Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Күҫәләр көкөртлө һыу [1]) сығанаҡтары — Башҡортостандың Салауат районындағы Тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965 йылдан)[2]

Күҫәләр   урғылыусы минераль һыу сығанаҡтары Ҡутҡантау төркөмөнә инә. Дебиты (л/с): беренсе төркөмдә – 0, 5 – 2, 0, бөтәһе бергә 60-ҡа тиклем. Әсе сығанағында – 10-12. Икенсе төркөмдә 0, 7 – 2,0. Бөтәһе бергә 20-23. Һыуҙа (мг/л) натрий (130), кальций (124), магний (44) катиондары, сульфат (243), гидрокарбонат (229), хлорид (227) иондары бар. Беренсе төркөм һәм Әсе сығанағы аҙ минераллы (0,6 – 0,9), гидрокарбонат- сульфат – хлоридлы, гидрокарбонат – хлоридлы-магний-натрий-кальцийлы. Микроэлемент миҡдары (мг/л): бром 0, 42 – 0,99, бор 0, 05 – 0,40, фтор – 0,01 – 1,0, йод – 0,004 -0, 025. Газ составы буйынса кислородлы һәм көкөртлө-водородлы. Беренсе төркөм һыуының температураһы – 8,5 – 18. Әсе сығанағы – 20 – 21 (Башҡортостан Республикаһында  иң йылы сығанаҡ). Икенсе төркөм сығанаҡтары аҙ минераллы , яҡынса 1 м/г, гидрокарбонатлы-натрий- кальцийлы, радонлы, составында гелий бар. Газ составы буйынса көкөртлө-водородлы, температураһы 9, 5 – 17, 8. Сығанаҡтар фәнни һәм һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә [3].

Салауат районының 2 –се Иҙелбай һәм Күҫәләр ауылдары араһында Йүрүҙән йылғаһының һул битләүендә урынлашҡан. Күҫәләр ауылынан көнбайышҡа табан 1, 5 км алыҫлыҡта минераль һыу сығанаҡтарының беренсе (төп) төркөмө ята. Йылғанан 25 м алыҫлыҡта тәбиғи һыу өҫкә сыға; унан көнбайышҡа табан 650 м алыҫлыҡта - Әсе сығанағы урынлашҡан (упҡындың диаметры 4, 5 м,тәрәнлеге – 10 м), төбөндә минераль ләмдәр ята, ҡалынлығы 1 м.  Күҫәләр ауылы эргәһендә, йылғаның туғай өҫтө киртләсендә, 2-се (скважиналы) төркөм һыу сығанаҡтары урынлашҡан. Күҫәләр көкөртлө һыу сығанаҡтары тирә-яғындағы ландшафт ҡатнаш урмандарҙан һәм ҡоро болондарҙан тора.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Куселяровские сернистые источники
  2. (Постановление СМ БАССР от 17.08.1965 № 465)
  3. Domain admmaloyaz.ru maybe for sale (недоступная ссылка с 06-12-2016 (166 дня))

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Абдрахманов Р. Ф. Куселяровские сернистые источники. Башкирская энциклопедия. Т.3. Уфа. 2007. С. 623.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]