Лагурка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лагурка
Рәсем
Дәүләт  Грузия
Административ-территориаль берәмек Местийский муниципалитет[d]
Мираҫ статусы Культурные памятники национального значения Грузии[d]
Карта
 Лагурка Викимилектә

Изге Ивлита һәм Квирике сиркәүе (груз. კალას წმინდა კვირიკესა და ივლიტას სახელობის ეკლესია), ҡыҫҡаса Лагурка сиркәүе булараҡ билдәле (ლაგურკა), урта быуат сиркәүе 1111-1112 йылдарҙа Тевдор эшләгән фрескалар менән биҙәлгән, сиркәү урта быуат грузин монументаль сәнғәтенең юғары нөктәһе иҫәпләнә. Сиркәү Грузияның милли әһәмиәттәге мәҙәни ҡомартҡы исемлегенә индерелгән.[1]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лагурка Самегрело-Земо Сванетия өлкәһендәге Местиа муниципалитетенда, Ингури йылғаһының һул ярында, диңгеҙ кимәленән 2200 метр бейеклектә урынлашҡан[2]. Ул иртә христиан ыҙа сигеүселәре Ивлита һәм Квирикеға арналған. Свандар Лагурканы иң изге урын тип иҫәпләйҙәр. Унда йыл һайын 28 июлдә квирикоба ("Квирико көнө") уҙғарыла[3]. Тарихсы Эквтиме Такаишвили һүҙҙәре буйынса Лагурка свандар өсөн берҙәмлек символы булып тора[4]

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Лагурка сиркәүенең барлыҡҡа килеүенең аныҡ датаһы билдәле түгел. Стиленә ҡарағанда сиркәү X быуат аҙағына XII быуат башына ҡарай. 5 х 2,70 м ҙурлыҡтағы лагурка һарғылт эзбизташ блоктарҙан төҙөлгән. Көнбайыш яғына ике ҡатлы манара төкәтеп төҙөлгән. Башта сиркәүҙең өс инеү урыны булған. Хәҙер бинаға көньяҡ яҡта уйылған ишек аша инергә мөмкин. Бина бейек таш диуар менән уратып алынған, әлеге көндә ул емереклектәрҙә. Аш-һыу бүлмәһе, хөжрә кеүек башҡа биналары тау түбәһендә урынлашҡан. Сиркәү эсендә ярым түңәрәк апсида нефтан таш иконостас менән айырылған. Буй диуарҙары бер пар аркалы пилястрҙар менән бүленгән. Сиркәү ике тәҙрә менән яҡтыртыла, береһе апсидала, икенсеһе көнбайыш диуарҙа[5].

Фрескалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Изге Ивлита. Лагурка фрескаһы

Сиркәү тулыһынса фрескалар һәм яҙыуҙар менән биҙәлгән. Уларҙың ҡайһы берҙәре юҡҡа сыҡҡан. Көнбайыш диуарҙағы өлөшләтә зыян күргән һүрәттәр 1111 йәки 1112 йылдарға ҡарай, яҙыуҙарҙа үҙенең ҡурсалаусылары һәм Тевдор кеүек рәссам телгә алына. Иконостастағы һүрәт ер тетрәү мәлендә зыян күрә һәм аҙаҡ тергеҙелә Картиналар үҙҙәренең сағыулығы менән иғтибарҙы йәлеп итә һәм төрлө күренештәр һәм һүрәттәр араһындағы символик бәйләнеште тәьмин итә

Лагурка сиркәүендә төрлө осорҙағы сиркәү әйберҙәренең бай коллекцияһы тупланған. Уларға Грузияның төрлө яҡтарынан һәм сит илдәрҙән килтерелгән ҡулъяҙмалар, тәреләр, иконалар   һәм урында етештерелгән һауыт-һабалар бар[6]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. «List of Immovable Cultural Monuments» (en georgiano). National Agency for Cultural Heritage Preservation of Georgia. Consultado el 27 de agosto de 2019.
  2. Kevkhishvili, Marie (2013). «Das ikonographische Program von Lagurka, Ueberlegungen der symbolischen Verbindung der dargestellten Szenen» [The Iconographic Program of Lagurka: Considerations on the Symbolic Relations between the Frescoes]. Arte medievale (en alemán) 3 (4): 9-24.
  3. Voell, Stéphane (2013). «Oath of Memory: The Taking of Oaths on Icons in Svan Villages of Southern Georgia». Iran & the Caucasus 17 (2): 158, 163.
  4. Taqaishvili, Ekvtime (1937). Archaeological expedition to Lechkhumi and Svaneti (en georgiano). Paris. pp. 179-184.
  5. Kevkhishvili, Marie (2013). «Das ikonographische Program von Lagurka, Ueberlegungen der symbolischen Verbindung der dargestellten Szenen» [The Iconographic Program of Lagurka: Considerations on the Symbolic Relations between the Frescoes]. Arte medievale (en alemán) 3 (4): 9-24.
  6. Kevkhishvili, Marie (2013). «Das ikonographische Program von Lagurka, Ueberlegungen der symbolischen Verbindung der dargestellten Szenen» [The Iconographic Program of Lagurka: Considerations on the Symbolic Relations between the Frescoes]. Arte medievale (en alemán) 3 (4): 9-24.