Көньяҡ Ҡаҙағстан медицина академияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көньяҡ Ҡаҙағстан медицина академияһы
Нигеҙләү датаһы 1997
Дәүләт  Ҡаҙағстан

«Көньяҡ Ҡаҙағстан медицина академияһы» акционерҙар йәмғиәте (АО ЮКМА) (ҡаҙ. «Оңтүстік Қазақстан медицина академиясы» акционерлік қогамы ("ОҚМА " АҚ)) — Ҡаҙағстандың алдынғы медицина юғары уҡыу йорттарының береһе. 1979 йылда асыла.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советының 1979 йылдың 03 июлендәге «Алматы дәүләт медицина институтының Чимкент ҡалаһындағы филиалын ойоштороу тураһында» 247-се ҡарары менән Алматы дәүләт медицина институты филиалы асыла.

Ҡаҙаҡ ССР-ы Министрҙар Советының 1990 йылдың 29 октябрендәге 429-сы ҡарары менән Алматы дәүләт медицина институты филиалы Шымкент дәүләт фармацевтика институты итеп үҙгәртелә.

Ҡаҙағстан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 1994 йылдың 14 июлендәге 778-се ҡарары менән Шымкент дәүләт фармацевтика институты Шымкент дәүләт медицина институты тип үҙгәртелә.

Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең 1997 йылдың 25 февралендәге 263-сө ҡарары менән Шымкент медицина институты «Көньяҡ Ҡаҙағстан дәүләт медицина академияһы» Республика дәүләт ҡаҙна предприятиеһы итеп үҙгәртелә.

Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең 2009 йылдың 08 июлендәге 1037-се ҡарары менән «Көньяҡ-Ҡаҙағстан дәүләт медицина академияһы» Республика дәүләт ҡаҙна предприятиеһы хужалыҡ алып барыу хоҡуғында «Көньяҡ-Ҡаҙағстан дәүләт фармацевтика академияһы» Республика дәүләт предприятиеһы итеп үҙгәртелә.

Ҡаҙағстан Республикаһы Хөкүмәтенең 2016 йылдың 09 ноябрендәге 681-се ҡарары менән хужалыҡ алып барыу хоҡуғындағы «Көньяҡ Ҡаҙағстан дәүләт фармацевтика академияһы» Республика дәүләт предприятиеһы «Көньяҡ Ҡаҙағстан дәүләт фармацевтика академияһы» акционерҙар йәмғиәте итеп үҙгәртелә (2017 йылдың 13 ғинуарындағы юридик шәхесте дәүләт теркәүе тураһында белешмә).

«Көньяҡ Ҡаҙағстан дәүләт фармацевтика академияһы» акционерҙар йәмғиәтенең берҙән-бер акционерының 2018 йылдың 13 февралендәге 1-се ҡарары нигеҙендә «Көньяҡ-Ҡаҙағстан дәүләт фармацевтика академияһы» акционерҙар йәмғиәте «Көньяҡ-Ҡаҙағстан медицина академияһы» акционерҙар йәмғиәте тип үҙгәртелә (2018 йылдың 21 февралендәге юридик шәхесте дәүләт теркәүе тураһында белешмә).

Факультеттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Медицина факультеты

• Фармация факультеты

• Халыҡ-ара факультет

• Интернатура һәм сығарылыш уҡыусыларын эшкә урынлаштырыу деканаты

• Резидентура бүлеге

• Фәнни-клиник эш, докторантура һәм магистратура идаралығы

• Өҙлөкһөҙ профессиональ үҫеш факультеты

• Медицина колледжы

• Хәрби кафедра

Ректорҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• 1979—1989 — Тегисбаев Есболган Тегисбай улы, фармация фәндәре кандидаты, доцент

• 1990—1993 — Ушбаев Кенесбай Ушбай улы, фармация фәндәре докторы, профессор

• 1993—1997 — Төләбаев Рәйес Ҡажыҡен улы, медицина фәндәре докторы, профессор, Ҡаҙағстан Республикаһының Милли Фәндәр академияһы академигы

• 1997—1999 — Рысулы Мостафа, медицина фәндәре докторы, профессор

• 1999—2008 — Дайырбеков Орынбай Дайырбәк улы, медицина фәндәре докторы, профессор

• 2009—2018 — Сексенбаев Бәхетжан Дерибсәли Улы, д.м.н., профессор

• 2018 — хәҙерге ваҡытҡа тиклем Рысбеков Мырҙабәк Мырҙаш улы, медицина фәндәре докторы, профессор

Билдәле тамамлаусылары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

• Цой Алексей Владимирович — Ҡаҙағстан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры (2020—2021).

• Бөркетбаев Жандос Коныс улы — Ҡаҙағстан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау вице-министры (2020—2021).

* Асылбеков Нурлыбек Әбибулла улы — Шымкент ҡалаһының Һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһе (05.2022 йылдан).

• Пашимов Марат Орумбасар улы — Төркөстан өлкәһенең Һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһе (04.2020 йылдан).

• Позилов Бакытжан Джолдасбек улы — Шымкент ҡалаһының Һаулыҡ һаҡлау идаралығы етәксеһе (2020—2022).

• Ҡашҡымбаева Ләззәт Рысымбәк ҡыҙы — Көньяҡ Ҡаҙағстан өлкәһе буйынса Медицина һәм фармацевтика эшмәкәрлеген контролдә тотоу Комитеты департаменты етәксеһе (2011—2019)

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1. Перейти. Об академии. https://skma.edu.kz/

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]