Эстәлеккә күсергә

Күҙгәнәк ҡаяһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Күҙгәнәк ҡаяһы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Ғафури районы
Карта

Күҙгәнәк ҡаяһы (рус. Кузгенак, Кузьганак) — Көньяҡ Уралда Башҡортостандың Ғафури районында Еҙем йылғаһы буйындағы ҡая. Еҙем буйлап Толпар ауылынан 17 км урынлашҡан. 1,5 км ситтә Мәмбәт ҡаяһы.

Ҡая Текәтәуҙың бейек һырты булып тора. Юғары протероз осоро эзбизташының метоморфик тау тоҡомдарынан тора. Ҡаяның өҫкө өлөшө генә емерелгән. Ҡаяның бейеклеге 130 метр, нигеҙенең ҡалынлығы 25-30 метрҙан артмай. Ҡая эйәр һымаҡ ике өлөшкә бүленгән, унан кеше йөрөп, һуҡмаҡ һалынып бөткән. Тауға терәлеп торған төньяҡ-көнбайыш өлөшө бейегерәк. Был өлөшөндә 8-9 киртләс күрергә мөмкин. Көньяҡ-көнсығыш өлөшө түбәнерәк. Был урында 6-7 киртләстә ағас һәм ҡыуаҡтар үҫә.

Ҡаяның урта өлөшөндә, 20-25 метр бейеклектә ҙур булмаған үтәләй сығып булырлыҡ мәмерйә бар. Мәмерйә һыу өҫтөнән яҡшы күренә.

Төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа тиклем оҙонлоға 150 метр. Ҡая оҙон булһа ла, арҡырылайға тар, көньяҡ диуары 80 м бейеклектә, ҡаяның төбөнән ҡарағанда таштары алға суҡайып сыға барып 5 метрға оҙонайып өҫкә килеп сыға һәм байраҡты хәтерләтә.

Был ҡаяның иғтибарға лайыҡ йәнә бер күренеше - күп йылдар буйы Халыҡ-ара ҡыҙыл китапҡа индерелгән сапсан ыласын оя ҡороуы [1].

Был ҡаяның Башҡортостанда һәм Көньяҡ Уралда тиңе юҡ.

Урындағы халыҡ ҡаяның урта тошонда үтәләй сығып торған тишек бар тип һөйләй. Унда ысынлап та үтәләй сығып йөрөп булған бәләкәй генә мәмерйә бар. Уның аша төндә ай нуры арғы яҡҡа төшөп яҡтырта, тиҙәр. Ҡаяның атамаһы ла ана шул "күҙгәнәк"тән килеп сыҡҡан тип һанайҙар. Күҙгәнәк - индек ҡапҡаның һайғауҙарын һалыу өсөн бағанаға уйылған тишек йәки тәҙрә быялаһының бер бүлкәте[2] .

  • YouTube сайтында Видео Кузьганак - "Глазок в Рай"
  • YouTube сайтында Видео На гребне СКАЛЫ (Кузьганак)
  • YouTube сайтында Видео Скала Кузьганак Фильм телеканала БСТ


  1. Скала Кузьганак 2020 йыл 12 ғинуар архивланған.
  2. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 564-се бит