Кәрәҙле көмбәҙ
Кәрәҙле көмбәҙ | |
![]() | |
![]() |

Кәрәҙле көмбәҙ, моҡарнастар (перс. مقرنس, исп. muqarnas; ғәр. مقرنص), сталактиттар; рус. Сотовый свод) — традицион ғәрәп һәм фарсы архитектураһының үҙенсәлекле элементы; бал ҡорто кәрәҙҙәренә йәки сталактиттарға оҡшаған йыйырсыҡлы көмбәҙ төрҙәре[1][2].
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Был күҙәнәкле көмбәҙ элементы шулай уҡ моҡарнас (моҡарна) йәки кәрәҙ тип атала. Моҡарналар архитектура элементы сифатында ҡулланыла ала (көмбәҙ яһау) йәки тик орнаменталь функцияға эйә[3].
Миҫалдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Моҡарнастың иң тәүге миҫалы Сәмәррә эргәһендә, Шәрәф әд-Дәүлә кәшәнәһе (Имам Дур кәшәнәһе) янында табылған. Кәрәҙле көмбәҙҙең башҡа миҫалдары — Альгамбра (Гранада), Ғәббәсиҙәр һарайы (Бағдад), солтан Ҡайытбей төрбәһе (Мысыр). Кәрәҙле көмбәҙҙе биҙәү өлгөһө — Палермолағы Сицилия королдәре һарайында Палатина капеллаһының түбәһе (яҡынса 1140 й.).
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
1132 йылда Сицилия короле Рожер II бойороғо буйынса төҙөлгән Палатина капеллаһы.Палермо, (Италия)
-
Кәрәҙле көмбәҙ фрагменты. Альгамбра, (Испания)
-
Абенсерагтар залы интерьеры. Альгамбра, Испания
-
Мукарнастарҙан эшләгән елкәндәргә таянған көмбәҙ. Севилья, Испания
-
Ман Сингх I Раджа резиденцияһы. Амбер (Һиндостан). Көҙгөлө зал
-
Бағаналарҙың муҡарнаслы өҫкө өлөшө. Бохара (Үзбәкстан)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сталактиты // Архитектура. Краткий справочник / М. В. Адамчик. — Минск: «Харвест», 2004. — С. 473. — 624 с. — ISBN 985-13-1842-6.
- ↑ Власов В. Г. Архитектура. Словарь терминов. — М.: Дрофа, 2003. — С. 155
- ↑ Термин и понятие являются родственными с мокарбе (mocárabe), который, тем не менее, является только орнаментальным дизайном, и не обязательно мог иметь форму сталактитов
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Muqarnas : A Three-Dimentional Decoration of Islam Architecture 2015 йыл 13 декабрь архивланған. Илдәр буйынса кеҫә телефондарының киң мәғлүмәт базаһы
![]() |
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |