Күҙәнәк ядроһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Күҙәнәк ядроһы
Взаимодействует с anti-nuclear antibody[d]
Код по Foundational Model of Anatomy 63840
Код NCI Thesaurus C13197
Нимәнән тора nuclear part[d][1]
Commons-logo.svg Күҙәнәк ядроһы Викимилектә

Күҙәнәк ядроһы(лат. nucleus «ядро», Роберт Броун, 1831) — эукарио́т (я́дролылар) күҙәнәктең структур өлөшө. Цитоплазманан ике ҡатлы мембрана менән айырылған.

Төп функцияһы: күҙәнәктең нәҫел материалын (ДНК) һаҡлау.

Күҙәнәк ядроһының төҙөлөшө
Поперечный разрез ядерной поры. Цифрами обозначены: 1 — ядерная оболочка, 2 — внешнее кольцо, 3 — спицы, 4 — корзина, 5 — филаменты

Эукариоттарға, йәки я́дролыларға тере организмдарҙың өс батшалығы: Бәшмәктәр, Хайуандар, Үҫемлектәр инә.

Ядроның формаһы һәм ҙурлығы (5-20 мкм) күҙәнәктең формаһына һәм ҙурлығына бәйле. Күпселек күҙәнәктәрҙең ядроһы берәү була. Ундай күҙәнәктәрҙе бер ядролылар тип атайҙар.

Шул уҡ ваҡытта ике, өс, бер нисә тиҫтә һәм хатта йөҙәрләп ядроһы булған күҙәнәктәр бар. Былар күп ядролы күҙәнәктәр. Улар, мәҫәлән, иң ябайҙарҙа һәм шулай уҡ умыртҡалы хайуандарҙың бауырында, һөйәк мейеһендә, мускулдарында һәм тоташтырыусы туҡымаларында осрай.

Күҙәнәк ғүмере (клеточный цикл)[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Күҙәнәк ғүмере ике осорҙо үҙ эсенә ала: бүленеү, һөҙөмтәлә ике бала күҙәнәк барлыҡҡа килә;
  • Интерфаза тип аталған ике бүленеү араһындағы осор.

Ядроның төҙөлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ядроның төҙөлөшө һәм функцияһы күҙәнәк ғүмеренең төрлө осоронда төрлөсә. Бүленмәгән күҙәнәктең ядроһында:

  • ядро тышсаһы,
  • ядро һуты(кариоплазма),
  • бәләкәй ядро,
  • хроматин (хромосомаларҙы) айырып йөрөтәләр.

Ядро тышсаһы ядроны цитоплазманан айыра. Ул ике ҡатлы: эске һәм тышҡы мембрананан тора. Улар араһында тар ғына ярым шыйыҡ матдә менән тултырылған ек була.

Ядро тышсаһының тышҡы һәм эске мембраналары плазма мембрана кеүек үк төҙөлөшлө. Ядро тышсаһында күп һанда нескә генә тишектәр урынлашҡан. Улар аша ядронан цитоплазмаға һәм киреһенсә матдәләр күсә: аҡһымдар, углеводтар, майҙар, нуклеин кислосалары, һыу һәм һәр төрлө иондар. Йәғни, ядро менән цитоплазма араһында бер туҡтауһыҙ матдәләр алмашыныуы булып тора.

Ядро Һуты — ядро тышсаһы аҫтындағы ярым шыйыҡ матдә. Ул ядроның эске мөхитен тәшкил итә. Ядро һутында бәләкәй ядролар һәм хромосомалар урынлашҡан.

Цитоплазманан уға һәр төрлө матдәләр үтеп инә һәм ядронан цитоплазмаға сыҡҡан бөтә матдәләр туплана.

Бәләкәй ядро(ядрышко) — ҙурлығы киң сиктәрҙә, 1-ҙән 10 мкм-ға ҡәҙәр һәм унан да күберәккә үҙгәреп тороусы тығыҙ йомро тәнсә.

Күҙәнәк ядроһының электрон фотографияһы, бәләкәй ядро ҡара төҫтә

Организмдың һәм күҙәнәктең төрлө осорҙарында бәләкәй ядролар һаны 1-ҙән алып 10-ға һәм унан да күберәккә үҙгәреп тора.

Бәләкәй ядролар составына РНК һәм аҡһым инә. Бәләкәй ядролар хромосомалар менән бәйле. Улар хромосомаларҙың билдәле бер участкаларында (ядрышковый организатор) барлыҡҡа килә. Унда рибосомалар составына ингән РНК синтезлана. Шуға күрә лә, бәләкәй ядроларҙа рибосомаларҙың ҙур һәм бәләкәй өлөшсәләре формалаша. Формалашҡан бәләкәй ядролар тик бүленмәгән күҙәнәктәрҙә генә күренә. Күҙәнәк бүленеү ваҡытында улар тарҡала.

