Кәлимосҡан ҡаяһы
Кәлимосҡан ҡаяһы | |
---|---|
урыҫ Калим-оскан | |
Урынлашыуы | |
53°36′04″ с. ш. 56°38′49″ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Ҡурсаулыҡ зонаһы | |
Кәлим-Усҡан ҡаяһы һәм Салауат Юлаев мәмерйәһе | |
Категория МСОП | III (Тәбиғәт ҡомартҡыһы) |
Профиль | комплекслы, геоморфологик, ботаник |
Статус | бөтөрөлдө |
Майҙаны | 31,3 га |
Ойошторолған ваҡыты | 26 декабрь 1985 йыл |
Бөтөрөлгән ваҡыты | 27 август 2014 йыл |
Кәлимосҡан ҡаяһы Викимилектә |
Кәлимосҡан ҡаяһы — Башҡортостандың Ишембай районындағы ҡая. Һикәҙе йылғаһының иркен үҙәне буйлап һәм бейеклеге 90 метр тирәһе булған был текә ҡая янынан ғына Стәрлетамаҡ — Белорет автомобиль юлы үтә. Кәлимосҡан ҡаяһы таштары яҡынса 350 млн йылдар элек боронғо диңгеҙ төбө булған түбәнге карбон ултырмаларынан хасил булған[1].
Был ҡая Салауат Юлаев мәмерйәһе менән берлектә 1985 йылда тәбиғәт ҡомартҡаһы тип иғлан ителде. Был мәмерйәлә Салауат Юлаев бер ҡасан да булмаған, был урында «Салауат Юлаев» фильмы төшөрөлгән. Ысын Салауат Юлаев мәмерйәһе Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан.
Урыны: Маҡар ауылы, Маҡар урман хужалығы, Шихан лесничествоһы, 46-сы квартал.
Риүәйәт буйынса, Кәлим исемле егет, һөйгән ҡыҙының яуапһыҙ мөхәбәтенә үпкәләп, ҡаянан ташланған. Ҡаяның исеме шунан килә.
Һаҡлау өлкәһе:
- Мәмерйәһе булған матур ҡая.
- Һирәк осрай торған үҫемлектәр популяцияһы (кәкре ҡылсыҡлы аҡтамыр, шиверекия үләне, клер астрагалы, кәзә һаҡалы)
- Далала үҫкән ҡарағайлыҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Овсянникова М. М., Кулясова А. Е. «ТУРИСТИЧЕСКИЕ МАРШРУТЫ Ишимбайского района Республики Башкортостан». — Уфа: Информреклама, 2012. — С. 56—57. — 74 с. — 500 экз.