Көнгөрә.про

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көнгөрә.про
Нигеҙләнгән

2011

Нигеҙләүсе

Максим Попов һәм Максим Неверов

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы: Мәскәү

Төп фигуралар

Максим Попов

Тармаҡ

Обустройство города

Продукция

Тренажёры для спортивных площадок

Сайт

http://kenguru.pro/

 Көнгөрә.про Викимилектә

Көнгөрә.про  — асыҡ һауалағы майҙансыҡтарға спорт ҡоролмалары (воркаут өсөн) эшләп ҡуйыу буйынса махсуслашҡан Рәсәй компанияһы[1]. 2011 йылда Мәскәүҙә Максим Попов һәм Максим Неверов тарафынан ойошторола[2]. «Беҙҙең киләсәк» һәм «Яҡшылыҡ импульсы» Бөтә Рәсәй социаль эшҡыуарлыҡ конкурстары лауреаты[3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылда Австралияла Максим Попов воркаут — асыҡ һауала турниктарҙа һәм брустарҙа башҡарыла торған күнегеүҙәр системаһы — менән таныша[4].

2011 йылда Мәскәүгә ҡайтҡас, ул ошондай майҙансыҡтар өсөн ҡорамалдар етештереү менән шөғөлләнергә була. Был бизнестың идеяһы үҙ комплексын барлыҡҡа килтереүҙән һәм ҡала властарын уны һатып алырға күндереүҙән тора[1].

Беренсе майҙансыҡ проектын эшләүгә 150 000 һум кредит алына. Инженерҙар менән бергә майҙансыҡтың 22 элементы — ҡулда йөрөгөстәр, швед стенкалары, турниктар, брустар, эскәмйәләр яһала. Асыуға әҙерлек ярты йылға һуҙыла[5]. Бығаса күрелмәгән продуктты бер кем дә алырға ашығып тормаҫын аңлап, тәүге майҙансыҡты Сокольники паркына бүләк итәләр[1].

Һөҙөмтә ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерә, парк заманса спорт майҙансыҡлы була, ә Көнгөрә.про компанияһы парк администрацияһынан рәхмәт хаты һәм тормошҡа ашҡан проектты фотоға төшөрөү мөмкинлеген ала[4]. Артабан, дизайнерҙарға башҡа майҙансыҡтарҙың 3D-моделен эшләргә заказ биреп, компания вәкилдәре ҡаланың төрлө структураларына мөрәжәғәт итә, социаль проектҡа иғтибар йәлеп итә, һөҙөмтәлә Мәскәүҙең көньяғында тағы өс майҙансыҡ йыһазландырыла[5].

2012 йыл башында компания мэрияла ҡаланы төҙөкләндереү буйынса күргәҙмәлә ҡатнашыу мөмкинлеген ала[1]. Күргәҙмәнән һуң ҡала муниципалитеттарынан ҙур заказдар килә башлай[1].

Финанс күрһәткестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2012 йылда 100-ҙән ашыу майҙансыҡ һатыла, айырыуса ҙурҙары (600 кв. м) — Горький паркында, Лужникиҙа һәм Тушино паркында[4]. Шул уҡ йылды компания Можайск эргәһендә бәлиғ булмағандар өсөн колонияға үҙ аҡсаһына майҙансыҡ йыһазлап бирә[5].

2013 йылда тағы ла 100-ҙән ашыу майҙансыҡ һатыла, компания төбәк кимәленә сыға[5].

2014 йылда компания халыҡ-ара баҙарға сыға, үҙ бренды аҫтында Әрмәнстанда, Францияла һәм Төркиәлә майҙансыҡтар йыһазлай[6].

Компания килемдәренең 20%-ы — тура дәүләт заказдарынан, ҡалған 80%-ы ҙур ҡала майҙандарын комплекслы йыһазландырыуға тендер отҡан компанияларҙың субподрядтарынан килә[1]. Компания һатҡан бер майҙансыҡтың уртаса хаҡы — 350 000 һум. Компанияның йыллыҡ әйләнеше 10 миллион самаһы тәшкил итә[1].

Көнгөрә.про Мәскәү өлкәһенең воркаут федерацияһын финанслай, шул юл менән спортсыларҙы берләштерергә, майҙансыҡтарға яңы кешеләрҙе йәлеп итергә тырыша[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Турник и два Максима. Ведомости. Дата обращения: 17 май 2015.
  2. Кто строит уличные спортивные площадки во дворах Москвы, можно ли на этом заработать и как договориться с городскими властями. Профиль. Дата обращения: 17 май 2015. 2015 йыл 1 апрель архивланған.
  3. «За лучший молодежный проект в сфере социального предпринимательства». Яҡшылыҡ импульсы. Дата обращения: 17 май 2015.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 «Кенгуру.про»: Как Максим Попов подсадил на воркаут пол-Москвы. The Village. Дата обращения: 17 май 2015.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Стартап на госслужбе. Коммерсантъ. Дата обращения: 17 май 2015.
  6. КЕНГУРУ.ПРО / О нас. kenguru.pro. Дата обращения: 17 май 2015.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]