Көҫәпҡол нефть ятҡылығы
Көҫәпҡол нефть ятҡылығы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Көҫәпҡол нефть ятҡылығы — 1934 йылда Көҫәпҡол ауылы янында асылған нефть ятҡылығы. Ауыл хәҙер Ишембай ҡалаһының бер биҫтәһе. Уралда Ишембай ятҡылығынан һуң табылған икенсе нефть ятҡылығы. Ул сафҡа индерелгәндән һуң, Башҡорт АССР-ы СССР-ҙа нефть сығарыу буйынса өсөнсө урынға сыға[1].
Был рифоген төрҙәге ятҡылыҡ, геология буйынса Урал алды регионы бөгөлөшө сиктәрендә һәм Һаҡмар-Арти ҡатламының ер аҫты рифоген массивтары төркөмөндә ята. Ишембай риф массивында.
Рентабеллеге түбән булыу сәбәпле 1944 йылда ябып, һаҡланыуға ҡуйылған. 1986 йылда яңынан нефть-газ ятҡылығы булараҡ эшкәртелә башлаған [2][3]. Хәҙер «Ишембайнефть» «Башнефть-Добыча» ААЙ «Ишембайнефть» НГДУ-һы эшкәртә (ПАО «АНК „Башнефть“»).
Ятҡылыҡтың асылыу тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көҫәпҡол ауылы тирәһендә йәшәгән халыҡ «ер майын» (нефть) борондан уҡ ҡулланған. Уның менән күсәр майлағандар, һыҙлаған аяҡтарын «ер майына» тығып ултырып, дауаланғандар. 1770 йылда академик Иван Лепёхин етәкселегендәге Фәндәр академияһы экспедицияһы Башҡортостанға килә[4]. Экспедиция Стәрлетамаҡтан алыҫ булмаған Көҫәпҡол ауылында ла була[5]. Башҡорттар Лепехинға Көҫәпҡол ауылынан биш саҡрым алыҫлыҡта нефть сығанағын күрһәтә. Нефть ерҙән һарҡып сығып, Ағиҙелгә ағып төшкәнен Лепехин үҙ күҙҙәре менән күреп, был турала яҙып ҡалдырған:
« Был ерҙә беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙы ер соҡоған саҡта юлыҡҡан тау нефтенән торған инеш арттырҙы; беҙ бер аршинға яҡын тәрәнлектә уның сығанағына ла тиклем барып еттек. Был нефтте сирек аршиндан ҡалыныраҡ булған ташкүмер бүлеп сығара ине. Бер күренгән ташкүмер эҙе буйлап ҡаҙып, беҙ бер нисә урында ташкүмер таптыҡ, уларҙың ҡайһы берҙәре бер аршиндан артығыраҡ ҡалынлыҡта ине»
Ятҡылыҡ бөгөн
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡаҙылма байлыҡтар (УВС): нефть, тәбиғи газ.
Ятҡылыҡҡа иң яҡын юлдар: Өфө-Ырымбур (7 км) автомагистрале һәм уға параллель рәүештә тимер юл үтә. Иң яҡын тимер юл станциялары — Ишембай һәм Салауат.
Орогидрография күҙлегенән ҡарағанда Көҫәпҡол ятҡылығы Ағиҙелдең һыубаҫар туғайында урынлашҡан. Ағиҙел уның көньяҡ- көнбайыш өлөшөн киҫеп үтә[6].
Башҡортостан ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыу агентлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республика биләмәһендә ер аҫтында 300 млн т нефть барлығы иҫбатланған, 189 углеводородлы ятҡылыҡ бар, шуларҙың 154 нефть ятҡылығы, 7 нефть һәм газ ятҡылығы (Көҫәпҡол ятҡылығы ла бында инә) һәм 13 газ ятҡылығы. Уларҙың барыһында ла углеводородтар бик тәрәндә ята, улар һыу кимәле юғары (90 % тиклем) булыуы менән айырылып тора. Был ятҡылыҡтарҙың күбеһе 85 % эшкәртелгән, уларҙа сеймал әҙ ҡалған.
Тағы ла ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лепёхин И. И. Продолжение Дневных записок путешествия доктора и Академии наук адъюнкта Ивана Лепёхина по разным провинциям Российского государства в 1770 году. Часть 2. — СПб., 1772
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-РОДИЛСЯ ПУТЕШЕСТВЕННИК, ЕСТЕСТВОИСПЫТАТЕЛЬ ИВАН ИВАНОВИЧ ЛЕПЁХИН
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ъ-Власть — Нефть бывшей категории
- ↑ Материалы Р.К.. Минерально-сырьевая база республики Башкортостан — Добыча нефти и газа, бурение скважин, разработка месторождений. Справочники, статьи . Дата обращения: 24 март 2010. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Акционерная нефтяная компания «Башнефть» (АНК «Башнефть»), ОАО — Квартальный отчет эмитента 2004 год, 3 квартал — Раскрытие информации . Дата обращения: 24 март 2010. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ Көҫәпҡол нефть ятҡылығы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Дневные записки путешествия академика И.Лепёхина
- ↑ Кусяпкуловское местрождение. Геонедра (недоступная ссылка)