Көйөргәҙе районы 2014 йылда

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску

2014 йылда Көйөргәҙе районының иҫтәлекле ваҡиғалары.

Район тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1824 йыл 14-16 сентябрҙә(иҫке стиль менән) император Александр 1-се сәғәтенә 18 саҡрым тиҙлек менән Көйөргәҙе районы биләмәһенән уҙып китә.Ул Ырымбурҙан Өфөгә юл тотҡан була.
  • 1919 йылдың 20 мартында Көйөргәҙе районы биләмәләре кергән Бөрйән-Түнәүер һәм Ҡыпсаҡ -Етеырыу кантондарынан сығарылып, Көйөргәҙе һәм Мораптал волостары итеп төҙөлә.
  • 1929 йылда Акһары МТС-ы төҙөлә. Ул 1936 йылғаса Чапаев исемен йөрөтә.
  • 1944 йылда Көйөргәҙе ит совхозы базаһында 138 йылҡы заводы төҙөлә.
  • 1954 йыл 5 ауыл советы берләштерелә: Урал ауыл советы Холмогорға, Васильевка ауыл советы Таймаҫҡа, Илкәнәй ауыл советы Тау ауыл советына, Яҙлау ауыл советы Яҡшымбәт ауыл советына, Арыҫлан -Әмәкәс ауыл советы Керәүле-Илюшкин ауыл советына берләштерелә.
  • 1959 йылда Көйөргәҙе район-ара төҙөлөш берекмәһе(МСО) барлыҡҡа килә.
  • 1969 йылда Мораптал участка дауаханаһының яңы бинаһы төҙөлә. Ул 35 ауырыуҙы (карауат-койка) һауыҡтырыуҙы күҙ уңында тотҡан.
  • 1979 йылда Ермолаево эшселәр ҡасабаһында стадион төҙөлә башлай. Шулай уҡ совхоздарҙың үҙәк бүлексәләрендә спорт майҙансыҡтары төҙөлә.
  • 1984 йыл Холмогор ауыл советы үҙәге Холмогор ауылынан Шәбағыш ауылына күсерелә.
  • 1994 йыл Киров колхозы музейына Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелә.
  • 1994 йыл Көйөргәҙе районы дәүләт автоинеспекцияһы төҙөлә.
  • 1994 йыл Район статистика идаралығы төҙөлә.
  • 1994 йыл РайГаз ойошмаһы төҙөлә.
  • 2004 йыл Ермолаевоға ауыл статусы кире ҡайтарыла.
  • 2004 йыл Ермолаево ауылында һуғыштан әйләнеп ҡайтыусы яугирҙәргә һәм Дан мемориаль таҡта-обелиск ҡуйыла.
  • 2004 йыл Район больницаһында яңы рентген кабинеты асыла.
  • 2004 йыл Ермолаевола «Рамаҙан» мәсетенә нигеҙ һалына һәм төҙөлә башлай.

Ауылдар тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Райондаштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]