Кәкүк сәйе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Кәкүк сәйе — йылдың уңышлы килеүен теләп, борон-борон замандан үткәрелә торған байрам йолаһы. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.

«Кәкүк сәйе» байрамын әҙерләү һәм үткәреү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кәкүк сәйе

Иртәгә кәкүк сәйенә сығабыҙ тигән көндө малайҙар, өйҙән өйгә йөрөп, аҙыҡ-түлек, һый йыя. Уларға хужабикәләр тәм-том, төрлө ризыҡтар биреп сығара, ошо ризыҡтан байрам табыны, самауыр ҡайнатып сәй әҙерләнә.

Кәкүк сәйенә ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына сыға. Байрам үткәреү өсөн кәкүк тауышы ишетелеп торорлоҡ урын — урман ситтәре һайлана. Аш-һыу әҙер булғансы, йәш-елкенсәк бейеү, уйын-көлкө ойоштора. Унда «Аҡ тирәк-күк тирәк уйыны», «Наза», «Өсөнсөбөҙ — артыҡ», «һәпәләк» тигән һәм ҡыуышып, хәрәкәтләнеп уйнай торған уйындар өҫтөнлөк итә. Табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый. Аштан һуң уйын яңынан башлана. Был юлы сиратлашып кәкүктән йәш һорайҙар, кәкүккә арнап сығарылған йырҙар башҡарып ярышалар.