Көйөргәҙе музейы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

Көйөргәҙе музейыБашҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылында урынлашҡан музей.

1983 йылда Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы булараҡ ойошторола. 1995 йылдан алып Көйөргәҙе тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола, 1996—2006 йылдарҙа Милли музей филиалы.

Фондта 3000-дән ашыу һаҡлау берәмеге, шул иҫәптән беҙҙең эраға тиклемге VI—II быуаттарҙағы сармат хәнйәре, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы хәрби наградалар коллекцияһы, районда тыуып үҫкән Ғ. Ш. Арыҫланов, С. Ғ. Биктимеров, Х. Н. Ғайсин, М. Ғ. Ҡужаҡов, В. Г. Недошивин, А. И. Хохлов, Х. Х. Хөсәйенов тураһында фото һәм документаль материалдар. Экспозиция «Бөйөк Ватан һуғышы», «Наҡаҫбаш заказнигы» диорамалы тарих, мәҙәниәт, этнография, тәбиғәт бүлектәренән тора. Күргәҙмә залы бар.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]