Көйәнтә (мәғәнәләр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көйәнтә

Көйәнтә:

Көнкүреш ҡорамалы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көйәнтә - ике биҙрә йәки башҡа төрлө йөк элер өсөн ҡулайлаштырылған ағас ҡорамал. Ул дуға кеүек бөгөп тә, Көнсығыш илдәрендә тура килеш тә ҡулланыла.

Үлсәү берәмеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт халҡында һыуҙы, ниндәйҙер башҡа йөктө көйәнтәләп ташығанда, нисә көйәнтә ташлығаны үлсәү берәмеге булып торған, әле лә был ғәҙәт һаҡлана. - Ике көйәнтә балсыҡ; дүрт көйәнтә һыу[1]

Көнкүреш ҡормалдары өлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көрөҫ элә торған таяулы арҡыры ағас (киндер һуғыуҙа)
  • Уртаһынан беркетеп, ике осонан ауырлыҡ элә торған таяҡ. - Биҙмән көйәнтәһе

Күсмә мәғәнәлә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Көйәнтә сираҡ - мыҫҡыллы фразеологизм
  • Көйәнтә алыу - ҡыҙ баланың ҡул араһына инә, ярҙамлаша башлауы.Халыҡ йырынан:

Яңы ғына инем ҡолонсаҡ,

Көйәнтәләр алыуым яңы саҡ

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993.-537-се бит

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 537-се бит