Кәрәкле дарыуҙар
Кәрәкле дарыуҙар, рәсми рәүештә төп кәрәкле препараттар (ингл. Essential medicines , Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы (ВОЗ) билдәләгәнсә, «халыҡтың өҫтөнлөклө һаулыҡ һаҡлау ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә» торған дарыуҙар булып торалар[1]. Был кешеләр һәр ваҡыт етерлек күләмдә эйә булырға тейешле дарыуҙар. Уларҙың хаҡы дөйөм ҡулланылыштағы кимәлдә булырға тейеш[2].
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы кәрәкле дарыуҙар исемлеген баҫтырып сығарҙы. Һәр илгә урындағы ресурстарҙы иҫәпкә алып, үҙ исемлеген төҙөргә тәҡдим ителә. 150-нән ашыу илдә кәрәкле дарыуҙар исемлеге рәсми баҫылып сыҡҡан[3]. Был кәрәкле дарыуҙар исемлеге һаулыҡ һаҡлау органдарына, бигерәк тә үҫешеүсе илдәрҙә, фармацевтика ресурстарын оптимальлаштырырға мөмкинлек бирә.
2007 йылда Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының балалар өсөн кәрәкле дарыуҙар өлгө исемлеге лә баҫылып сыға[4]. Беренсе баҫмала 200 төрлө дарыуҙың 450 составы була[3]. 2011 йылда баҫылған өсөнсө "Балалар исемлеге"ндә 269 дарыу бар[5]. 2019 йылда "Балалар исемлеге"нең 7-се баҫмаһы донъя күрә[3][4][6]. Балалар исемлеге балаларҙың ихтыяждарын, шул иҫәптән тейешле дарыу рецепттары менән тәьмин итеү маҡсатында булдырылған[3].
Дарыуҙар теге йәки был ауырыуҙың ни тиклем киң таралыуы, файҙаһы тураһында дәлилдәр булыуы, башҡа варианттар менән сағыштырғанда өҫтәмә тәьҫирҙәр дәрәжәһе һәм хаҡы буйынса төп дарыуҙар сифатында һайлана[7]. Иҡтисади һөҙөмтәлелек етештереүселәр (фармацевтика компаниялары) һәм дарыуҙар һатып алыусылар (милли һаулыҡ һаҡлау хеҙмәттәре) араһында бәхәс предметы булып тора. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса, кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү йылына 10 миллион кешене ҡотҡара ала[8].
Төп дарыуҙарҙың мөмкин булыуы Тотороҡло үҫеш өлкәһендәге маҡсаттарҙың, атап әйткәндә 3.8, бер өлөшө булып тора[9]. Был исемлекте донъя кимәлендә таралған ойошмалар ниндәй дарыуҙар менән тәьмин итеүҙәрен билдәләү өсөн ҡулланалар[3].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Төп кәрәкле дарыуҙар» төшөнсәһенең билдәләмәһе ваҡыт үтеү менән үҙгәрә. 1977 йылдағы Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының тәүге билдәләмәһе буйынса, улар «беренсе сиратта мөһим, төп, алмаштырғыһыҙ һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә халыҡ ихтыяждары өсөн кәрәкле» дарыуҙар була[10]. 2002 йылда был билдәләмә үҙгәртелә: «Төп дарыуҙарға халыҡтың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге өҫтөнлөклө ихтыяждарын ҡәнәғәтләндергәндәр инә»[11]. Был 2019 йылға ҡарата ғәмәлдәге билдәләмә булып ҡала[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 Essential medicines. World Health Organization (WHO). Дата обращения: 20 ғинуар 2017. Архивировано 2 октябрь 2008 года.
- ↑ The Selection and Use of Essential Medicines (ss 4.2). Essential Medicines and Health Products Information Portal 132. World Health Organization (WHO) (2003). Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 3 июль 2016 года.
- 1 2 3 4 5 Seyberth, Hannsjörg W.; Rane, Anders; Schwab, Matthias. Pediatric Clinical Pharmacology. — Springer Science & Business Media, 2011. — С. 358. — ISBN 9783642201950.
- 1 2 World Health Organization model list of essential medicines for children: 7th list 2019 (инг.) : journal. — 2019.
- ↑ Bansal D., Purohit V. K. Accessibility and use of essential medicines in health care: Current progress and challenges in India (инг.) // Journal of Pharmacology & Pharmacotherapeutics : journal. — 2013. — Т. 4. — № 1. — С. 13—8. — DOI:10.4103/0976-500X.107642 — PMID 23662019.
- ↑ ((World Health Organization)). Executive summary: the selection and use of essential medicines 2019: report of the 22nd WHO Expert Committee on the selection and use of essential medicines (инг.). — Geneva: World Health Organization, 2019.
- ↑ Kalle, H. Essential Medicines for Children (инг.) // Clinical Pharmacology and Therapeutics (инг.)баш. : journal. — 2017. — Т. 101. — № 6. — С. 718—720. — DOI:10.1002/cpt.661 — PMID 28182281.
- ↑ Zacher, M.; Keefe, Tania J. The Politics of Global Health Governance: United by Contagion. — Springer, 2008. — С. 107. — ISBN 9780230611955.
- ↑ Wirtz V. J., Hogerzeil H. V., Gray A. L., Bigdeli M., de Joncheere C. P., Ewen M. A., Gyansa-Lutterodt M., Jing S., Luiza V. L., Mbindyo R. M., Möller H., Moucheraud C., Pécoul B., Rägo L., Rashidian A., Ross-Degnan D., Stephens P. N., Teerawattananon Y., 't Hoen E. F., Wagner A. K., Yadav P., Reich M. R. Essential medicines for universal health coverage (инг.) // The Lancet. — Elsevier, 2017. — Т. 389. — № 10067. — С. 403—476. — DOI:10.1016/S0140-6736(16)31599-9 — PMID 27832874.
- ↑ Action programme on essential drugs: progress report by the Director-General (инг.) : journal. — 2019.
- ↑ Trade, foreign policy, diplomacy and health. Essential Medicines. World Health Organization (WHO) (6 декабрь 2010). Дата обращения: 2 апрель 2020. Архивировано 15 декабрь 2015 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- WHO Model Lists of Essential Medicines (current for adults and children). WHO. Дата обращения: 6 март 2018. Архивировано 2 ноябрь 2016 года.