Күтүб әл-Арбаға
Күтүб әл-Арбаға | |
Төп тема | Хәҙистәр |
---|---|
Автор | Мөхәммәт (Пәйғәмбәр) |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле |
Дүрткитаплыҡ, Күтүб әл-Арбаға (ғәр. الكتب الأربعة; рус. Кутуб аль-Арбаа) — «ун икесе» шиғыйҙарҙа иң яҡшы дүрт хәҙис йыйынтығы: әл-Күләйниҙең «Әл-Кәфи», ибн Бабавайх әс-Садуҡтың «Мән лә йәхдүрүһү-л-фаҡиһ», Шәйех әт-Тусиҙың «Тәхзиб әл-әхкәм» һәм "Әл-Истибсәр"е.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Шиғыйҙарҙың сөнниҙәрҙең китаптарынан айырылып торған хәҙистәр һәм риүәйәттәр йыйынтыҡтары менән файҙаланыуы, шиғыйҙарҙың юғарыла әйтелгән дүрт хәҙис йыйынтығы иң дөрөҫө һәм абруйлы китап тип иҫәпләнеүе билдәле (Күтүб әс-ситтә «Алтыкитаплыҡ»ҡа ҡаршы). Сөнни хәҙистәренән айырмалы рәүештә, шиғый риүәйәттәре тик гонаһһыҙ имамдарҙан (ун ике имам), Али ибн Әбү Талиптың ҡатыны Фатиманан таралған тоҡомдарынан йыйылған.
Дүрткитаплыҡ авторҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]"Дүрткитаплыҡ"тың иң тәүге йыйынтығы «Әл-Кәфи»ҙең авторы әл-Күләйни 941 йылда үлгән. , «Мән лә йәхдүрүһү-л-фаҡиһ» авторы ибн Бабавайх әс-Садуҡ 918—992 йылдарҙа йәшәгән, «Һуңғы ике йыйынтыҡты — Тәхзиб әл-әхкәм» һәм «Әл-Истибсәр»ҙетуплаусы Шәйех әт-Туси 966—1067 йылдарҙа йәшәгән. Уларҙың барыһы ла хәҙерге Иран биләмәһендә тыуған һәм йәшәгән, унда хәҙер исламдың шиғый йүнәлеше дәүләт дине булып тора.
![]() |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |