Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты
Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты | |
Нигеҙләү датаһы | 1934[1] |
---|---|
Рәсми атамаһы | Южно-Уральский государственный гуманитарно-педагогический университет |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе |
Баш компания (ойошма, предприятие) | Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы[d][2] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | cspu.ru[3] |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 5600 ± 9[4] |
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы | Категория:Силәбе дәүләт педагогия университеты уҡытыусылары |
Көньяҡ Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты Викимилектә |
Көньяҡ-Урал дәүләт гуманитар-педагогия университеты — рус. Южно-Уральский государственный гуманитарно-педагогический университет — юғары педагогия уҡыу йорто, Силәбе өлкәһенең иң элекке юғары уҡыу йорттарының береһе, 1934 йылда педагогия институты булараҡ нигеҙ һалына.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1934 йылда Силәбе педагогия институты булараҡ нигеҙ һалына. 1995 йылда Силәбе дәүләт педагогия университеты итеп үҙгәртелә, ә 2016 йылда Көньяҡ-Урал дәүләт гуманитар-педагогик университеты исемен ала.
1995 йылда институт университет статусына эйә була һәм Силәбе дәүләт педагогия университеты итеп үҙгәртелә. Университеттың барлыҡ хеҙмәте Дәүләт стандарты һөнәри белем биреүҙе ғәмәлгә ашырыуға, педагогик кадрҙарҙы һөнәри әҙерләүҙең сифатын күтәреүгә, уҡыу-уҡытыу процессын интенсификациялауға, уҡытыуҙың яңы формаларын эҙләүгә, буласаҡ уҡытыусыларҙың ижади шәхесен үҫтереүгә йүнәлдерелгән. 2009 йылда СПУ Менеджмент Сифаты Системаһы BS EN ISO 9001:2000 стандартына тура килеүе NQA тулы хоҡуҡлы халыҡ-ара ойошманың әһәмиәтен билдәләү һәм теркәүҙе уҙа, шулай уҡ СПУ «Ышаныслы репутация» реестрына индрелә. 2013 йылда университетта урта һөнәри белемле кадрҙар әҙерләй башлаусы колледж асыла. Бөгөнгө көндә университет 4 һөнәри белем дәрәжәһен ғәмәлгә ашыра: урта һөнәри белем, юғары һөнәри белем — бакалавриат, юғары һөнәри белем — магистратура һәм юғары һөнәри белем — юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү (аспирантура). 85 йылдан артыҡ тарихында университет педагогика өлкәһендә 85 000 белгес сығара[5].
2015 йылдың көҙөндә Силәбе дәүләт педагогия университетын һәм Силәбе дәүләт университетын берләштереп, Евразия дәүләт гуманитар-педагогия университетын ойоштороу мәсьәләһе күтәрелә[6][7][8][9].
Факультеттары, институттары һәм юғары мәктәптәре[10]
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университеттың 10 факультеты бар:
Мәктәпкәсә белем биреү факультеты; Тәбиғи-технологик факультет; Инклюзив һәм төҙөкләндереү мәғариф факультеты; Сит телдәр факультеты; Тарих факультеты; Халыҡ сәнғәте факультеты; Башланғыс синыф уҡытыусыларын әҙерләү факультеты; Һөнәри-педагогия институты; Психология факультеты; Физика-математика факультеты.
- Институттары
Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институты[11] ; Юғары физик культура һәм спорт мәктәбе[12]Өҫтәмә ижади педагогия институты (ӨИПИ)[13]
- Колледж
Көньяҡ-Урал дәүләт гуманитар-педагогик университеттың колледжы. Адресы: Силәбе ҡалаһы, Соня Кривая урамы, 34.[14]
Был колледждың Мейәс ҡалаһында филиалы эшләп килә[15]
Институттың әҙерлек бүлеге бар[16]
Тамамлаусылар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Университет 50 меңдән ашыу белгес сығарған. Университеттың меңдән ашыу сығарылыш уҡыусыһы «РФ атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен йөрөтә, 1200-ҙән ашыу педагог орден һәм миҙалдар, 5 меңдән ашыуы «Халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән[17]
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 (unspecified title) — 2018-05-01 — 2018. — doi:10.6084/M9.FIGSHARE.6216392
- ↑ Единый Государственный Реестр Юридических Лиц, ЕГРЮЛ
- ↑ Google Knowledge Graph — 2012.
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ О нас .
- ↑ Опорный вуз Урала. ЧелГУ и педуниверситет объединят в 2016 году .Статья в газете «АиФ-Челябинск» № 40 от 30.09.2015 г.
- ↑ Учёный совет ЧелГУ поддержал идею объединения с ЧГПУ .Статья в информационном сайте «Первый областной» от 29.09.2015 г. Дарья Батовкина.
- ↑ Профком педагогов с осторожностью отнесся к идее создания опорного вуза на базе ЧелГУ и ЧГПУ .Руслан Сафин. Статья на сайте газеты «Южноуральская панорама» от 08.10.2015 г.
- ↑ Опорный вуз: партнерства не получилось .
- ↑ http://www.cspu.ru/index.php
- ↑ [1]
- ↑ [2]
- ↑ [3]
- ↑ [4] 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ [5] 2020 йыл 27 октябрь архивланған.
- ↑ [6]
- ↑ Университет педагогический «Силәбе» энциклопедияһында
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сайт университета
- Базанов М. А. Повседневность провинциального педагогического института в отражении его протокольной документации: случай ЧГПИ (1936—1937) // Гороховские чтения: Материалы шестой региональной музейной конференции / сост., науч. ред. Н. А. Антипин. Челябинск, 2015. С. 598—600.
- Базанов М. А. Научно-исследовательская деятельность Челябинского педагогического института во второй половине 1930-х годов // Гороховские чтения: Материалы шестой региональной музейной конференции / сост., науч. ред. Н. А. Антипин. Челябинск, 2015. С. 593—597.
- Базанов М. А. Большой террор в провинциальном вузе: случай директора Челябинского педагогического института И. К. Зеленского // Magistra Vitae: электронный журнал по историческим наукам и археологии. 2016. № 2. С. 66-79.