Кәримов Мөҙәрис Рәсүл улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәримов Мөҙәрис Рәсүл улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 июль 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (74 йәш)
Тыуған урыны Лағыр, Салауат районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө финансист, иҡтисадсы
Уҡыу йорто Юғары партия мәктәбе[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Кәримов Мөҙәрис Рәсүл улы (2 июль 1949 йыл) — Рәсәй Һаҡ­лыҡ банкының Башҡорт­остан буйынса тәүге рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мөҙәрис Рәсүл улы Кәримов 1949 йылдың 2 июлендә Башҡорт АССР-ының Салауат районы Лағыр ауылында күп балалы ғаиләлә иң беренсе бала булып тыуа.

1964 йылда үҙ ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәпте, 1966 йылда Нәсибаш урта мәктәбен тамамлай. Артабан Йоматау ауыл хужалығы техникумында (1970) һөнәри белем ала. Хәрби бурысын Венгрияла үтәй. Хеҙмәттән ҡайтҡас Йүкәлекүл ауылында эшләй, һуңынан Ҡыйғы районы партия комитетына инструктор итеп алалар.
Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡтисади институтында (1976) юғары белемгә эйә була. Артабан уны Ҡыйғы районының Ленин исемендәге колхозға рәйем итеп тәғәйенләйҙәр. 1985 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлағандан һуң партия Өлкә комитетында эшләй башлай.
Оҙаҡ йылдар Рәсәй Һаҡ­лыҡ банкының Башҡорт­остан буйынса етәксеһе, Милли банктың бүлек мөдире була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы (1981)
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1982)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы (2012)[1]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]