Кәрешкә (үҫемлек)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кәрешкә
Кәрешкә. Үҫемлектең дөйөм күренеше
Баҫыу кәрешкәһе.
Үҫемлектең дөйөм күренеше.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Vicia L.

Төр өлгөһө
Wikispecies-logo.svg
Викитөркөмдә
Систематика
Commons-logo.svg
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS   26329
NCBI   3904
EOL   13463
GRIN   g:12701
IPNI   23780

Кәрешкә (урыҫ. горошек, вика , лат. Vicia)— ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле үҫемлек; теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле ҡуҙаҡлы үлән[2]; ҡуҙаҡлы мал аҙығы үҫемлеге[3]; ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ингән теҙмә япраҡлы, сырмалып торған мыйыҡлы, ваҡ ҡына ирен сәскәле үҫемлек; бал ҡорттары уның татын яратып йыя; шәкәрлелеге 70 кг/га[4].


120 төрө билдәле.

Тамыр системаһы үҙәкле, азот туплаусы бүлбеләре бар. Ботаҡтары нәҙәк, 1 метрға тиклем оҙонлыкта, япраҡтары пар ҡаурый һамаҡ, 4-10 пар япраҡсыҡ һәм икегә айырылған мыйыҡсалы. Япраҡ ҡыуышлығында сәскәләре 1-3 әр була, үҙенән һеркәләнә, таждары төрлө төҫтә - аҡһыл шәмәхә, ҡуйы ҡыҙыл, алһыу, аҡ. Емеше − 4-10 яҫы орлоҡло ҡуҙаҡ, 1000 орлоҡтоң авырлыгы 50-60 г. Мал аҙығы үҫемлеге, еңел үҙләштерелә торған йәшел масса һәм 35%-ҡа тиклем аҡһымлы бөртөк бирә. Бесән, сенаж, үлән оно булараҡ ҡулланыла; һаламы һәм кәбәге лә мал аҙығы итеп файҙаланыла.

Кәрешкә көн яҡтылығы оҙон ваҡытта үҫә, тупраҡҡа һәм йылылыҡка талапсан түгел, дым ярата. Ҡоро йылдарҙа уңышы кәмей. Тупраҡ шарттарын яҡшыртҡанда: ашлама, известь кереткәндә, тупраҡты тирән эшкәрткәндә, һыу режимын көйләгәндә яҡшыраҡ үҫә. Күп осраҡта һоло һ.б. мал аҙығы культуралары ҡатнашында үҫтерелә. Ашламалар (яртылаш серегән йә иһә тулыһынса серегән тиреҫ, минераль ашламалар) 1 гектарҙан 30-35 т йәшел масса йә иһә 2,5-3 т бөртөк алыу маҡсаты ҡуйып керетелә. Кәрешкәнең 1 т йәшел массаһы тупраҡтан 3,5-4 кг азот (ҡатнашмалағы культуралар нисбәтенә бәйле), 1-1,3 кг Р2О5, 3-4 кг К2О үзләштерә, 1 т бөртөк, тиңдәшле рәүештә, 60-65, 15-20 һәм 15-20 кг.

Vicia americana 5294.JPG
Vicia sylvatica bgiu.jpg
Vicia villosa schote.jpeg
Бобы.jpg
Һулдан уңға:
Япрағы (Vicia americana). Сәскәләре. Йөнтәҫ кәрешкә ҡүҙағы. Орлоғо

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Entry for Vicia L. (en). NCU-3e. Names in current use for extant plant genera. Electronic version 1.0 (Sept 24, 1997). 3 ноябрь 2010 тикшерелгән.
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)
  3. Русско-башкирский словарь сельскохозяйственных терминов (Ф.С.Мурзакаев, 2001)
  4. Русско-башкирский словарь по пчеловодству (Г.Д.Зайнуллина, 2001)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

Имән япрағы Был ботаника тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә]