Көнгәк заказнигы
Көнгәк заказнигы | |
---|---|
урыҫ Кунгак, заказник | |
Төп мәғлүмәт | |
Майҙаны | 3800,0 гектар |
Нигеҙләнгән ваҡыты | 5 июнь 2002 йыл |
Идара итеүсе ойошма | Мәләүез участка урмансылығы |
Урынлашыуы | |
52°57′53″ с. ш. 55°55′58″ в. д.HGЯO | |
Яҡындағы ҡала | Мәләүез |
Көнгәк заказнигы (рус. "Кунгак", заказник) — республика әһәмиәтендәге дәүләт зоология ҡурсаулығы. Һаҙ гөбөргәйеле йәшәгән мөхитте һаҡлау, хайуандарҙың ҡиммәтле һәм һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола (2002).
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәләүез ҡалаһынан көньяҡ- көнбайышҡа табан 5 саҡрым алыҫлыҡта, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Майҙаны 3,8 мең га, шуның 80%-ын урман тәшкил итә. Рельефы теҙемле-убалы, һыубаҫар туғайлы тигеҙлектәрҙән тора. Ҡурсаулыҡтың ҙур өлөшөн Көнгәк һырты (512 м) алып тора[1][2].
Тәбиғи үҙенсәлектәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһенең тәбиғи үҙенсәлектәре: Һырттың көнсығыш макробитләүендә ҡатнаш йүкә-саған-ҡайын урмандары, көнбайыш битләүендә — ҡоро имәнлектәр, ҡылғанлы, ҡылбашаҡлы, типсәкле далалы һәм ситендә дала ҡыуаҡлыҡтары булған ҡатнаш киң япраҡлы урмандар таралған. Заказникта үҫемлектәрҙең Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре: Гельм астрагалы, көмөш тәңкәғуҙаҡ, Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабына индерелгән Залесский ҡылғаны, кәрлә күбәләк сәскә, ҡаурый ҡылған үҫә.
Хайуандар донъяһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка шәшкеһе, аҫ, бурһыҡ, дала көҙәне, йылға ҡондоҙо, йәтсә, ҡабан, ҡор, ҡоралай, мышы, ондатра, төлкө, урман көҙәне, һары шәшке, һыуһар, ҡурпысыҡ, һуна өйрәк йәшәй. Заказникта Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән баҡса ҡомағы, Баҡыр йылан, дала ҡара йыланы, ҡама, оло ялман, орсоҡ йылан, һаҙ гөбөргәйеле, һоро ағуна йәшәй.
Ҡоштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]БР һәм РФ-ның Ҡыҙыл китаптарына индерелгән бөркөт, диңгеҙ бөркөтө, көсөгән, өкө, европа бәрҙеһе, зөгәй осрай.
Көнгәк заказнигы территорияһында 1990 йылда биология фәндәре докторы Миһранов Марат Ғәлихан улы[3] тарафынан фән өсөн әһәмиәтле тәңкәле ҡанатлыларҙың яңы төрө — Бутлеров әберсен күбәләге билдәләнә (малинница Бутлерова).
Ҡурсаулыҡ ресурс, фәнни һәм экологик әһәмиәткә эйә[1][2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Көнгәк заказнигы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Кунгак . — «Рәсәйҙең махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре» мәғлүмәт-аналитика сайты мәғлүмәте: (ИАС «ООПТ РФ») (рус.).