Эстәлеккә күсергә

Көмәрҙәк (һырт)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көмәрҙәк
Оло Көмәрҙәк тауға куренеше
Оло Көмәрҙәк тауға куренеше
Характеристики
Оҙонлоғо32 км
Киңлеге6 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге1354 м
Урынлашыуы
54°20′50″ с. ш. 58°22′12″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Көмәрҙәк
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Көмәрҙәк

Көмәрҙәк — Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт[1].

Белорет районында Оло Инйәр йылғаһы тамағы киңлегенән алып Цыбров шишмәһе киңлегенә тиклем Йүрүҙән йылғаһының уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған.

Оҙонлоғо 17 км тирәһе, киңлеге 4 км яҡын. Абсолют бейеклеге 1354 м. Һыртта 1000 м ашыу бейеклектәге 3 түбә айырылып тора.

Төньяҡ өлөшөндә түбәләре осло, көньяҡта — яҫы; ҡурумдар (оҙонлоҡтары 1,5 км яҡын) һәм таш һибелмәләре, ҡалдыҡ ҡаялар бар. Битләүҙәре текә. Егәлгә свитаһының урта рифей кварцлы ҡомташтарынан тора.

Һыртта Оло Инйәр йылғаһы, Йүрүҙән һәм Тирлән йылғалары ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: 600—900 м тиклем шыршы‑аҡ шыршы урмандары үҫә, юғарыраҡ урмандар һирәгәйә, йәйелеп үҫеүсе тәпәш шыршылар, аҡ шыршы (урыны менән ҡарағас) урмандары яланғас бүлкәт менән алмашына. Көнсығыш битләүҙәрендә йөҙ йәшәр ҡарағастар осрай. Һырттың көнбайыш битләүҙәре Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан[2].

Атамаһы көмөрө һәм һөҙәк һүҙҙәренән алынған[3].