатыны — Мөхәмәтҡолыйҙың ҡыҙы.
  • Әбелхәйер бин Күсем (ابوالخیر) (яҡынса 1575 йылда тыуған) — себер батшаһы улы, Күсемдең һигеҙенсе ҡатыны Чепшандың улы. 1591 йылда әсирлеккә эләгә. 1600 йылда суҡындырыла, Андрей Күсемович тип йөрөтөлә. Мәскәүҙә һәм Владимирҙа йәшәгән.
  • Мөхәмәтҡолый (Магметкул) (1618 йылдың декабрендә вафат була) — себер батшаһы улы, полк воеводаһы, Күсем хандың ағаһы Атаҡолыйҙың улы.
Ейәндәре
  • Ҡолтуған бин Али (1623 йылдың 2 октябрендә вафат була) — себер батшаһы улы, Ярославлдә йәшәгән.
  • Арыҫлан бин Али (Арыҫлан Али улы, ارسلان) — ҡасим ханы. Себер ханы Алиҙың улы һәм Күсем хандың ейәне. Тәхеткә ултырғансы себер батшаһы улы тип аталған[1][2].
  • Ханһөйәр бин Али (1594 йылда тыуған) — себер батшаһы улы. 1050 чет поместье оклады һәм аҡсалата — 120 һум оклад менән Ҡасим ханлығына килтереп урынлаштырылған. 1613—1615 йылдарҙа ағаһы Йәнһөйәр һәм өс бабаһы менән Смоленск эргәһендә хеҙмәт иткән, унан Литваға, һәм артабан — Ҡырым ханлығына күскән. Рус казактары Аҙау буйы далаларында әсирлеккә ала, һәм 1630 йылдың 25 мартында Соликамскиға һөрөлә, унан 1635 йылда Устюгҡа күсерелә. 1638 йылда, атаһы Али яуаплылығына тапшырылып, ул Ярославлгә ҡайтарыла.
  • Аблайгәрәй — 1635 йылда Өфөгә һөжүм иткән.

Себер кенәздәренең билдәле вәкилдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Али һәм Әбелхәйер тоҡомло нәҫеле өҙөлмәй, уларҙы Пётр I һарай улустарына ҡуша, ә Ҡасим татарҙарын Воронеж карап төҙөлөшө верфтәренә тәғәйенләй.

XVII быуатта Ҡасимов 3 бер төрлө өлөшкә бүленә: Ҡасим хандары һәм бәктәре уделы (Иҫке Татар биҫтәһе (Ҡазан)); Ҡазан ям биҫтәһе(Мәскәүгә туранан-тура буйһонған, уларҙың тоҡомдары, татар дворяндар ырыуы, ҡатнашлығында һуңынан Мәскәүҙә һәм Рәсәй империяһының башҡа ҡалаларында ла аналогтары булдырыла), ҡаланың ҡалған өлөшө ҡала (шул иҫәптән Марфина Слобода) Ҡасим воеводаһы тарафынан идара ителә. 1708 йылда Рәсәйҙе 8 губернаға бүлгәндә, Ҡасимов Ҡазан губернаһы индерелә, 1719 й. — Азов губернаһының Шацк провинцияһына ҡарай, 1778 йылда Рязань наместниклығының өйәҙ ҡалаһы, 1796 йылда — Рязань губернаһының өйәҙ ҡалаһы. Алексей Михайлович ваҡытында татарҙар ихтыярҙарына ҡаршы суҡындырылған, әгәр суҡынырға теләмәгәндәрҙең , аҫаба һәм бүлеп бирелгән (надел) ерҙәрен тартып алғандар. Шуға ла Михаил Романович осоронан башлап, себер хан нәҫелдәре Күсемдең икенсе улы, батша улы Алтанайҙан дауам иткән. Уның ул саҡта батша улдары тип аталған ике улы: Дос-Солтан (суҡындырылғандан һуң Пётр) һәм Иш-Солтан (суҡындырылғандан һуң Алексей) була. Уларҙың икеһе лә, ҡатындары һәм балалары, Мәскәүҙәге Новоспасск монастырында ерләнгән, һәм уларға батша улдары титулы бирелә, һәм был киләһе быуындар өсөн дә, Себер батша улы Алексей Алексеевич балалары: Григорий, Василий һәм Дмитрий өсөн XVII быуат аҙағы XVIII быуат башына саҡлы һаҡлана. Улар иң һуңғы себер батшаһы улдары[3]була.

Бояр китабында Себер кенәздәре: стряпчий (Рәсәй дәүләтендә батша һарайында хужалыҡ эштәре менән шөғөлләнеүсе хеҙмәтсе) Богдан (1683—1692) һәм стольник (кенәз йә батша өҫтәлен хеҙмәтләндереүсе һарай яны хеҙмәтсеһе—придворный) Фёдор (1692) Калинниковтар[4] яҙылған.

