Эстәлеккә күсергә

Кәмәлек (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәмәлек
Сәнғәт формаһы Йыр
Жанр Оҙон көй
Әҫәрҙең теле башҡортса‎

“Кәмәлек" - рус. Камелик - башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй [1].

Йыр Ырғыҙ-Кәмәлек буйында йәшәгән башҡорттар араһында сыҡҡан. Риүәйәт буйынса, Үҫәргән ырыуынан булған егет Кәмәлек йылғаһы аръяғында йәшәгән ҡыҙға ғашиҡ була. Бер ни тиклем ваҡыт егет йылға аша сығып ҡыҙ менән осрашып тора. Әммә иртә яҙҙа һөйгән ҡыҙын һоратырға барғанда кейәү булаһы егет, Кәмәлек йылғаһында батып, һәләк булған. Ҡыҙ һөйгәне хаҡында йыр сығарған.

Йыр 1934 йылда А. С. Ключарев тарафынан ҡурайсы Ҡансуриндан яҙып алынған.Ул тәүге тапҡыр композитор Х.Ф. Әхмәтовтың “Башҡорт халыҡ йырҙары" тигән йыйынтығында баҫылып сыҡҡан. Артабан йырҙы һәм уның варианттарын Л.Н.Лебединский, Н.Д.Шоңҡаров баҫтырып сығарған.

Йыр лирик-драматик характерҙа.

Йырҙың үҙенсәлеге - көйҙөң юғары өлөшөндә әүҙем рәүештә амбитус файҙаланылыуы.

Йырҙы башҡарыусылар араһында Я. Ф. Аҡмырҙин, Ю.И.Ғәйнетдинов, К.М.Дияров, М.А.Ҡаҙаҡбаев һәм башҡалар.

“Кәмәлек" көйөн эшкәртеүселәр араһында К.Ю.Рәхимов, ул әҫәрҙе симфоник оркестр, шулай уҡ скрипка һәм фортепиано өсөн әҙерләгән. Б.И.Шестаков тауыш һәм фортепиано өсөн эшкәрткән. Композитор Р.Ә. Мортаҙин 2-се симфонияһында ҡулланған (1957) [2]

Эй... Кәмәлеккәй буйы ла, ә-һә-й, шау ҡамыш,
Шул ҡамыштан сыға ла бер тауыш.
Тауышлары шоңҡар ҙа, ә-һә-й, тауышы,
Буйҡайлары бохар ҙа ҡамышы.
 
Эй... Кәмәлеккәй буйы ла, ә-һә-й, дөм урман,
Йүгереп кенә булмай — ҡарама.
Арыҫлан ғына кеүек ир, ә-һә-й, булһаң да,
Кәңәш итмәй ҙә эшләү ярамай.
  1. “КӘМӘЛЕК” 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  2. Кәмәлек (башҡорт халыҡ йыры)(недоступная ссылка)