Лазарева Галина Михайловна
Лазарева Галина Михайловна | |
Заты | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Тыуған көнө | 4 март 1930 (90 йәш) |
Тыуған урыны | СССР, РСФСР, Северо-Кавказский край[d], Армавирский округ[d], Курганинский район[d] |
Һөнәр төрө | Уҡытыусы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лазарева Галина Михайловна (4 март 1930 йыл, Краснодар крайының Ҡурған районы Константиновская станицаһы, РСФСР, СССР) — совет һәм рәсәй уҡытыусыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Лазарева Галина Михайловна 1930 йылдың 4 мартында Краснодар крайының Ҡурған районы Константиновская станицаһында тыуған[1][2]
1947 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң Ҡырым өлкәһенең Симферополдәге Дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. 1951 йылда институтты тамамлап, Орел өлкәһенең Инзенский районы Глотовка ауылына урта мәктәпкә эшкә ебәрелә[3][4].
1953 йылда Ульяновскта төпләнә, Горький исемендәге фабрика эргәһендә фабрика-завод училищеһына сәйәси-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары вазифаһында эшкә инә. 1954—1956 йылда Ульяновск ВЛКСМ ҡала комитетының агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире була. 1956 йылда 2 -се техник училищеға уҡытыу эшенә күсә (1963 йылдан — 5-се ГПТУ, 1967 йылдан — № 3 ТУ, 1985 йылдан —15-се Ульяновск СПТУ-һы, 1990 йылдан — Ульяновск тимер юл лицейы, 2001 йылдан — Ульяновск тимер юл транспорты техникумы). 1996 йылда был уҡыу йортонда дөйөм алғанда 40 йылға тиклем эшләй, һуңынан пенсияға сыға[3][4].
Ульяновск ҡалаһында йәшәй[5][3]. Ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша[6][7]. Шәхси архив фондын Ульяновск өлкәһенең яңы дәүләт тарихы архивына һаҡлауға тапшыра[8][9].
Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә (1978 йылдың 27 июне) — уҡытыу эшендә һәм уҡыусыларға коммунистик тәрбиә биреүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн[10]. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә уҡытыусыларҙың бөтә союз съезына делегат була, СССР буйынса профессиональ-техник белем биреү буйынса был исемде биреүе өсөн Дәүләт комитетына рәхмәт белдерә[11], был исемгә Ульяновск өлкәһенән 72 лайыҡ булғандарҙың 70-сеһе була[12].
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (21 июль 1971)[3][4].
- РСФСР -ҙың профессиональ-техник белем биреүҙең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966 йылдың 9 июле) — профессиональ-техник белем биреү өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн[13].
- РСФСР-ҙың Министрҙар советы һәм СССР мәғариф министрлығының почет грамоталары, Ульяновск өлкә профессиональ-техник белем биреүҙең почет китабына индерелә (1965), Ульяновск ҡала думаһы почет грамоталары (2010)[9], «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70-йыллығы көнөндә Ульяновск өлкәһендә байрам парады иҫтәлегенә» Ульяновск өлкәһе губернаторының иҫтәлекле билдәһе (2015)[14][15].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Тимур Каримов.;Лазарева Галина Михайловна; Герои страны.;Дата обращения 23 апреля 2018.
- ↑ Герои Социалистического Труда. Лазарева Галина Михайловна; Государственный архив новейшей истории Ульяновской области;Дата обращения 23 апреля 2018.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Тимур Каримов Лазарева Галина Михайловна. Герои страны. 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Герои Социалистического Труда. Лазарева Галина Михайловна. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области. 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ В День Героев Отечества в Ульяновской области пройдут праздничные мероприятия. Губернатор Ульяновской области (7 декабря 2011). 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ В Ульяновской области власти региона и общественники почтили память Владимира Ленина. Ульяновская правда (22 апреля 2018). 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ Памятный миллион. Ульяновцы получат премию Ленина в день рождения вождя мирового пролетариата. Ульяновская правда (23 апреля 2018). 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ Приём документов на государственное хранение. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области (9 января 2017). 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ 9,0 9,1 Лазарева Галина Михайловна. Государственный архив новейшей истории Ульяновской области. 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Социалистического Труда наиболее отличившимся учителям» — Ведомости Верховного Совета СССР. — Издание Верховного Совета СССР, 5 июля 1978. — Б. 385. — 396 б.
- ↑ Всесоюзный съезд учителей, 28-30 июня 1978, Москва: стенографический отчёт — Москва: Издательство «Педагогика», 1979. — Б. 288. — 342 б.
- ↑ Герои Социалистического Труда. Законодательное собрание Ульяновской области. 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР «О присвоении почетного звания заслуженного учителя профессионально-технического образования РСФСР работникам профессионально-технического образования Ульяновской области» — Ведомости Верховного Совета РСФСР. — Издание Верховного Совета РСФСР, 14 июля 1966. — Б. 579. — 590 б.
- ↑ 30 ветеранам знаки «В память о праздничном параде в Ульяновской области в день 70-летия Победы в Великой Отечественной войне 1941-1945 гг.» вручил Губернатор Сергей Морозов. Губернатор Ульяновской области (14 сентября 2015). 23 апреля 2018 тикшерелгән.
- ↑ Губернатор Сергей Морозов наградил заслуженных жителей Ульяновской области знаками отличия. Губернатор Ульяновской области (7 ноября 2015). 23 апреля 2018 тикшерелгән.