Көҫәп Солтанғолов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Көҫәп Солтанғолов
Тыуған көнө

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Нуғай даруғаһы, Түңгәүер улусы

Вафат булған көнө

9 сентябрь 1738({{padleft:1738|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})

Вафат булған урыны

Һаҡмар ҡаласығы

Көҫәп Солтанғолов (Көҫәп батыр; ? — 9 сентябрь 1738) — башҡорт старшинаһы. 1735—1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалдары етәкселәренең береһе. Батыр.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көҫәп Солтанғолов сығышы менән Нуғай даруғаһы Түңгәүер улусы башҡорттарынан. Түңгәүер улусы старшинаһы булып хеҙмәт итә.

1737—1738 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында әүҙем ҡатнаша.

1737 йылдың мартында өс Ҡыҙыл йылғалары бассейнында Нуғай һәм Ҡазан даруғалары вәкилдәренең ҡоролтайы була, унда Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов, Сәйетбай Әлкәлин, Солтанморат Дүскәев һәм башҡа ихтилал етәкселәре ҡатнаша. Был съезда йәнә ихтилалды башларға һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарына ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк тигән ҡарар ҡабул ителә[1].

1737 йылдың яҙында Бөрйән улусы старшинаһы Рысай Иғембәтов һәм Тамъян улусы старшинаһы Сәйетбай Әлкәлин менән берлектә Нуғай һәм Себер даруғаларында ихтилалға етәкселек итә. Апрелдең икенсе яртыһында Көҫәп Солтанғолов үҙенең отряды менән Табын ҡәлғәһе тирәһендә хәрәкәт итә[2].

1737 йылдың июнь-июлендә Көҫәп Солтанғоловтың 300 кешенән торған отряды Ҡазан даруғаһында, Өфө ҡалаһы һәм Табын ҡәлғәһе янында хөкүмәткә тоғро старшиналарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[3].

1737 йылдың көҙөндә Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғембәтов һәм Сәйебай Әлкәлин етәкселегендәге 1 меңгә яҡын кешенән торған баш күтәреүселәр отряды Нуғай һәм Себер даруғаларында Башҡорт эштәре комиссияһы начальнигы генерал‑майор Л. Я. Соймонов командалығындағы хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша[3]. 1737 йылдың сентябрендә Көҫәп Солтанғоловтың отряды тоғро старшиналарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, ә октябрҙә Өфө ҡалаһы тирәһендәге ауылдарға һөжүмдәр яһай[4].

1737 йылдың көҙөндә Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищев Кесе ҡаҙаҡ йөҙө ханы Әбелхәйергә ихтилалсыларҙың төп етәкселәрен тотоуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Әбелхәйер хан Башҡортостанға килгәс, баш күтәреүселәр етәкселәрен үҙенә саҡырып ихтилалды туҡтатырға өгөтләй, әммә тиҙҙән үҙе уларҙың (айырым әйткәндә Бәпәнәй Төрөпбирҙиндең[5]) йоғонтоһона бирелә. 1738 йылдың апрелендә Көҫәп Солтанғолов ихтилалға ярҙам күрһәтеү тураһында Әбелхәйер хан менән һөйләшеүҙәр алып бара[3].

Әбелхәйер хан ихтилалсылар өсөн ташламалар алыу тураһында Ырымбур комиссияһы начальнигы В. Н. Татищев менән һөйләшеүҙәр алып барыу маҡсатында Ырымбурға (хәҙерге Орск ҡалаһы) килә. Ханды Көҫәп Солтанғолов оҙатырға ризалаша. Татишев алдан уҡ Ырымбур коменданты Г. А. Останковҡа Көҫәп батырҙы ҡулға алырға бойора. Әбелхәйер хан үҙенең свитаһы менән ҡала тирәһендә күренгәс, Останков 21 апрелдә Ырымбурҙа байрамда булыр өсөн ҡала эсенә инергә саҡыра һәм ханға Ырымбур ахуны Мансур Абдрахмановты ебәрә. Хан ахундан Көҫәп Солтанғоловты Ырымбурҙа ҡулға алыу-алмауҙары хаҡында белешә, ахуны Мансур Абдрахманов батырҙы ҡулға алмаясаҡтар тип Ҡөрьәндә ант итә. Әммә ул биргән ант ялған булып сыға, ҡалаға ингәндә комендант Останков Көҫәп батырҙы ҡулға ала һәм В. Н. Татищевҡа тапшыра. Әбелхәйер күп тапҡыр Татищевтан батырҙы иреккә сығарыуҙы үтенә, ләкин Ырымбур комиссияһы начальнигы уның үтенестәрен кире ҡаға. Тарихсы Н. В. Устюгов, Нуғай даруғаһы башҡорттарының күренекле юлбашсыһы һәм ҡыйыу кеше булараҡ Көҫәп Солтанғоловты юғары баһалай һәм уның үлем язаһы алдынан ҡаһарманлығын билдәләп үтә[6]. 1738 йылдың сентябрь башында Ырымбурҙан Һамарға йүнәлгәндә В. Н. Татищев үҙе менән ҡуша Көҫәп батырҙы ала һәм Һаҡмар ҡаласығында уны аҫыу аша үлем язаһына тарттыра[7].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. История башкирского народа, 2011, с. 211
  2. Акманов И. Г., 2016, с. 304
  3. 3,0 3,1 3,2 Аҡманов И. Ғ. Көҫәп Солтанғолов // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Акманов И. Г., 2016, с. 305
  5. Н. В. Устюгов бының тураһында ошолай яҙа:
    «Умный и изворотливый, достаточно образованный для своей среды, убежденный противник царской колониальной политики, критикующий эту политику с позиций «вольного слуги» периода феодальной раздробленности, организатор, умеющий влиять на массы, Бепеня был таким руководителем башкир, тягаться с которым Абулхаир хану было явно не под силу. Бепеня сумел заставить Абулхаира стать на свою точку зрения»

    Устюгов Н. В. Башкирское восстание 1737—1739 гг.. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1950. — 94 с. — 2000 экз.

  6. Пойманный Кусяп держался во время допроса с большим достоинством. Своего участия в восстании он не отрицал. На вопрос Г. Л. Останкова, когда он примкнул к восстанию и где именно, Кусяп ответил: в 1736 г., когда карательные экспедиции разорили Башкирию. "И с того времени, — продолжал Кусяп, — я, Кусяп, с изменниками вместе при всех нападениях на российские войски и городы был и верноподданных башкирцов и других иноверцов разорял. А где имянно, о том все известно. И был при тех изменниках я главным старшиною… Кусяп батырь умер мужественно и гордо. Он отказался давать какие бы то ни было показания перед казнью, хотя В. Н. Татищев и очень желал их получить. В. Н. Татищев следующим образом описывает свой разговор с Кусяпом у виселицы: «при собрании многих башкирцов оному Кусяпу я говорил, какую он ис того пользу имел, для чего такой бунт начали, и какую надежду, кроме погибели, имели. На то он сказал мне: „ты говори, что хочешь, а мне уже говорить нечего — знаю, что умереть надобно для того только, что мне не удалось, и глупой народ меня по послушал“. И хотя прилежно далее спрашивал, но ничего, кроме злой свирепости, не допытался». Кусяп батырь не пожелал разговаривать ни о целях движения, ни о своих планах. Он только выразил сожаление о неудаче восстания и с этим сожалением ушел в могилу.

    Устюгов Н. В. Башкирское восстание 1737—1739 гг.. — М.-Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1950. — 107-108, 116 с. — 2000 экз.

  7. Акманов И. Г., 2016, с. 311-312

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]