Кәримов Зәки Вәли улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримов Зәки Вәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 ғинуар 1925({{padleft:1925|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Үрнәк, Рәсәй
Вафат булған көнө 18 май 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (86 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө университет уҡытыусыһы, тарихсы
Уҡыу йорто Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре кандидаты[d]
Ҡатнашыусы Бөйөк Ватан һуғышы
Ойошма ағзаһы Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәримов Зәки Вәли улы (15 ғинуар 1925 йыл — 18 май 2011 йыл) — ғалим-тарихсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, СССР-ҙың партия һәм совет органдары эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961—1963 йылдарҙа КПСС-тың Баҡалы район комитетының беренсе секретары, 19631967 йылдарҙа Өфө колхоз-совхоз идаралығының партия комитеты секретары, 19812003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. 2009 йылдан Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы. Тарих фәндәре кандидаты (1976), профессор (1991). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1956), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993). Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) ордендары кавалеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Зәки Вәли улы Кәрмов — 1925 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Бәләбәй кантоны Ҡаракөсөк (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы) Үрнәк ауылында тыуған[1]. 1940 йылда, 15 йәшендә, уҡытыусы булып эш башлай. 1942 йылдың ҡышында армияға саҡырыла, Ырымбур өлкәһе Тоцк лагерында әҙерлек үткәндән һуң Волхов фронтында һуғыша. Ленинград-Новгород операцияһында күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менн бүләкләнә.Ҡаты яралана, сәләмәтлеге сикләнгән булыу сәбәпле, Көнбайыш Белоруссияның эске эштәр министрлығы ғәскәренә күсерелә. Белоруссия Республикаһының Плюсский өлкәһендә хеҙмәт итеүен дауам итә[1]. Еңеүҙе Белоруссияның Бобруйск ҡалаһында ҡаршылай.1946 йылда Плюсский өлкәһе комсомол комитеты секретары итеп һайланыу сәбәпле, демоблизациялана.
19461950 йылдарҙа Белоруссияның район комитеты секретары. Һуғыштан һуң Белоруссия ерендә совет власы урынлаштырыуҙа ҡатнаша.
1947 йылда партия сафына инә, «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
1950 йылда тыуған ауылы Үрнәккә ҡайта. Үрнәк мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй, аҙаҡ мәктәп директоры була. 19551957 йылдарҙа район мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара, 1957 йылда КПСС-тың райком комитеты итеп һайлана.
1958 йылдан — район советы рәйесе.
1961 йылдан башлап КПСС Баҡалы район комитетының 1-се секретары.
1963 йылдан — Өфө колхоз-совхоз идаралығының партия комитеты секретары. 1967 йылдан — КПСС Өлкә комитының Сәйәси ағартыу йорто мөдире. 19812003 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы[1].

Фәнни хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

250-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

  • «На путях перестройки сельской школы». Өфө, 1961.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]