Хроматин (хромосомалар, гр. «хрома» — буяу, «сома» — тән) — ядро составының мөһим өлөшө. Бүленмәгән хромосомалар үтә нәҙек еп формаһында. Шуға күрә лә, хроматин эсендә айырым хромосомаларҙы яҡтылыҡ микроскобы аша күреп булмай.

Митоз. Кеше күҙәнәгендә метафаза хромосомалары DAPI

Был үтә нәҙек ептәрҙең һәр береһе ДНК-ның аҡһым менән берләшмәһенең бер молекулаһын тәшкил итә. Был епсәләр һәр береһе 1 см-ҙан ашыу оҙонлоҡта булыуы мөмкин.

Улар ядро һутында урынлашҡан, үҙ-ара сырмалған һәм уларҙы бер-береһенән айырыуы ла ҡыйын. Әммә оҙонлоҡҡа ныҡ һуҙылған еп һымаҡ хромосомалар һәм уларҙың участкалары электрон микроскоп аша һәйбәт күренә.

Интерфаза осоронда ғына башҡарылған иң мөһим процесс — ул ДНК-ны синтезлау. Уның һөҙөмтәһендә һәр хромосома икеләтә арта.

Синтездың нигеҙендә ДНК молекулаларының икеләтә артыу кеүек ғәжәп һәләтлелеге ята (репликация). ДНК-ны синтезлау интерфаза уртаһында бара.

Уның дауамлылығы хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең төрлө төрө өсөн төрлөсә. Мәҫәлән, һөтимәрҙәр күҙәнәктәрендә был процесс 6—10 сәғәт дауам итә. Был ваҡыт эсендә һәр ДНК күҙәнәге үҙенә оҡшаш икенсе молекула төҙөй.

Тимәк, синтез алдынан бер хромосома составына бер ДНК молекулаһы ингән булһа, синтез аҙағына һәр хромосома составына ике бер төрлө ДНК молекулаһы инә.

Интерфазаның бөтә осоро буйынса хромосомалар күҙәнәктең йәшәү эшмәкәрлегенең бөтә процестарын да контролдә тота. Тап интерфазала ядрола бер туҡтауһыҙ РНК синтезлана, цитоплазмала аҡһымдар, углеводтар һәм майҙар синтезлана, күҙәнәктәр үҫә.

Былар бөтәһе лә интерфаза осоронда күҙәнәктең актив функциялар үтәүен, унда туҡланыуҙы, тын алыуҙы, АТФ-ты синтезлауҙы, тышҡы мөхиткә һәр төрлө матдәләр алмашыныуы продукттарын сығарыуҙы үҙ эсенә алған йәшәү эшмәкәрлегенең бөтә процестары бара.

Интерфаза осоронда, шулай уҡ митохондриялар, хлоропластар, Гольджи аппараты элементтарының һандары (иҫәбе) арта. Күҙәнәк үҙәгенең центриолдәр һаны ике тапҡыр арта, йәғни күҙәнәк бүленеүгә әҙерләнә.

Төрлө күҙәнәктәрҙең интерфаза дауамлылығы төрлөсә. Күп күҙәнәкле организмдар составында бүленмәгән күҙәнәктәр ҙә була. Уларҙың интерфазаһы күп йылдарға һуҙыла.

Ундайҙар иҫәбенә бүленеүгә һәләтлеген юғалтҡан һәм организмдың бөтә ғүмере буйына йәшәгән нервы күҙәнәктәре инә.

Күҙәнәк бүленергә әҙерләнгән осорҙа еп формаһындағы хромосомалар спиралләшә, ҡыҫҡара һәм йыуаная башлай. Был процесс метафазаға тиклем дауам итә. Ахырҙа уларҙы яҡтылыҡ микроскобында ла күреп, фотоға төшөрөп һәм һанап була. Хромосомаларҙың һәр береһе ҙурлығы, формаһы, махсус буяғыстар менән эшкәрткәндә төҫө һәм биҙәге менән таныулы була. Уларҙы был стадияла метафаза хромосомалары тип атайҙар.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • А. О. Рувинский. «Общая биология. Для углубленного изучения биологии». Издательство «Просвещение».
  • Ю. Н. Лемеза. «Биология. Вопросы повышеной трудности». Издательство «Айрис», 1998 г.
  • Н. Д. Андреева. «Биология». Издательство «Союз» 2002 г.
  • А. В. Кленова. «Биология для поступающих в ВУЗы». Издательство «Учитель», 1997 г.
  • Генная онтология