Эстәлеккә күсергә

Кәрим (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Кәрим
рус. Каримово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл Советы

Илсеғол

Координаталар

54°41′42″ с. ш. 59°49′02″ в. д.HGЯO

Халҡы

270[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453710

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 820 002

ОКТМО коды

80 653 420 111

Кәрим (Рәсәй)
Кәрим
Кәрим
Кәрим (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Кәрим

Кәрим (шулай уҡ Төпәй) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 270 кеше[2]. Почта индексы — 453710, ОКАТО коды — 80253820002.

Кәрим ауылы 1786 йылғы картала һәм ревизия материалдары буйынса юҡ. Әммә ул 1802 йылда Ырымбур губернаһы картаһында күрһәтелгән. VIII рәүиз 115 ир-егетте һәм 149 ҡатын-ҡыҙҙы асыҡлаған. X рәүиз буйынса — 69 хужалыҡта 633 кеше йәшәгән. 1920 йылда 189 хужалыҡта 877 кеше йәшәгән. Ҡара-табынлыларҙан тәүге төпләнеүсе билдәле түгел. Шулай уҡ уның балаларының исемдәре лә асыҡланмаған. 1866 йылда Кәрим ауылында (Әбделкәримдә) 104 йортта 601 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Ир балалар мәктәбе булған. 1900 йылда мәсет теркәлгән. 30‑сы йылдарҙа Төпәй ауылы менән берләшкәндән һуң Кәримтөпәй тип йөрөтөлә. 50‑се йылдар аҙағынан хәҙерге исемен йөрөтә[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 270 125 145 46,3 53,7
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (95  %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1858 йылда[5] һәм 1859 йылда[6] Кәрим ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 63 км
  • Ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Илсеғол): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Алтын-Таш): 16 км

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғәләүетдинова Светлана Ишбулды ҡыҙы (30.08.1949) — ғалим-психолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Психология фәндәре кандидаты (1983), профессор. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.
  • Кәримов Вил Сәғит улы (21.03.1935—31.10.2017) — режиссёр, дәүләт эшмәкәре. 1969—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1985).
  • Төпәев Салауат Харис улы (18.02.1924) — ғалим-инженер-механик, журналист, хужалыҡ эшмәкәре һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Техник фәндәр кандидаты (1962), доцент (1972). Журналистар союзы ағзаһы (1998). 1991 йылдан Башҡортостандың Сәйәси золом ҡорбандары ассоциацияһы рәйесе, 2001 йылдан — почётлы президенты. СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982). 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985), Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (1999)[7].
  • Йомағужина Рәмилә Наил ҡыҙы (10.09.1953) — Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, ғалим-юрист, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 2003—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү (ЗАГС) идаралығы етәксеһе, 2012—2016 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы уҡытыусыһы һәм факультет деканы урынбаҫары. Юридик фәндәр кандидаты (2006).
  • Зарипов урамы (рус. улица Зарипова)
  • Ҡыҙырғәлин урамы (рус. улица Кызыргалина)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Төпәй урамы (рус. улица Тупеева)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)[8]
  • Әүлиәләр ерлеге
  • Башмаҡлы тауы
  • Кәйек тауы
  • Кеҙә тауы
  • Ям юлы (йәки Губернатор юлы)[9]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  6. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Төпәев Салауат Харис улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2019)
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме
  9. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге