Лаг Бадана Милли паркы
Лаг Бадана Милли паркы | |
Категория защищённых зон МСОП | билдәһеҙ |
---|---|
Дәүләт | Сомали |
Әһәмиәтле урын | Кисмайо[d] |
Мираҫ статусы | Объект из предварительного списка Всемирного наследия[d] |
Лаг Бадана милли паркы (Bushbush милли паркы) — Сомалиҙың Милли паркы. Ул алыҫ көньяҡ ярҙа урынлашҡан.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаг Бадана илдең беренсе милли паркы. 1980 йылдарҙың беренсе яртыһы дауамында Сиада Барре хакимиәте ҡарамағындағы туризм министрлығы туристик индустрияны паркка, уның эргәһендәге коралл рифтары һәм яр буйы утрауҙарына яҡыныраҡ булдырырға тырыша һәм был проекттың бер өлөшө булып тора.
1989 йылда милли парктар, ҡурсыулыҡтар һәм махсус һаҡланған урындар эшмәкәрлеген көйләүсе яңы ҡануниәт булдырыла. Был ваҡытта ҡырағай тәбиғәт ресурстарын һаҡлау менән Малсылыҡ, Урман хужалығы министрлыҡтары, Ареалдарҙы үҫтереү буйынса милли агентлыҡ шөғөлләнә. Ҡырағай урман департаментында шулай уҡ президент указы менән ойошторолған бойондороҡһоҙ хоҡуҡ һаҡлау подразделениеһы ла эшләй[1]
1991 йылда илдә граждандар һуғышы башланғас, милли парк үҫеше туҡталып ҡала. 2014 йылдың авгусында президент Хәсән Шәйех Мөхәмәд Сомали йәштәренә йүнәлтелгән яңы проекттар тураһында иғлан итә. Улар араһында туристарҙы йәлеп итеү мөмкинлеген көсәйтеү маҡсатында милли парк менән идара итеүҙе йәш менеджерҙарға тапшырыу тураһындағы инициатива ла була[2]
2005 йылдан һаҡланған территория арыҫландарҙы һаҡлау буйынса бүлексә булып һанала[3].
Мөхите
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Лаг Баданала 200-ҙән ашыу быуынлы үҫемлектәрбар һәм ул бәләкәй куду кеүек һирәк осраған хайуандарҙың йәшәү урыны. Үҫемлектәрҙең 20-һе — эндемик.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ International Union for Conservation of Nature and Natural Resources. The Iucn Sahel Studies 1989. — IUCN, 1989. — P. 107. — ISBN 2880329779.
- ↑ Investing in the next generation: creating the future for Somalia's youth (5 August 2014). 6 август 2014 тикшерелгән. 2014 йыл 19 сентябрь архивланған.
- ↑ IUCN Cat Specialist Group. Conservation Strategy for the Lion Panthera leo in Eastern and Southern Africa. — Pretoria, South Africa: IUCN, 2006.