Себер хандары вариҫтары ата-бабаларының тыуған иленә һөргөнгә оҙатылыуҙан да ҡотола алмаған. Василий Алексеевич Себерле, батша улы Алексей яҡлы булып, Пётр Беренсегә ҡаршы сығыш яһағандыр. Шуға ул 1718 йылда Архангельскиға һөргөнгә ебәрелә. Унда ла үҙен бөтөнләй күндәм тотмай. Сиркәү тәреләренә атҡан һәм Себергә хужа булмауына зарланған икән, тигән ялыуҙарҙы Пётр I батшаға еткереп торғандар. Пётр батша уның вариҫтарын батша улы титулынан мәхрүм итә, шулай ҙа кенәз титулын ҡалдыра. Василий Алексеевичтың ҡатыны Анна Семёновна Грушецкая (1711 йылда вафат була) — батша Фёдор Алексеевичтың тәүге ҡатыны Агафья Семёновна Грушецкаяның һеңлеһе була.

Василий Алексеевичтың ейәне, кенәз Василий Фёдорович Себерле, Бөйөк Екатерина осоронда хеҙмәт итеп, инфантериянан генерал дәрәжәһен алыуға өлгәшә, әммә батша Павел I уны Себергә оҙата. Александр I уны Санкт-Петербургҡа ҡайтара һәм сенатор итеп тәғәйенләй.

Уның улы Александр Васильевич шулай уҡ генерал, 1812 йылғы һуғышында ҡатнаша. 1826 йылда, декабристар буйынса тикшереү эштәре барышында, үҙенең етәкселеге аҫтында эшләгән П. И. Пестелгә яҡшы характеристика биргәне өсөн, Киевта хеҙмәтенән ситләтелә. 1836 йылда вафат була һәм сиркәү янындағы Аскольд ҡәберлегенә ерләнә.

Уның улы Александр Александрович Себерле (1824—1879) ҙа хәрби хеҙмәттә була һәм Ҡырым һуғышында ҡатнаша. Ул Ҡырымдағы грек колонияларында һәм Рәсәйҙең Көньяғында үҙе өйрәнгән Боспор батшалығы миҙалдары һәм тәңкәләре тураһында монография авторы булараҡ билдәлелек ала. Монографияның бөтә тиражы һыу баҫыу ваҡытында юҡҡа сыға һәм өс данаһы ғына һаҡланып ҡала. 1859 йылда Александр Александрович Себерле ошо хеҙмәте өсөн Демидов премияһына.лайыҡ була. А. А. Себерле йыйған боронғо тәңкәләр коллекцияһы уның вафатынан һуң бөйөк кенәз Александр Михайловичҡа тапшырыла.

  1. 1,0 1,1 Последние касимовские владетели.
  2. Беляков А. В. Араслан Алеевич — последний царь касимовский. // «Рязанская старина». — 2004—2005. — Вып. 2—3. — Рязань: Край, 2006. — C. 8—30.
  3. Лакиер А. Б. Русская геральдика. § 77.
  4. Алфавитный указатель фамилий и лиц, упоминаемых в Боярских книгах, хранящихся в I-ом отделении московского архива министерства юстиции, с обозначением служебной деятельности каждого лица и годов состояния, в занимаемых должностях. М., Типогр: С. Селивановского. 1853 г. Князья Сибирские. стр. 375.
  • Вершинин Е. Неверность «бродячих царевичей» // Родина : журнал. — М., 1998. — № 1. Архивировано из первоисточника 25 сентябрь 2008.
  • Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  • История родов русского дворянства: В 2 кн. / авт.-сост. П. Н. Петров. — М.: Современник; Лексика, 1991. — Т. 1. — С. 395—396. — 50 000 экз. — ISBN 5-270-01513-7.
  • Дворянские роды Российской империи. Том 3. Князья. / С. В. Думин. — М.: Ликоминвест, 1996. — С. 103, таб. 24.
  • Библиографический указатель по истории, геральдике и родословию российского дворянства. / Л. М. Савёлов. — Издание второе. — Острогожск: Типо-Литография Азаровой М. Ф. 1898. — С. 221.
  • Трепавлов В. В., Беляков А. В. Сибирские царевичи в истории России. — М.: Российская Академия наук, Институт Российской истории; Санкт-Петербург Издательство Олега Абышко.
  • Беляков А. В. Чингисиды в России XV—XVII веков: просопографическое исследование. — Издательство: Рязань. — ISBN 978-5-904872-07-8
  • Рахимзянов Б. Р. Англо-американская историография тюрко-татарских государств XV—XVIII вв. // История татар с древнейших времен: В 7 т. — Т. 4. Татарские государства XV—XVIII вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2014. — С. 67-71.
  • Bulat Rahimzyanov, "Kasim Hanliği [Касимовское ханство], " in Avrasya’nın Sekiz Asrı Çengizoğulları, edited by Hayrunnisa Alan and İlyas Kemaloğlu. Istanbul: ÖTÜKEN, 2016, pp. 285—319.
  • Рахимзянов Б. Р. Англо-американская историография тюрко-татарских государств XV—XVIII вв. // История татар с древнейших времен: В 7 т. — Т. 4. Татарские государства XV—XVIII вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2014. — С. 67-71.
  • Рахимзянов Б. Р. Политическое развитие Касимовского ханства // История татар с древнейших времен: В 7 т. — Т. 4. Татарские государства XV—XVIII вв. — Казань: Институт истории им. Ш. Марджани АН РТ, 2014. — С. 359—376.